Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Ноябрь 2022, 11:38

Илһам ҡанатына көс өҫтәп

Ошо көндәрҙә Сосновка ауылында йәшәгән таланлы шағир һәм яҙыусы, Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе,  - Мәүлит Кәримовтың Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Юлдар һалам” исемле сираттағы китабы донъя күрҙе.

Илһам ҡанатына көс өҫтәп
Илһам ҡанатына көс өҫтәп

Өс авторҙы берләштергән шиғри йыйынтыҡта яҡташыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары тупланған.

  • Ижад емештәремде баҫмаға 2014 йылда уҡ тапшырғайным һәм ул айырым китап булып донъя күрергә тейеш ине. Илдә барған ваҡиғалар шауҡымы арҡаһында өс автор менән бергә тупланырға һәм шиғырҙарҙың күләмен байтаҡ ҡына ҡыҫҡартырға тура килде. Йыйынтығымдың сығырына өмөтөм һүрелеп тә бара ине, әммә “Түҙгәнгә - түш” тигәндәй, китабымды ҡулыма алыу шатлығын татыным һәм уны үҙемдең август айында билдәләгән юбилейыма бүләк итеп ҡабул иттем”, - ти Мәүлит Зиннәт улы.

Яҡташыбыҙға киләсәктә яңынан-яңы китаптарын ҡулына алып һөйөнөргә яҙыуын, илһам ҡанаттарының талмауын һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешешенә индергән өлөшөнөң тағы ла артып тороуын, ижади уңыштарының күп булыуын теләйбеҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: