Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Сентябрь 2022, 14:50

Мәҙәни проекттарҙы алға әйҙәүсе

“Бәләкәй Ватан мәҙәниәте”... Был турала күп һөйләйбеҙ, хыялланабыҙ. Әммә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм, ғөмүмән, республика журналистикаһында Мәҙәниәт министрлығының, Хөкүмәттең ауыл клубтарының үҫеше йәһәтенән проекттарын аңлайышлы һәм эҙмә-эҙлекле яҡтыртҡан, хуплаған тележурналист - Айгөл Усмановаға етеүсе юҡ. Мин быны күптән белеп-күреп йөрөйөм, бер ваҡыт хатта: “Нисек шулай ысынбарлыҡ менән хәбәрҙар булырға, бөтөн нәмәне күҙ уңында тоторға мөмкин һуң, Айгөл?” - тип һорай ҡуйҙым. “Мин бүтәндәргә ҡарағанда ер тауышын яҡшыраҡ ишетәм. Миндә абсолют ишетеү һәләте...” - тине ул ғәҙәттәгесә үткер телләнеп.

Мәҙәни проекттарҙы алға әйҙәүсе
Мәҙәни проекттарҙы алға әйҙәүсе

Хәтһеҙ йылдар иртәнге “Сәләм” тапшырыуында ауыл клубтары темаһын яҡтыртты ул. Ентекле, төплө мәғлүмәт туплау өсөн райондарҙы арҡырыға-буйға иңләне. Уның тапшырыуҙары арҡылы республика халҡы Әбйәлил, Асҡын, Ауырғазы, Белорет, Иглин, Стәрлебаш, Учалы, Федоровка һәм башҡа райондарҙа йәшәгән ауыл кешеләренең көнитмеше, тормошо менән танышты. Иң мөһиме, йәмәғәтселек клуб тигән “халыҡсан күренеш”кә йөҙ менән боролоп, уның “утлы осорҙа” тиккә генә барлыҡҡа килмәүен, “изге эш” башҡарыуын аңланы...

Бына You Tube каналында Айгөл Усманованың бөгөнгө клуб сәхнәләре тураһында яңы тапшырыуҙары. “Бәй, клубтар һаман тын аламы ни?” Барыбыҙ ҙа һағайышып, ғәжәп ҡылабыҙ... Тын алыу ғына түгел, йырлайҙар, бейейҙәр, Шекспирҙы ҡуялар, ҡурайҙа һәм скрипкала уйнайҙар, төбәктең тыуған яҡты өйрәнеүселәрен һәм этнографтарын, милли костюм оҫталарын йыялар, имеш.

Айгөл йәнә алыҫ райондарға ашыға, шәхсән үҙе клуб сәхнәләрендә һәм майҙансыҡтарында съемкалар ойоштора, тамаша залына, урамда халыҡты йыя... “Мөхәббәт, үлмә!” йәғни “Һүнмәгеҙ, туған моңдар” традицияларын дауам итеп, яңыртып, ауыл йырсыларының, бейеүселәренең үҙенсәлекле сығыштарын видеоға төшөрә. Бер үк ваҡытта кадр артында авторҙың урындағы проблемаларҙы, нужа-ихтыяждарҙы ғәҙел бәйән ҡылған тыныс тауышы яңғырай... Айгөл Усманова “матди һәм әхлаҡи” мәғлүмәттәргә таянып, “алғы һыҙыҡтан” - сәхнәнән һәм репетицияларҙан, бутофория һәм оҫтаханаларҙан, һыу үткәргән ҡыйыҡтарҙан, сүп-сар тулы подвалдарҙан ипле тонда репортаж алып бара... Эйе, ысынлап та, сағыу нәмә былай ҙа күҙгә ташлана, ә олондо һәм сатырҙы тотоп торған тамырҙар, йәғни йәшәйеш, ысынбарлыҡ һәр саҡ кадр артында, иғтибарҙан ситтә, ҡала. Ауылдың мәҙәни үҙәктәрен “йәшәтер” өсөн, иң элек, дөрөҫ капитал һалыу һәм аҡыллы программалар кәрәк. Айгөл Усманова үҙенең “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” циклында төбәктең Асҡын, Салауат, Балаҡатай һәм башҡа төпкөл райондарында урынлашҡан байтаҡ клубтарҙың “күҙ буяу” сараларын, “сетерекле” һорауҙарҙы, оптимизация һөҙөмтәһен, “аҡсаһыҙлыҡ һәм өмөтһөҙлөк”тө бар дөрөҫлөгөндә сағылдыра...

Телевидение алып барыусыһы, тележурналист, телережиссер Айгөл Усманова өсөн музыка донъяһы - иң яҡын мөхит булып ҡала килә. Композиторҙар союзында йәше лә, ҡарты ла уны көтә, тапшырыуҙарына ышана. Ул был даирәлә үҙ кеше: төрлө коллегияларҙа, съездарҙа, йыйылыштарҙа сетерекле һорауҙарҙы бирә; уның белдекле, мәғлүмәтле, ҡыҙыҡһыныусан һәм игелекле булмышы үҙенсәлекле, нескә ижади мөхит әһелдәрендә ышаныс вә ихтирам уята. Тағы кемдеңдер көнө-төнө “ҡәләм менән видеокамера” тотоп, республика музыканттарын төшөрөп йөрөүе (Миләүшә Иҙрисованан башҡа!), улар тураһында һөйләүе, эфирҙа иң яҡшы көйҙәр теҙмәһен яңғыратыуы, зәңгәр экранға, Интернет киңлектәренә музыка донъяһы яңылыҡтарын сығарыуы икеле. Ниндәй дәртле, илһамлы йөҙҙәр, күҙҙәр, ҡулдар, бармаҡтар... Ни ҡәҙәр талантлы һәм сағыу музыканттар, йыр-моң ижад итеүселәр! Аҙна һайын Айгөл Усманованың тапшырыуҙарында яңы донъя күргән “Йәш композиторҙар концерты”, “Композиторҙар союзының 80 йыллығы” (хатта ки 60, 120 минутлыҡ алты репортаж!), “Композитор Валерий Скобелкин”... Ә “лайк”тар һаны күҙ алдында үҫә...

“Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” - күп ҡырлы, йөкмәткеле программа, уның бер өлөшө - “Бәләкәй ҡалалар театрҙары”. Һәм был алтынға бәрәбәр фонд тапшырыуҙарын да тап Айгөл Усманова әҙерләй. Хәтһеҙ йылдар дауамында ул театр донъяһын айҡаны, периферия спектаклдәре һәм актерҙар уның программаларының геройҙары булды. Ә бына Мәҙәниәт министрлығының Бәләкәй ҡалалар театрҙары фестивалдәре тураһындағы ҡарары иһә Айгөл Усманованы яңы идеяларға әйҙәне, дөрөҫөрәге, Хөкүмәт программаһы унда объектив мөнәсәбәтле, аҡыллы теләктәште тапты. Айгөлдөң Салауат, Сибай, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ театрҙарының ҡаҙаныштары, яңы эштәре тураһында тапшырыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай; спектаклдәрҙең асылын, уларҙың “кешелә кешелеклек уятыуы”н, бөгөн “йәнле театрҙың мәсетте лә, мәктәпте лә, партия йыйылышын да” алмаштыра алыуын һөйләп, ул телевизор ҡараусыларҙы ҡыҙыҡтыра, ымһындыра белә.

Бәхәсләшергә, инҡар итергә мөмкин... Әммә Айгөл Усманова “ҡармағын алыҫ ташлаған”, йәғни телевизор ҡараусыны ҡарап, күреп кенә түгел, һоҡландырып, яратып, уйландырып ултыртып ҡуя торған авторҙарҙың береһе ул.

Миңә Айгөлдөң рәссамдар тураһында эштәре оҡшай. Ҡылҡәләм оҫталары, уларҙың ижадын һөйөүселәр ҙә, уның ихлас һүрәтләүҙәре өсөн оло рәхмәттәр яуҙыра торғандыр... Кешеләрҙә картинаның үҙе генә түгел, уның тарихы, кәйефе лә ҡыҙыҡһыныу уята. Иң мөһиме, был эштәрҙең “һәр йөрәктә сәнғәт арҡылы яралған яҡын һәм ҡәҙерле бәхет сатҡылары”на әүерелеүе... Айгөл Усманова шедеврҙарҙы телевизион телдә оҫта тәҡдим итеп, уларҙы Башҡорт дәүләт телевидениеһының алтын фондында ҡалдыра белә.

Айгөл Усманова Башҡортостан телевидениеһы эфирында хәтһеҙ йылдар эшләй, уның уникаль ижады тейешенсә баһаланырға тейеш. Ул ысын мәғәнәһендә төбәктең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты булырға лайыҡлы.

Сәрүәр СУРИНА,

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

Автор:
Читайте нас: