Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Ноябрь 2022, 12:14

Гөлдәр һөйөр наҙлы күңел

Гөл-сәскәләр - кешенең күңел торошон, рухи байлығын сағылдырған зауыҡ, нәзәкәтлек билдәһе ул. Әйләнә-тирәһен сәскәгә сорнағандарҙың күңеле лә таҙараҡ, сафыраҡ кеүек. Өйҙә гөлдәр күкрәп сәскә ата икән, тимәк, бында өлгөр, матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат йәшәй... Белорет ҡалаһынан Мәфтүха Мәхмүтованың фатирына килеп инеү менән иң элек нәфис сәскәле гөлдәр, йәшеллек күҙгә ташлана. Тәҙрә артындағы һағышлы һоролоҡто шунда уҡ наҙ, йылылыҡ, һөйөнөс алмаштыра. Баҙыҡ миләүшә, серле спатифиллум, нәфис орхидея, талымһыҙ бәрхәт гөл, һөйкөмлө катарантус, сағыу цикламен - һанай китһәң бихисап.

Гөлдәр һөйөр наҙлы күңел
Гөлдәр һөйөр наҙлы күңел

Гөлдәр менән дуҫлығы ныҡ Мәфтүха апайҙың.

- Үҙенә күрә тере йән эйәләре бит улар, ваҡытында һыу ҡойоп, туҡландырып, тейешенсә тәрбиәләп тормаһаң, һулып, һәләк булалар. Хатта һинең кәйефеңде, күңел торошоңдо ла тойоп, аңлап торған кеүектәр, - ти ул гөлдәрен ҡараштары менән иркәләп. - Минеңсә, гөл үҫтереү үтә яуаплы эш, шуға ла мөҙҙәте етмәйенсә был шөғөлгә тотонмауың хәйерле. Донъя йөгөн артмаҡлап, иртә таңдан төнгә ҡәҙәр эш тип сапһаң, өйөңә тик йоҡларға ғына ҡайтһаң, гөл-сәскә үҫтереү тураһында ниндәй һүҙ булыуы мөмкин?! Үҙем дә олоғая төшкәс, ваҡыт тигәнең иркенәйгәс кенә, ошо хәстәргә күмелдем. Һәр ҡайһыһының үҙ холоҡ-фиғеле, үҙенсәлеге. Берәүҙәре тәҙрә төбөн, яҡтылыҡты яратһа, икенселәре ҡояш нуры төшмәгән һалҡын урынды өнәй. Мәҫәлән, орхидея ҡояшты, күп һыу һипкәнде яратмай. Уның ҡарауы, спатифиллум яҡтылыҡты, дымлы һауаны үҙ итә. Үҙемсә гөлдәремдең холоҡ-фиғеленә яраҡлашып, тәрбиәләргә тырышам, ике йылға бер тапҡыр тупраҡтарын алмаштырам... - Үҙ ғүмерендә байтаҡ ауырлыҡтар күргән, юғалтыуҙар кисергән хужабикәнең ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас наҙлылыҡтан, күңел йомшаҡлығынан ваз кисмәүе лә күренә был шөғөлдә...

Сығышы менән Хоҙайбирҙе ауылынан ул. Биш балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән.

- Иң кесеһе инем. Йәш тә туғыҙ ай тигәндә атайым Абдрахман Ҡотлоғәлләм улын һуғышҡа алғандар. Һуңғараҡ уның Орлов өлкәһендә ерләнгәнлеген белдек. Әсәйебеҙ Мөслимә Рәхмәтулла ҡыҙы биш баланы аяҡҡа баҫтырам, тип ғүмере буйы урман эшендә бил бөктө. Мин үҙем дә бәләкәйҙән леспромхозда эшләнем. Ирҙәр менән бер рәттән урман киҫтем, сайыр ағыҙҙым. Шуныһы үкенес, Ботай мәктәбенең VII класын тамамлағас, ары белем алырға форсат теймәне ... - ти ағинәй ярым етем бала сағын хәтерләп.

12 йыл тирәһе Мәфтүха Абдрахман ҡыҙы Әбйәлил районы Ҡыҙыл Башҡортостан ауылында йәшәй. Урындағы совхоздың алдынғы һауынсыларының береһе була. Хатта етәкселәр менән бергә район үҙәге Асҡарға пленумдарға ла йөрөй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың ҡулынан “Почет билдәһе” орденын ала, бихисап грамоталар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Әбйәлилдә байтаҡ ғүмер йәшәп, Мәфтүха апай тиҙҙән Белоретҡа күсенә...

- Тормош иптәшем Рәис Мәхмүтов менән бала саҡтан таныш инек. Ул күрше Көйөк ауылынан булды. Баянын тотор ҙа беҙгә киске уйынға килер ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында йәшләй өйләнешергә яҙманы. 12 йыл уҙғас, таныштар арҡылы Ҡыҙыл Башҡортостанға килеп тапты мине. Юлдар аймылышҡан арала ул өйләнгән, ҡыҙы тыуған, әммә ғаилә тормошо бармаған икән. Яҙҙан көҙгә тиклем ныҡышып йөрөп, 1975 йылда тәки алып ҡайтты мине, “Бер юғалттым, бынан ары һинһеҙ йәшәмәйем”, - булды һүҙе...

Мәҡәләне тулы килеш гәзиттең 43-сө һанында уҡырға мөмкин.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: