Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Октябрь 2022, 17:09

Берҙәмлекте һынар мәл

Берҙә түгел, илдә көс, ти, халыҡ аҡылы. Ватаныбыҙ өсөн һынылышлы, ауыр осорҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итеү - һәммәбеҙҙең изге бурысы. Тап ошондай мәлдәрҙә мәрхәмәтлелек, кешелеклелек тигән төшөнсәләрҙең айышына ла яҡшыраҡ төшөнәһең. Бөгөнгө көндә Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов исемен йөрөткән башҡорт батальондары яугирҙарына, өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-аттарға һәм барлыҡ хәрбиҙәргә матди вә рухи ярҙам күрһәткән ватандаштарҙың берҙәмлеге, ихласлығы, батыр рухы һоҡландыра. Шәхси эшҡыуар, “Гүзәл” туҡымалар салоны хужабикәһе Резеда Сайдарованың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һәм эшҡыуарҙар чатында “Һалдат посылкаһы” акцияһына ҡушылырға әйҙәүен дә халҡыбыҙ илһөйәрлек, шәфҡәтлелек ораны итеп ҡабул ҡылды.

Берҙәмлекте һынар мәл
Берҙәмлекте һынар мәл

- Бер аҙналай ваҡыт эсендә уртаҡ көс менән 315 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Хатта бер эшҡыуарыбыҙ 50 мең һум аҡса күсерҙе. Әйтергә кәрәк, был изге ғәмәлгә район-ҡала халҡы ғына түгел, хатта республиканан да ҡушылдылар. Кешеләр аҡса ебәреп кенә ҡалмай, изге теләктәр менән хат-хәбәрен дә өҫтәй, шылтыратып кәңәшләшә, ил-йорттағы хәлдәр йәһәтенән фекерҙәре менән бүлешә.

Ошондай уҡ акцияны яҙғыһын да уҙғарғайныҡ. Ул осорҙа 100 мең һумдан артыҡ аҡса тупланды. Был юлы халыҡ айырыуса әүҙем, дәррәү ҡушылды. Матди ярҙам күрһәткән кешеләрҙең исем-шәрифен теркәп, бөтөн чектарҙы һаҡлап барабыҙ. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итте. Мәҫәлән, “Өмөт” магазины - ҙур ҡапсыҡ йылы ойоҡтар, “Арзан” магазины - йылы костюм, әрме ботинкаһы, итек, “Галактика” магазины - аяҡ кейемдәре, шәхси эшҡыуар Әлфиә Муллағәлиева - 14 мең һумлыҡ аҙыҡ-түлек, “Минең ғаиләм” сауҙа үҙәге - 100 дана баш кейеме менән ҡыуандырҙы. Бынан тыш, йыйылған аҡсаға 73 пар йылытылған резина итектәр, баш кейемдәре, балаклавалар, футболкалар, башалтайҙар, туристик ултырыҡтар, фонарҙарҙың һәр төрө, батарейкалар, тәмәке-ҡабыҙғыстар, медикаменттар, аҙыҡ-түлектән - быҡтырылған ит, бутҡалар, йәһәт әҙерләнгән аш-пюре, ҡуйыртылған һөт, сәй, ҡәһүә, шәкәр, тәм-том һәм башҡаһы һатып алынды.

Әлбиттә, ике фронтҡа әйбер туплау, иҫәп-хисап эштәре бигүк еңел түгел. Шулай ҙа кешеләрҙең был изге эшкә битараф булмауҙары, ил терәге - ир-егеттәребеҙгә күңел йылыһын өләшеүҙәре дәрт-дарман, күтәренкелек бирҙе. Һәммәһенә лә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм! - ти Резеда Рифғәт ҡыҙы.

Әйткәндәй, “Гүзәл” туҡымалар донъяһы йәнә бер зарури эшкә тотонған. Салондың тегеү цехында һалдаттар өсөн махсус билдә - “Z” хәрефе төшөрөлгән аҡ, ҡыҙыл төҫтәге ҡулбауҙар тегелә.

- Украина ерендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаилә дуҫыбыҙҙың үтенесе был ҡулбауҙар. Үҙебеҙҙекеләрҙе ҡаршы яҡтыҡыларҙан ҡапыл-ҡара айырыу өсөн кәрәк икән улар. Дәүләт флагы төҫтәре, “Z” хәрефе ише патриотик символдар менән биҙәлгән был бәйләместәрҙең ике йөҙө Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән егеттәребеҙгә тәғәйенләнһә, йөҙ данаһы Украиналағы яугирҙарыбыҙға оҙатыла, - ти әлеге идеяның авторы, “Гүзәл” туҡымалар салонының даналап һатыу буйынса директоры Гүзәл Мостафина.

Посылкалар араһына мәктәп уҡыусыларының ил һаҡсыларына төбәп яҙған хаттары ла һалына. Резеда Рифғәт ҡыҙы әйтеүенсә, ҡыҙ-малайҙарҙың яҙғы мәрхәмәтлек акцияһында яҙған хаттарын һалдат ағайҙары уҡып, сикһеҙ ҡыуанған.

Гуманитар ярҙамдың бер өлөшө Ҡазандағы хәрби уҡыу часына ебәрелгән дә инде. Ҡалған посылкалар иһә үҙ мөҙҙәтен көтә. Белорет военторгы Андрей Копьев әйтеүенсә, Шайморатов батальоны әлегә алғы һыҙыҡта, улар бәйләнешкә сығыу менән посылкаларҙы ебәреү шарттары килешеләсәк.

Бына шулай, Ватаныбыҙ алдында мөһим бурыс атҡарған ир-аҙаматтарға терәк булыр ил барҙа, хәрби хеҙмәт тә еңелерәк тойолор.

 

Һүрәттә: “Гүзәл” туҡымалар салонының тегеү цехы һылыуҙары.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: