Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Июль 2022, 22:19

Яҙмышын почтаға бәйләп

Кеше яҙмышы... Тормош һуҡмаҡтары әҙәм балаһын ҡайҙа ғына йөрөтмәй ҙә, ҡайҙа ғына эшләтмәй. Сермән ауылында тыуып буй еткергән, туған мәктәбендә белем алған, Магнитогорск ҡалаһында кондитер һөнәрен үҙләштереп, алған һөнәре буйынса бер көн дә эшләргә тура килмәгән, уның ҡарауы хеҙмәт юлының байтаҡ йылын Рәсәй почтаһына биргән Илүзә БАЙДӘҮЛӘТОВА тураһында булыр һүҙебеҙ.

Яҙмышын почтаға бәйләп
Яҙмышын почтаға бәйләп

Махсус уҡыу йортон уҡып бөткәндән һуң, 1979 йылда 19 йәшлек ҡыҙҙы Сермән почтаһы начальнигы Рима Ағзамова почтальон итеп эшкә ала. Тәүге көндән үк ҡыҙ ауыл халҡының күңелен яулай. 31 йыл ал-ял белмәй Сермән участка почтаһында хеҙмәт юлы үтә. 2010-2020 йылдарҙа почта бүлексәһенән китеп төрлө эштәрҙә эшләп алғандан һуң, яҙмыш ҡушыуы буйынса Илүзә Иҫәнбай ҡыҙы тағы ла туған коллективына эшкә килә һәм өсөнсө йыл инде ауыл халҡына гәзит-журналдар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ташый.
Тәжрибәле почтальон хеҙмәтләндергән 2-се участкаға Сермән ауылының Мөбәрәков, Механизаторҙар, Калинин, Дауытов, Урман, Ҡайынлы, Вәисов, Ағиҙел, Болон, Тау аҫты, Тау буйы урамдары ҡарай.
- Күп йылдар эшләү дәүеремдә был урамда йәшәгәндәр миңә, мин уларға өйрәндем инде. Төрлө һорау менән мөрәжәғәт итеүселәргә, бигерәк тә, оло йәштәгеләргә ярҙам итеп ебәрергә тырышам, матбуғат баҫмаларына яҙылырға теләгәндәрҙе йорттарына барып яҙҙырам, аҙыҡ-түлек тауарҙарын да, конверт-открыткалар ҙа тәҡдим итәм. Уларҙы айырыуса оло йәштәгеләр, яңғыҙ йәшәгәндәр теләп һатып ала. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәрҙе лә ышанып тапшыра. Хәҙер эш сумкалары ла бушаны тиерлек, уның ҡарауы аҙыҡ-түлек ташыу өсөн тәғәйендәре ауырайҙы. Элегерәк “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Башҡортостан”, “Йәшлек,” “Шоңҡар”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” кеүек республика гәзит-журналдарын һәм Рәсәй баҫмаларын күпләп яҙҙыралар ине. Хатта ике сумка күтәреп йөрөгән мәлдәр булды. Пенсияһын да тарата инек. Хәҙер был мәлдәрҙе һағынып ҡына иҫкә алырға ҡалды тиергә лә мөмкин. Шулай ҙа, район, республика баҫмаларына тоғро ҡалған, уларҙы яратып уҡыған оло апай-ағайҙар бар әле. Улар аҡсаларын баҫмаларға яҙылыу өсөн тәғәйен һалып ҡуйып, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланыу менән үҙҙәренә саҡырып ала. Хәҙер матбуғатҡа яҙылыусылар ҙа кәмене. Шулай ҙа район, республика баҫмаларының киләсәген хәстәрләп, ауыл халҡын өгөтләйбеҙ. Сермән почта бүлексәһендә 4 хеҙмәткәр эшләй. Барыбыҙ ҙа тырышабыҙ. Донъялар ғына имен булһын, - ти Илүзә Иҫәнбай ҡыҙы.
Ғүмер буйы водитель булып эшләгән тормош иптәше Исрафил Исмәғил улы менән өс балаға ғүмер һәм тәрбиәбиргән Байдәүләтовтар. Тырыш ғаилә малын, ҡош-ҡортон да аҫрай, йортон да һалып сыҡҡан, балаларына ла хәлдәренән килгәнсе ярҙамдарынан өҙмәй. Улар алты ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй һәм олатай.
- Донъялар имен, балалар иҫән-һау, эшең булғанда тағы ла нимә кәрәк, - ти Илүзә Иҫәнбай ҡыҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: