Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Февраль 2023, 10:57

Тыныслыҡ илсеһе - Максим

Ватанды һаҡлаусылар көнө - Тыуған иленә тоғро ҡалған, уның хәүефһеҙлеге һағында торған, барыһы өсөн сыҙамлылыҡ, батырлыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өлгөһө булғандарға тәрән ихтирам билдәһе ул.

Тыныслыҡ илсеһе - Максим
Тыныслыҡ илсеһе - Максим

Бөгөн тыуған ерен, уның мәнфәғәтен яҡлауҙы бурыс итеп ҡуйған, кемдең ғүмере һәм хеҙмәте берҙәм маҡсатҡа – илебеҙҙең именлеге һәм сәскә атыуына бәйләнгән - шул Ватанды һаҡлаусы булып иҫәпләнә.

“Нисә йәштә, ниндәй енестән булыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусы йәиһә ябай эшсе булһынмы – ул Ватан һаҡсыһы. Тыуған ил уға мөрәжәғәт итә икән, ул һәр ваҡыт әҙер торорға тейеш. Ә буласаҡ Ватан һаҡсылары яҡшы уҡырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға һәм, иң мөһиме, күп быуатлыҡ тарихыбыҙҙы, үҙ батырҙарын белеп үҫергә тейеш. Тарихты белмәй тороп, илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булып булмай. Шуға ла Ватанды һаҡлаусылар көнө нәҡ ил хәүефһеҙлеге һағында торған ысын ир-егеттәр байрамы ғына тип иҫәпләмәйем”, - ти йәш булыуына ҡарамаҫтан, төптән уйлай, тәрән фекерләй белгән, етди ҡарашлы Максим СӘЙФУЛЛИН.

...Йөйәк ауылынан Зәлиә һәм Белоретта тыуып үҫкән Ришат Сәйфуллиндар ике балалары Вадим һәм Диана менән Һарытау өлкәһенең Яңы Перековное ауылына күсеп китә. Ғаилә башлыҡтары ауыл хужалығы тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә. Кинйә улдары Максим да ошонда тыуа. Ул башланғыс класты тамамлауға, Сәйфуллиндар Тольятти ҡалаһында йәшәгән туғандары янына күсеп китергә ҡарар ҡыла. Үҫмер урта белем алыу тураһында таныҡлыҡ алыу менән 2010 йылда ғаилә тыуған яҡтарына - Иҙел башына ҡайтып төпләнә. Зәлиә Фәрхетдин ҡыҙы һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға, ә ғаилә башлығы Ришат Әлфит улы Белорет селтәр һәм түшәмәләр заводында эшләй. Ҡулына Белорет металлургия колледжы (сым һуҙыусылар төркөмө) дипломын алыу менән, Максим хәрби хеҙмәткә алына. Псков өлкәһенең инженер-саперҙар батальонында хеҙмәт итеп, Иваново ҡалаһында ил алдындағы бурысын үтәй. Бер аҙ Белорет металлургия заводында эшләп ала. Тормошон артабан хәрби хеҙмәт менән бәйләү теләге уны армия генералы В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань гвардия юғары һауадесант команда училищеһына алып килә. Тик конкурс имтихандарын үтә алмай. Максимға контракт буйынса хеҙмәт тәҡдим итәләр.

2016-2019 йылдарҙа Тольятти ҡалаһында Баш разведка идаралығының махсус тәғәйенләнештәге отрядында хеҙмәт итә. Өс йыл дауамында уға Тажикстан Республикаһында, Сүриәлә хәрби командировкаларҙа булырға ла тура килә. Сүриәлә 4,5 ай дауамында разведка буйынса бурыстар үтәй. Шулай уҡ хәрбиҙәр бандформированиеларҙы асыҡлау, дислокация пункттарын һаҡлау, төпкөл райондарға гуманитар ылау алып барыу кеүек бурыстарҙы башҡара. Рәсәй һалдаттары вертолеттарҙа сик буйын да патрулдә тота. Әйткәндәй, 21 тапҡыр парашюттан һикерә. Сержант Максим Сәйфуллин Сүриәлә күрһәткән ҡаһарманлығы, хәрби, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙәге намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй Оборона министрлығының “Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы” һәм “Минанан таҙартыу өсөн” миҙалдары, “Махсус шарттарҙа хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” күкрәк билдәһе менән наградлана. Контракты тамамланғас, Белорет полицияһында хеҙмәт юлын башлай һәм өс йыл эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәтендә эшләй.

Илдә махсус хәрби операция башланыр алдынан республика полицияһы Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә тәртип урынлаштырыу өсөн йыйылма отрядтар ебәрҙе. Максим Сәйфуллин да йыйылма отряд составында Украинаға юллана.

 

Материалдың тулы вариантын гәзиттең 8-се һанында уҡығыҙ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: