Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Март 2023, 15:14

Ауыл йәнле кеше ине

“Ә Баҡыйҙың биш ҡырсынында зат-зәүерҙәр ятҡан усаҡтар дөрләне, гармунсылар һағышлы зыңланы...”, - тип яҙғайны Сабир ағай үҙенең “Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?” тигән юлъяҙмаһында. Шунан һуң ун йыллап ғүмер уҙҙы...

Ауыл йәнле кеше ине
Ауыл йәнле кеше ине

Алылдаштар араһынан илебеҙ һәм Башҡортостан тарихында мәңгелек урын алған Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов менән ғорурлыҡ тойғоһо кисереп йәшәйем. Ә инде башҡорт әҙәбиәтенә үҙенең тос өлөшөн индергән әҙип, мөхәррир, журналист Сабир Шәрипов менән ғорурлыҡ тойғоһона туғандарса ябайлыҡ өҫтәлә.

Сабир ағай ауылға һирәк ҡайтып йөрөнө. Уның баш ҡалала - Өфөлә йәшәп ижад итеүе төпкөлдә йәшәгән туғандары өсөн алға әйҙәүсе бер маяҡ һымаҡ булды. Заманында Сәғит Ағиш, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Мостай Кәрим һымаҡ әҙәби шәхестәр менән осрашып, бер үк йүнәлештә эшләп, улар менән һоҡланып йәшәне ул.

1998 йылдың йәйендә яҙыусының 50 йәшен билдәләү сараһында Баҡыйға яҙыусы-прозаик Рәил Байбулатов менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың килеүе ауыл халҡы өсөн үҙе бер мәртәбә булды. Һуңынан Ҡәҙим Әбделғәлим улы Сабир ағайға арнап “Баҡый” тигән йыр ижад итте.

2018 йылдың йәйендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арналған стелланы асыу тантанаһына Сабир ағай тормош иптәше Зәйтүнә еңгә менән ауылға килде. Китапханаға Зөбәй Үтәғоловтың бер ҡайҙа ла осрамаған берҙән-бер фотоһын бүләк иттеләр. Тыуған яғында ҡалған йәшлек эҙҙәре буйлап Еҙем йылғаһынан ағып төшөү тәҡдимен хупланыҡ. Тәлғәт ағайым Мансур Һиҙиәтов менән Сабир Шәриповты Еҙем менән Шешәнәк йылғалары ҡушылған ерҙән кәмәлә ағып киткәндәрен күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды. Ошо күрешеүҙән һуң Сабир ағай беҙҙең менән илап хушлашты. Был уның тыуған ауылына  һуңғы ҡайтыуы ине... Хәҙер китапхананың түрен яҙыусының фотоһүрәте һәм китаптары ғына биләй.

Иҫтәлекле фотола (һүрәттә)  Салауат ағайым армияла хеҙмәт итеп ҡайтышлай Сабир ағайҙың эш урынында, уның бер туған ҡустыһы Ислам менән төшкән. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер өсөһө лә мәрхүм...

Ауылыбыҙ бәләкәй генә. Бер урам Зөбәй Үтәғоловтың исемен йөрөтә. Заманында Юғары ос, Түбән ос, Ҡабаҡ башы, Туғай яғы урамдары гөрләп торҙо. 2022 йылдың мартында ауылға Интернет үткәрелде. Сабир ағай: “Исемең, Баҡый, мәңгелек тигәнде аңлата ла бит... Гәрсә Башҡортостан уртаһында булһаң да... Ҡалһаң икән!”, - тип яҙғайны. Мин дә уның ошо теләгенә ҡушылам.

Зәбирә ЛОҠМАНОВА, китапханасы.

Баҡый ауылы.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: