Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
31 Октябрь 2022, 16:14

"Йондоҙҙарға ғашиҡ булып, йылдарым үтте елеп"

Бөгөн билдәле яҡташыбыҙ - талантлы яҙыусы, шағир, публицист, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы Әхмәҙин Әфтәх 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.  

"Йондоҙҙарға ғашиҡ булып, йылдарым үтте елеп"
"Йондоҙҙарға ғашиҡ булып, йылдарым үтте елеп"

Әхмәҙин Әфтәхетдинов Абҙаҡ ауылында урман йығыусы-артелсы, балта оҫтаһы Мөхәмәтдин Әфтәхетдиновтың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Татыу ғаиләлә алты бала тәрбиәләнгән.

Абҙаҡ урта мәктәбендә уҡыған йылдарында Әхмәҙин тәүге ҡәләмен һынай. Башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының китаптарын яратып уҡый, урындағы матбуғатта тәүге әҫәрҙәре донъя күрә.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Әхмәҙин Әфтәхетдинов “Урал” гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Ошо ярты йыл дауамындағы тәжрибәһе уның артабанғы яҙмышында оло әһәмиәткә эйә. Тап район гәзитендә эшләгәндә, ул үҙенең төп тәғәйенләнешен аңлай. Өлкән журналистар башлап яҙыусы шағирға кәңәштәре менән ярҙам итә.

Артабан Әхмәҙин Әфтәхетдинов өс йылға яҡын хәрби хеҙмәттә була. Хеҙмәт иткән йылдарында ла ул күренекле яҙыусылар менән хатлашып тора, башҡорт баҫмаларына яҙыла. Уның тәүге шиғырҙары республика гәзит-журналдары битендә күренә башлай.

Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, «Таң» гәзитендә эшен дауам итә. 1969 йылда комсомол путёвкаһы менән Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһындағы «Магнезит» заводында эшләй, «Саткинский рабочий» ҡала гәзите менән хеҙмәттәшлек итә.

1976 йылдан - «Башҡортостан пионеры» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите һәм «Пионер» журналының әҙәби хеҙмәткәре. 1979 йылдан алып 2007 йылға саҡлы «Аманат» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, әҙәби бүлек мөхәррире, яуаплы сәркәтип булып эшләй.

Әхмәҙин Әфтәх әҙәбиәткә 60-сы йылдарҙа килә, шиғыр жанрында эшләй. 1995 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ошо йылдарҙа ул ныҡышмалы рәүештә шиғриәттә үҙ юлын эҙләй.

1993 йылда «Китап» нәшриәтендә «Йәшлегем урамдары» исемле тәүге шиғри йыйынтығы баҫылып сыға. Артабан «Беҙҙең тауҙар күккә олғаша», «Асыулы болот», «Тау башында монар», «Сикләнгән даирә» шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Был әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенә үҙ тауышы менән, донъяны үҙенсә күрә белгән тағы ла бер ысын шағир килеүен аңғарта. 2007 йылда Әхмәҙин Әфтәх уҡыусылар хөкөмөнә «Тамаша», «Ер тартыуы» тигән яңы китаптарын тәҡдим итә. Йыйынтыҡҡа көнүҙәк әхлаҡи-әҙәп мәсьәләләрен күтәреүсе шиғырҙар һәм поэмалар инә. Уларҙа шағир теүәл һәм тәрән фекерле художество алымдары һәм образдар ярҙамында замандаштың типик образын тыуҙыра, заман рухын, рухи яңырыу һәм әхлаҡи юғалтыуҙарын тапшыра. Юғары әхлаҡи принциптарҙы пропагандалағаны өсөн шағир шул уҡ йылда «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһе менән бүләкләнә һәм исемле сертификат эйәһе була.

2019 йылда Әхмәҙин Әфтәхтең “Етенсе бейеклек” исемле яңы китабы донъя күрҙе. Шағирҙың был китабы егерменсе быуат аҙағында һәм яңы быуат башында ижад иткән, ҡош юлындай ике быуатты бәйләп торған шиғри гәүһәрҙәренән хасил булды. Авторҙың заман һулышы, ил, халыҡ, кеше, ер яҙмышы тураһында уйланыуҙары, йәшәйеште, мөхәббәтте данлаған шиғырҙары урын алды.

Етмеш бишендә лә ул ижади эшмәкәрлеген ташламаған. Тиҙҙән яҡташыбыҙҙың “Күбәләгем минең, күбәләк” исемле өр-яңы китабы нәшер ителергә тора. Хәләл ефете Римма ханым менән ейәнсәрҙәре Мәҙинә һәм Айһылыуҙың уңыштарына һөйөнөп, балаларына ярҙам итеп, яҙмышына шөкөрана ҡылып йәшәй шағир.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: