Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Май 2023, 09:25

Ир аҫылы эшендә асылыр

Бөгөнгө көндә үҙ эшен асып, уны уңышлы ойошторған, үҫтергән, инициативалы, заман ауырлыҡтарына бирешмәгән, муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәргән, уларҙы яңы эш урындары менән тәьмин иткән эшҡыуарҙар барлығы һөйөндөрә.

Ир аҫылы эшендә асылыр
Ир аҫылы эшендә асылыр

Улар ойошторған бизнес-ойошмаларҙың уңышлы эшләп китеүе, тәү сиратта, эш башлаусының идаралыҡ итеү һәләтенә, заманса технологик инновацияларҙы дөрөҫ ҡуллана
белеүенән һәм, әлбиттә, сифатлы хеҙмәтләндереүенән, клиенттарының ышанысынан тора.

Ун биш йыл элек үҙ эшен асып, бизнес даирәһенә башкөллө “сумған” эшҡыуар - Илнур СӘФИУЛЛИН яулаған үрендә туҡталып ҡалмай, көндән-көн үҫеш, эҙләнеү юлында.

Илнур Вәзир улы 1987 йылда Белорет ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 20-се мәктәбен тамамлағас, Белорет металлургия колледжында “Бухгалтер-иҡтисадсы” һөнәренә уҡып сыға. Унан һуң аптекалар селтәрендә бухгалтер булып эшкә урынлаша. Әммә был эш уға тормошта тулы ҡәнәғәтлек килтермәй һәм 2008 йылда үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарау ниәтендә ағас эшкәртеп бысыу менән шөғөлләнә башлай. Бер аҙҙан янғын хәүефһеҙлеге бизнесын асырға йөрьәт итә. Бөгөнгө көндә ул етәкләгән, лидерҙар рәтендә булған “Система 01” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 15 белгес эшләй. Улар дәүләт һәм шәхси ойошмаларҙа, предприятиеларҙа, заводтарҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, бэби-клубтарҙа, дауаханаларҙа (һ.б.) янғын хәүефһеҙлеге датчиктарын монтажлау, ремонтлау, алмаштырыу, уларҙы хеҙмәтләндереү, янғын сигнализацияһы проекттарын төҙөү менән шөғөлләнә.

Район-ҡаланан тыш Учалы ҡалаһының һатыу үҙәктәре, Бөрйән районы ойошмалары, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы музейы менән дә эшләйҙәр. Эш башлағандан алып бөгөнгө көнгә тиклем 100-ҙән ашыу объектты хеҙмәтләндергәндәр.

Илнур Вәзир улы йәнә 2018 йылда үҙәк газ үткәргес торбалары һалыу менән шөғөлләнгән “Интерстрой” йәмғиәтен дә асып ебәргән. Коллективта 15 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Улар 2022 йылда Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин башлап ебәргән газ үткәреү программаһы сиктәрендә Әзекәй, Сермән, Яңы Абҙаҡ ауылдарында газ торбалары үткәргәндәр. Әле Сәфәрғол ауылында ошо программаға ярашлы эштәрҙе тамамлау алдында торалар. Киләсәктә Яңы Хәсән, Телмәй, Асы ауылдарын хеҙмәтләндереү бурысы тора.

Егәрлеләр эштә генә түгел, ғаиләһендә лә уңа, тиҙәр. Илнур тормош иптәше Айгөл Әсҡәт ҡыҙы менән 12 йәшлек Эмилия һәм 5 йәшлек Артур исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Ваҡытының ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләһе
өсөн ваҡытын таба, бергәләп ял көндәрен үткәрергә тырыша ул.

Бала саҡтан спорт менән дә дуҫ - ҡаланың Грек-рим көрәше федерацияһы тәрбиәләнеүсеһе бөгөнгө көндә “Регбол” көрәшселәр һәм боксерҙар командаһында шөғөлләнә. 20 спортсынан торған команда менән Октябрьский ҡалаһында Рәсәй спорт мастеры Дамир Миңлеғолов иҫтәлегенә үткәрелгән Бөтә Рәсәй традицион турнирында дүртенсе йыл рәттән төп Кубокты яулағандар!

Илнур Вәзир улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә беренсе көндәрҙән үк ярҙам итә. Уларҙы һаулыҡтары өсөн кәрәк булған әйберҙәр менән тәьмин итергә, отпускыға ҡайтҡан егеттәрҙе барып алырға ла, илтеп ҡуйырға ла тырыша. Шулай уҡ спортсыларға турнирҙарға, чемпионаттарға барыу өсөн юл сығымдарын ҡаплауға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙы байрамдар ваҡытында күстәнәстәр, бүләктәр менән һөйөндөрә. Изгелек ҡыл да һыуға һал - халыҡ белер, халыҡ белмәһә - балыҡ белер, тигән халыҡ мәҡәлендәгеләй изге ғәмәлдәре хаҡында бик һөйләргә яратмай ул.

“Ябаймы, йәки вазифалы кешеме, эшҡыуармы, беҙ кем генә булһаҡ та, бер-беребеҙгә ярҙамсыл, берҙәм булайыҡ. Ҡайһы саҡта кешегә матди ярҙам ғына түгел, һүҙ ярҙамы ла кәрәк”, - ти Илнур Сәфиуллин.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: