Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Июль 2022, 10:15

Тимерҙе иретер ир аҫылы

Белорет - уртаҡ йортобоҙ. Нисә йәшен тултырыуына ҡарамаҫтан, күп йылдар дауамында ла әле, Иҙел башы ҡәҙерле һәм яҡын булып ҡалыр. Ҡаланың төп байлығы - маҡсатҡа ынтылыусы халҡы, эшһөйәр һәм изге күңелле кешеләре. Уларҙың тырышлығы менән ҡала күркәмләнә, үҫә һәм матурлана. Белореттың яҙмышы металлургия комбинаты менән тығыҙ бәйләнгән. Шуға күрә лә металлург һөнәренә ихтирам йөҙөнән, ике байрамды - Ҡала һәм Металлургтар көнөн бергә билдәләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Белорет металлургия комбинаты бөгөн дә ҡала иҡтисадының ныҡлы нигеҙе. Ә уның эшселәре - Ватаныбыҙҙың алдынғы ул һәм ҡыҙҙары.

Тимерҙе иретер ир аҫылы
Тимерҙе иретер ир аҫылы

Учалы районының Истамғол ауылында тыуып үҫкән, Уральский мәктәбендә урта белем алған Илдар Әхтәмов тормош мәктәбен хәрби хеҙмәттә үк лайыҡлы үтә. 1985 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Урта Азияла өс ай “учебка” үткәндән һуң, Афғанстанға ебәрелә. Ике йылға яҡын Тыуған ил алдындағы бурысын хәрби хәрәкәттәр барған илдең Кундуз провинцияһында артиллерия батальонында үтәй. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Белорет металлургия техникумының ҡорамалды ремонтлау һәм ҡороу төркөмөндә һөнәр үҙләштерә. Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводында башлай.

1994 йылда инде Белорет металлургия комбинатының канат цехына канатсы булып эшкә урынлаша, һуңынан домна цехында электровоз машинисы була. Цех бөтөрөлөү сәбәпле, артабан прокатлау цехында металды сортҡа айырып келәткә тапшырыусы, 2008 йылдан бөгөнгәсә металды ҡыҙҙырыусы һөнәрендә туған комбинатында тир түгә. Илдар Динмөхәмәт улы бөгөн үҙе кеүек ғүмерен металлург һөнәренә бағышлаған Олег Хлесткин бригадаһында намыҫлы хеҙмәт юлын дауам итә. Алдынғы бригада хеҙмәт планын да арттырып үтәй. Үтәлмәҫлекме ни, бригадала тырыш, эшен яратҡан оҫталар эшләгәндә!

- Бригадала, ғөмүмән, комбинатта тик үҙ һөнәрен яратҡан, сыҙамлы, тырыш эшселәр генә эшләй алалыр. Беҙҙең цехта ла үҙ эшенең оҫталары ғына йыйылған. Йәштәр ҙә тәжрибәле металлургтарҙан ҡалышырға теләмәй, аяҡҡа баҫып килә, шуныһы ҡыуаныслы, - ти комбинатта 28 йыллыҡ эш тәжрибәһе туплаған алдынғы металлург. Өлгөлө ғаилә башлығы Бөрйәндә тыуып үҫкән тормош иптәше Гәүһәр Яхъя ҡыҙы менән бер ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер инде ейән ҡыуанысын да татырға яҙған. Уны төрлө яҡтан ҡурсалап, олатай-өләсәй йылыһын биреп, тупылдатып ҡына үҫтерергә тырыша Әхтәмовтар.

Учалыла үҫкән ир-уҙаман өсөн хәҙер инде Белорет та туған ҡалаһына әйләнгән. Ошонда махсус белем алған, ғаилә ҡорған, атай, олатай ҡыуанысы кисергән һәм күп йылдар дауамында лайыҡлы эшләү мөмкинлеге биргән туған комбинаты ла күңеленә берҙәй яҡын. Әллә күпме йылдар дауамында Почет таҡтаһынан фотоһүрәте төшмәгән алдынғы металлург хеҙмәт юлын намыҫлы үтеп кенә ҡалмай, “Һөнәре буйынса иң яҡшы”лар рәтендә була. Күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Һәм бөгөн, Илдар Динмөхәмәт улы тағы ла бер ҡыуаныс кисерә. Металлургтар байрамы айҡанлы, хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, Илдар Әхтәмов юғары дәүләт наградаһы - “Рәсәйҙең маҡтаулы метизсыһы” исеменә лайыҡ булды.

Беҙ ҙә алдынғы металлургты юғары награда алыуы һәм металлургия өлкәһендә хеҙмәт иткән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: