Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
16 Ноябрь 2022, 09:37

Берәүҙән икәү яҡшы!

Игеҙәктәр бер-береһенә иң яҡын кешеләр һанала һәм улар, хатта икеһе ике яҡта булғанда ла, бер-береһенең уйҙарын, кисерештәрен тойоуҙары билдәле. Факттарға ярашлы, уларҙың 50 процентының үҙҙәре генә белгән телдәре бар. Был серле тел эсенә һүҙҙәр генә түгел, уларҙың икәү-ара ғына аңлаған ым-ишара, мимика һәм үҙенсәлекле тауыштар ҙа инә.

Берәүҙән икәү яҡшы!
Берәүҙән икәү яҡшы!

Ғалимдар шулай уҡ игеҙәктәр араһында һулаҡайҙарҙың йыш осрауын асыҡлаған һәм уларҙың, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, оҙағыраҡ йәшәүен дәлилләгән. Был уларҙың эмоциональ һәм ижтимағи яҡтан бәйле пар булыуҙары менән аңлатыла.

Бер йомортҡанан бүленеп яралғандарҙың дүрттән бер өлөшөндә көҙгө сағылышы бар, йәғни, береһенең уң яҡ яурынында миң булһа, шундай уҡ миңде икенсеһенең һул яҡ яурынында осратырға була. Игеҙәктәр бер ҡарында яралып, бер нисә минут арауығы менән генә тыуһалар ҙа, тән ауырлыҡтары төрлөсә була.

Нисек кенә булмаһын, игеҙәктәр иҫ киткес тәбиғәт күренеше һәм уларҙың үҙенсәлекле бәйләнеш серен күп кенә ғалимдар сисергә тырыша.

Ҡаланың медицина колледжында ла ошондай игеҙәк студенттар бар. Улар менән һеҙҙе яҡынданыраҡ таныштырабыҙ. Уҡыу йортоноң “Шәфҡәт туташы” бүлегенең I курсында белем алған Азалия һәм Розалия ХӨСӘЙЕНОВАлар Бөрйән районы Әтек ауылынан. Аҡ халатлы шәфҡәт туташы булыу - уларҙың бала саҡ хыялы. Был һөнәрҙе һайлауға уларҙы COVID-19 сиренең донъяны ялмап алыуы, табиптарҙың етешмәүен күреү һәм сирлеләргә ярҙам итеү теләге этәргән. Улар киләсәктә юғары белем алыу теләге менән дә яна. Ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән ҡыҙҙар Ислам, Илхан һәм Илназ исемле ҡустыларын тәрбиәләшеп, ата-әсәләренең уң ҡулы булып, ҡатын-ҡыҙҙар белергә тейеш барлыҡ
эштәргә өйрәнеп үҫкәндәр. Бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнгән игеҙәктәр колледждың бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуларға ла өлгөргәндәр, бәйләм бәйләргә лә әүәҫтәр. “Игеҙәгең булыу рәхәтме?”, - тигән һорауға:

- Эйе. Эс серҙәреңде бүлешер, һине бар яҡлап та яҡшы белгән, кәрәк саҡта ярҙам итер ышаныслы тоғро дуҫыңдың һәр саҡ яныңда булыуы оло бәхет. Холоҡтарыбыҙ айырылһа ла, бер ваҡытта ла һүҙгә килешкәнебеҙ юҡ һәм һәр эште бергәләп эшләргә яратабыҙ, әле лә бер иш кейемдәр кейәбеҙ. Мәктәптә йәки урамда беҙҙе йыш бутайҙар һәм ошо сәбәпле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға ла тарыған осраҡтар күп. Игеҙәгең булыу тик ыңғай яҡтан ғына тәьҫир итә, - ти улар.

Колледждың II курсында уҡып йөрөгән Фәнүз һәм Фәнис НУРУТҠОЛОВтар ҙа ошо уҡ райондың Иҫке Собханғол ауылынан. Бер-береһенә бер тамсы һыуҙай оҡшаған егеттәр спорт менән дә дуҫ - VI кластан алып мәктәптәге һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексындағы саңғы түңәрәгендә шөғөлләнәләр, көрәш һәм шахмат буйынса ла ярыштарҙа даими ҡатнашалар.

Өлгәшкән уңыштары, еңеүҙәре лә бихисап. Өфө нефть техник университетының III курсында белем алған апайҙары Нәркәстән өлгө алһалар, 6 йәшлек Наҙгөл һеңлеләрен һәр саҡ ҡурсаларға, ярҙам итергә ашҡыналар, һағынып ҡайталар.
Әлегә буш ваҡыттарын уҡыуға арнаған егеттәр киләсәктә колледждың йәмәғәт һәм спорт сараларында ҡатнашыу, һайлаған һөнәрҙәренең барлыҡ нескәлектәрен төшөнөп, яҡшы белгес булыу теләге менән яналар.

Сығыштары менән Учалы районы Озерный ауылынан булған Лирида менән Индира ТҮЛЕБАЕВАлар “Шәфҡәт туташы” бүлегенең II курсында уҡыйҙар. Үтә лә тыйнаҡ, итәғәтле игеҙәк ҡыҙҙар “Тәү сиратта - уҡыу!” девизы менән йәшәйҙәр.

- Мәктәптән һуң Өфөгә юлланырға уйлағайныҡ. Һуңынан Белорет медицина колледжының ике бүлегенә - “Дауалау”, “Шәфҡәт туташы”- на һынау тотоп ҡарарға булдыҡ һәм икеһенә лә уңышлы үттек. Әлегә барлыҡ ваҡытыбыҙ уҡыуға йүнәлтелгән.

Уҡыу ауыр булһа ла, дипломлы белгес булып сығыу, кешеләргә ярҙам итеү, дауалау, һауыҡтырыу теләге көслө. Үҙебеҙҙе нәҡ ошо һөнәр эйәләре итеп күрәбеҙ һәм был юлдан китеүебеҙгә шатбыҙ. Йәнә һүрәт төшөрөргә, ҡамыр ризыҡтары бешерергә әүәҫбеҙ.

Йөҙгә үтә оҡшаш булғанға беҙҙе хатта әсәйебеҙ бутаған осраҡтар ҙа бар. Фекерҙәребеҙ гелән бер иш түгел, беребеҙгә күк төҫ оҡшаһа, икенсебеҙ башҡаны үҙ итә. Оҡшаған йырсыларыбыҙ ҙа, яратҡан фильмдар ҙа айырыла. Шулай ҙа бер иш төҫтә һәм фасонда кейенергә, сәстәребеҙҙе бер үк һалырға яратабыҙ. Беҙ шул тиклем бер-беребеҙ менән бәйле, киләсәктә үҙ ғаиләләребеҙҙе ҡороп, икебеҙҙең ике яҡҡа айырылып китеү мөмкинлеген уйлағыбыҙ ҙа килмәй”, - ти улар.

Азилә менән Азидә ҠАҺАРМАНОВАлар Әбйәлил районы Атауҙы ауылынан. Күҙҙәренән осҡон сәселеп торған ҡыҙҙар, уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда беренсе көндән үк актив ҡатнаша. “Дауалау” факультетының I курсында белем алған ҡыҙҙарҙың береһе атаһына, икенсеһе әсәһенә тартым булһа ла, айырылғыһыҙ дуҫтар икәнлектәре әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.

- Колледжды тамамлағас, үҙебеҙҙе медицина өлкәһенән тыш башҡа ерҙә лә һынап ҡарарға тигән уйҙабыҙ. Беҙҙең Алһыу һәм Нурсилә исемле апайҙарыбыҙ һәм Илнур исемле ҡустыбыҙ бар. Нурсилә апайыбыҙ ҙа ошо уҡ уҡыу йортон уңышлы, тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған һәм ул беҙгә үрнәк булып тора.

Буш ваҡытыбыҙҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡырға, айырыуса күренекле яҙыусыларыбыҙ Ноғман Мусин, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишеваларҙың әҫәрҙәрен яратабыҙ.

Беребеҙ гитарала уйнаһа, икенсебеҙ күңел түренән сыҡҡанды шиғыр юлдарына һалырға әүәҫ. Дуҫ-иштәребеҙ бик күп, беҙ - аралашырға яратҡан ҡыҙҙар. Бер-беребеҙҙән саҡ ҡына айырылып торһаҡ та, юҡһына, һағына башлайбыҙ. Йәштәштәребеҙгә социаль селтәрҙәрҙә күп ултырмаҫҡа, ә реаль тормоштағы ваҡиғалар уртаһында йышыраҡ ҡайнауҙарын, белемдәрен, таланттарын үҫтерергә ынтылыуҙарын, спортҡа ылығыуҙарын һәм насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороуҙарын, телмәрҙәрен үҫтереү өҫтөндә эшләүҙәрен теләр инек”, - ти ҡыҙҙар.

Берәүҙән икәү яҡшы!
Берәүҙән икәү яҡшы!
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: