Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Август 2022, 11:13

"Изге теләктәрем" изгелеккә ѳндәһен!

Имтихандан һуң кемдәрҙер мѳнәжәт әйтте, ҡобайыр кѳйләне, ә мин үҙем яҙған шиғырҙарымды уҡырға рѳхсәт һораным. Уҡып ишеттергәс, барыһы ла үҙ фекерҙәрен әйтте, шиғырҙарымды оҡшатыуҙары тураһында белдерҙе.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Сәүиә Закирова 1965 йылдың 3 ғинуарында Ғәбдѳк ауылында тыуа. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында уҡый һәм тәрбиәсе һѳнәрен алып, юллама буйынса Ѳфѳлә тәрбиәсе булып эш башлай. Яҙмыш елдәре уны Ғафури тарафтарына алып китә һәм ул Үзбәк урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Ә 1985 йылда тыуған ауылы Ғәбдѳккә кире ҡайта һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай, шул йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт Дәүләт университетын тамамлай.
- Мәктәптә уҡығанда йәшертеп кенә яҙылған шиғырҙарҙы күреп йүнәлеш биреүсе булманымы, үҙемдең дә ҡыйыулыҡ етмәнеме, шулай йылдар үтеп торҙо. Тормош тулҡынында бәрелеп-һуғылып, йәшәргә ѳйрәндем, барыһына ла донъя ѳйрәтә икән, - ти Сәүиә Шәрифулла ҡыҙы. - Бына шулай әкренләп һәүетемсә генә тәгәрләй тормош арбам. Үткән юлым буш, файҙаһыҙ булмаһын тип шиғырҙарымды китап итеп баҫтырырға йѳрьәт иттем. Бының үҙ тарихы ла бар. Яҙатайым ғына Интернет аша дини тѳркѳмгә инеп вәғәздәр, тормошта үҙеңде нисек тәрбиәләргә кәрәклеге тураһында кәңәштәр тыңланым һәм ошо тѳркѳмдѳң етәксеһе, Сибай ҡалаһынан Айһылыу Сәләхова менән танышып киттем. Ошо тѳркѳмдә Ислам диненең тәүге нигеҙҙәрен ѳйрәндем. Һигеҙ айлыҡ курстарҙы тамамланым һәм Ләлә-Тюльпан - Өфөлә урынлашҡан "Ислам" мәҙәни-белем биреү үҙәгендә имтихан тоттоҡ. Имтихандан һуң кемдәрҙер мѳнәжәт әйтте, ҡобайыр кѳйләне, ә мин үҙем яҙған шиғырҙарымды уҡырға рѳхсәт һораным. Уҡып ишеттергәс, барыһы ла үҙ фекерҙәрен әйтте, шиғырҙарымды оҡшатыуҙары тураһында белдерҙе. Яҙған шиғырҙарың бик донъяуи, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңелдәрендәге хистәрҙе асып бирә, әйҙә китап итеп сығар, юғалып ҡалмаһын ижадың, - тип дәрт, кәңәш бирҙеләр. Аҙаҡ та ошо тѳркѳмдә тороусыларҙан тѳрлѳ ҡанатландырыу һүҙҙәре ишеттем. Был миңә этәргес кѳс бирҙе. Ә китап итеп баҫтырырға Айһылыу апай Сәләхова ярҙам итте, ул Сибай типографияһы директоры менән һѳйләшкәндән һуң, китабым донъя күрҙе. Шулай итеп "Изге теләктәрем" тип исемләнгән тәүге китабымды ҡулыма алдым. 
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.
Автор фотоһы. 
(Тулы мәҡәлә "Урал" гәзитенең 33-сѳ һанында). 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: