Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә, ғөмүмән тормошта, бәхетле булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тигән һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирер. Әммә күптәр хәҙерге тормошта, беҙҙең өләсәйҙәребеҙҙең элекке ҡарашы менән йәшәп булмай һәм ҡыҙ балаларҙы артыҡ тыйнаҡ, баҙнатһыҙ, йомшаҡ күңелле итеп тәрбиәләгән осраҡта, ул тормошондағы беренсе проблемалары килеп сығыу менән баҙап, ҡурҡып ҡаласаҡ һәм уны үҙ аллы хәл итә алмаясаҡ, ти. Шуға күрә, бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙҙары тәүәккәлерәк, үтеп-сығып барыусан, ир-аттар һымаҡ көслөрәк, ҡыйыуыраҡ булырға һәм шул уҡ рәттән донъялағы үҙенең тотҡан роленән ситкә тайпылмаҫҡа тейеш.
Ысынлап та, бөгөнгө көндә эшендә лә, ғаиләһендә лә уңған, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәгән гүзәл заттарыбыҙ күп кенә. Уларҙың һәр “бизмәне” тигеҙ тарта. Шундай һөйкөмлө заттарҙың береһе, ҡала педагогия колледжы преподавателе, Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы - Гүзәл ХӨСӘЙЕНОВА хаҡында булыр һүҙебеҙ.
Гүзәл Мансур ҡыҙы сығышы менән Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан. Педагогтар династияһынан булған ҡыҙ, урта мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия колледжының “Социаль педагог” һөнәренә уҡып сыға.
- Атайым Мансур Мөждәбә улы Ҡәнәғәтуллин күп йылдар мәктәптә директор вазифаһын атҡарҙы, тарих фәненән белем бирҙе, ә әсәйем Ләлә Зәйни ҡыҙы Сәғәҙәтова - башланғыс кластар уҡытыусыһы. Атайымдар ғаиләлә 7 бала үҫкән һәм уларҙың бөтәһе лә - педагогтар. Бер туған апайым Әлиә лә Сибай педагогия уҡ колледждын тамамлап, уҡытыусы һөнәренә эйә.
Колледжда уҡыған осорҙа педагогтарыбыҙҙың һәр береһенә ҡарап һоҡлана торғайным һәм ошо апайҙар һымаҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Сөнки улар беҙҙе үҙ балаларылай яҡын күрә, һәр саҡ ярҙам итә, төплө белем бирергә тырыша инеләр.
Ҡулыма диплом алғас, Әбйәлил районы Асҡар ауылы военкоматына эшкә урынлаштым. Бер аҙҙан 1-се мәктәпкә секретарь булып эшкә күстем һәм ошо осорҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Белореттағы филиалына “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” бүлегенә ситтән тороп уҡырға индем. Мәғариф өлкәһендә тәүге аҙымдарымды Асҡар мәктәбендә башланым һәм беренсе дәрестәремде бирҙем.
2006 йылда Байым ауылы егете Фәнис Сәлих улы менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләнек. Тормош иптәшем менән бер коллективта эшләй инек һәм танышып китеүебеҙ ҙә ошо сәбәпле булды.
Үҙ аллы тормошобоҙҙо ҡорғас, Белорет ҡалаһына күсергә ҡарар иттек. Икенсегә әсәй булып, декрет ялым тамамланғандан һуң, ҡаланың 26-сы һөнәрселек училищеһына (хәҙерге Башҡортостан архитектура һәм төҙөлөш техникумы) башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлаштым, шулай уҡ директор урынбаҫары вазифаһын атҡарҙым.
Кеше бер ҡасан да бер урында ғына тапанырға тейеш түгел һәм теләгенә ынтылырға, хыялланырға тейеш, тип иҫәпләйем. “Хыял иткән - мораҙына еткән” тиеүҙәренә ҡаланың педагогия колледжына эшкә саҡырғастары инандым. Сөнки был минең студент йылдарында күңелемдә яралған иң көслө хыял-теләктәрҙең береһе ине.
Бөгөнгө көндә студенттарға башҡорт теле һәм ағымдағы уҡыу йылынан башлап колледж етәксеһе Гөлшат Рауил ҡыҙы идеяһы арҡылы тергеҙелгән Башҡортостан тарихы дәрестәрен алып барам. Яңы етәксе килгәс тә туризм буйынса белемемде камиллаштырҙым һәм ошо йүнәлештә белем алған студенттарға ла дәрестәр бирәм. Тел дәрестәрен алып барғанда, уҡыусыларҙың ниндәй һөнәргә уҡыуына ҡарап, киләсәктә уларҙың кемдәр менән эшләүен иҫәпкә алырға тырышам.
Ғаиләмә килгәндә, "Росгвардия"ла өлкән инспектор булып хеҙмәт иткән тормош иптәшем Фәнис менән өс ул үҫтерәбеҙ. Өлкән улыбыҙ Арслан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының X класс уҡыусыһы, йәнә ҡала музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында үткән төбәк-ара ҡурай конкурсында еңеүсе булып, Республика кимәлендә районыбыҙ намыҫын яҡларға әҙерләнә. Уҡытыусыһы Радмир Әхтәмов ҡурай дәрестәрен бик матур алып бара. Йырҙарҙың һүҙҙәрен генә түгел, уның килеп сығыу тарихын да һөйләп, тәрән мәғлүмәт бирә, балаларҙа башҡорт моңона ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Шуның өсөн рәхмәтлемен уға. Арслан бик актив бала. Ҡала мәҙәниәт һарайының Гөлнара Ғилманова етәкләгән “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театрында уйнай, Луиза Мөхитдинова алып барған “Алтынай” йыр түңәрәгенә йөрөп, ҡалала үткән төрлө күләмле сараларҙа сығыш яһай. Киләсәктә сәнғәт юлын һайларға уйлай.
Икенсе улыбыҙ Алсын 17-се гимназияның VI класы уҡыусыһы. Спортҡа ынтылышы көслө. Дзюдо менән шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Ул маҡсатлы бала, алдына ҡуйған бөтә уй-ниәттәрен бер нигә ҡарамай тормошҡа ашыра.
Алты йәшлек Нурсолтаныбыҙ әле 27-се балалар баҡсаһына йөрөй. Үҙ теләге менән быйыл Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына уҡырға барасаҡ. Ғөмүмән, беҙҙең өйҙә башҡорт рухы хөкөм итә. Балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә өйҙә тик башҡорт телендә аралашабыҙ, шуға күрә кесе улымдың башҡорт мәктәбенә уҡырға барырға теләк белдереүе ғәжәйеп түгел, - ти Гүзәл Мансур ҡыҙы.
Осрашыу һуңында яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй теләктәрең булыр һәм һинең өсөн ҡатын-ҡыҙ бәхете нимә ул, тигән һорауыма: “Гүзәл заттарҙың барыһын да байрамыбыҙ менән ҡотлап, иң мөһиме - һаулыҡ һәм донъяла, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләр инем. Бөгөнгө көндә кемдәр махсус операцияла ҡатнашҡан ирҙәрен, улдарын, атайҙарын көтә - уларҙың барыһы ла имен-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын!
Башҡорттар - көслө ҡәүем. Донъялағы булған ниндәй генә һуғышты алып ҡараһаң да, улар һәр саҡ алда ҡурҡыу белмәҫ батырҙар булған. Шуның өсөн дә ошо милләттән булыуыма ғорурланам, был турала балаларға еткерергә тырышам. Киләсәк быуын да милләтебеҙҙең һаҡсыһы, яҡлаусыһы булһын өсөн беҙ, әсәйҙәр, бөгөнгө көндә тәрбиә мәсьәләһен күтәргәндә ошоға өҫтөнлөк бирергә тырышайыҡ, тип саҡырыр инем.
Ҡатын-ҡыҙ бәхетенә килгәндә,ул минең өсөн өйөң тулы балалар, яныңда тоғро тормош иптәшең, яҡындарың һәм дуҫ-иштәрең булыуы. Аллаға шөкөр, был йәһәттән минең бәхет кәсәм тулы. Ниндәй генә осраҡта ла ярҙамға килергә әҙер туғандарым, шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлашыр дуҫтарым, класташтарым булыуына рәхмәтлемен.
Эшемдән дә уңдым. Һәр саҡ яңы идеялар менән янып йәшәгән, егәрле,беҙҙе үҙ артынан алға әйҙәгән етәксем, бер маҡсатҡа, бер йүнәлештә эшләгән матур, татыу коллективыбыҙ бар. Бәхет төшөнсәһен ошоларҙың береһенән башҡа айырып ҡына ҡарай алмайым һәм һәр ҡатын-ҡыҙға ла шуны теләйем”, - тип яуапланы ГүзәлМансур ҡыҙы.