Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Май 2023, 11:48

Һөнәр түгел, булмыш

Сирлеләр тураһында хәстәрлек күреү, кеше һаулығын ҡайғыртыу - иң мөһим һәм ҡатмарлы йөкләмәләрҙең береһе. Бары рухи йәһәттән көслөләр, сыҙамлылар ғына ошо бурысты күҙаллаған йүнәлештә һөнәр һайлауы мөмкин. Бынан һигеҙ йыл элек, үҙ юлын, тәғәйенләнешен билдәләгән яуаплы осорҙа, Белорет ҡыҙы Гүзәл Денисламова ла, был хеҙмәттең ни ҡәҙәр ауыр, яуаплы булыуын яҡшы аңлап, шәфҡәт туташы һөнәрен һайлай. Хәтһеҙ йылдар һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләгән, был өлкәнең бар нескәлектәрен белгән атаһы Даян Ғәле улының кире өгөтләүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙ уйынан дүнмәй.

Һөнәр түгел, булмыш
Һөнәр түгел, булмыш

- Үҙемде белер-белгәндән табип булырға хыялландым. Быға, бәлки, атайымдың, туғандарымдың медицина хеҙмәткәрҙәре булыуы йоғонто яһағандыр. Туғыҙынсы кластан һуң, уйлап та тормай, документтарымды медицина колледжының шәфҡәт туташы эше бүлегенә тапшырҙым. Бына инде дүрт йыл ошо йүнәлештә эшләйем, был һөнәрҙе һайлауыма һис үкенмәйем, - ти Гүзәл ышаныслы итеп.

Гүзәл Даян ҡыҙы Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының табип-уролог кабинетында шәфҡәт туташы. Үҙ эшен белеп, яратып башҡарған, пациенттар менән йомшаҡ мөғәмәлә иткән тырыш, ярҙамсыл һылыуҙы олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә. Сирлеләрҙе дауалауҙа тәжрибәле табип Виктор Михайлович Моториндың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, уң ҡулы ул.

- Бөгөн тәүге көндәге ҡурҡыу, баҙап ҡалыуҙың әҫәре лә юҡ. Әлбиттә, пациенттар араһында төрлөләре осрай - дорфа ҡыланғандары, мөләйемдәре. Тәүгеләре менән уртаҡ тел табырға, конфликтлы хәлдәрҙе яйларға тырышаһың. Ғөмүмән, беҙҙең һөнәрҙә, тәү сиратта, кешелекле, кеселекле, мәрхәмәтле булыу фарыз. Ҡатылыҡ, уҫаллыҡ менән ыңғай һөҙөмтәгә ирешеүең икеле - йәнде дауаламай тороп, тәнде дауалау мөмкин түгел, - тип һөйкөмлө йылмая әңгәмәсем.

Ошо поликлиникала рентгенолаборант булып эшләгән Даян Ғәле улы ла ҡыҙына һәр йәһәттән терәк-таяныс, кәңәшсе. Тәүҙә ҡаршы булһа ла, хәҙер, “Минең коллегам”, - тип ғорурланып тора ул. Ҡыҙының белемен дауам итеп, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләүен дә хуплай. Ғөмүмән, ғаиләһе, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәре менән сикһеҙ бәхетле Гүзәл. Әсәһе Гөлнара Шакир ҡыҙы Тимер юл ауылы мәктәбендә эшләй, белеме буйынса психолог. Ләйсән һеңлеһе Өфө ҡалаһында ландшафт дизайнеры һөнәрен үҙләштерһә, ҡустыһы Данил иһә 20-се мәктәптең кадет класында белем ала. Икенсе класта ғына уҡыһа ла, республика кимәлендә уҙған каратэ буйынса спорт ярыштарында еңеүҙәр яулай.

- Һине яратып, дәртләндереп торған яҡындарың, хеҙмәттәштәрең барҙа, һөнәреңде булмыш итеп ҡабул ҡылғанда, иң ауыр тойолған эш тә еңел бирелә, - ти Гүзәл һүҙен тамамлап.

Үҙ сиратыбыҙҙа, бөтөн шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: