Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Май 2023, 09:30

Китаптар хужабикәһе

Исмаҡай ауылында 1995 йылдан алып китапханасы булып эшләгән Наилә ШАКИРОВА был һөнәрҙе төрлө йылдарҙа, үҙгәрештәр, яңылыҡтар аша атҡарыуға ҡарамаҫтан, уға тоғро ҡалған һәм үҙ булмышын китаптарға арнаған.

Китаптар хужабикәһе
Китаптар хужабикәһе

Китапхана кешеләргә белем, рухи тәрбиә, һүҙ байлығы, күңел тыныслығы биреү үҙәге генә түгел, яҡшылыҡҡа, изгелеккә, матурлыҡҡа өндәй һәм саҡыра. Сөнки бында әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә ятҡан китап алырға, йәки ваҡытлы матбуғат менән танышырға ғына түгел, ә күңел тыныслығы, йөрәк йылыһы алырға, бер аҙға ғына булһа ла көндәлек мәшәҡәттәренән арынырға, фекерҙәштәрен табырға килә. Эйе, китап тоғро дуҫҡа, аҡыллы кәңәшсегә, өнһөҙ уҡытыусыға, тәрбиәсегә тиң ул.

Бөгөнгө көндә китап уҡыуҙы замана технологиялары - телефон, телевизор, компьютерҙар ҡыҫырыҡлауға ҡарамаҫтан, китап уҡыусылар булыуы, ауырлыҡтарға бирешмәй, китапханаларҙың эшләп килеүе ҡыуаныслы. Әлбиттә, улар хәҙер элекке кеүек китап биреү менән генә сикләнмәй, эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеп, яңынан-яңы эш алымдары эҙләйҙәр, төрлө йүнәлештә һәм форматта саралар, конкурстар, акциялар ойошторалар. Исмаҡай ауылында 1995 йылдан алып китапханасы булып эшләгән Наилә ШАКИРОВА был һөнәрҙе төрлө йылдарҙа, үҙгәрештәр, яңылыҡтар аша атҡарыуға ҡарамаҫтан, уға тоғро ҡалған һәм үҙ булмышын китаптарға арнаған.

Наилә Ғәли ҡыҙы - ғаиләлә тәүге бала. Исмаҡай 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1980 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбенең (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) IX класына уҡырға бара. Урта белем тураһында аттестат алғас, педагогия институтына документтарын тапшырырға баҙнатлығы етмәй, әҙерәк эшләп алыу маҡсатында Өфө моторҙар эшләү заводына бара һәм ҡыҙҙы завод училищеһына “Механик йыйыу эштәре слесары” һөнәренә уҡырға ебәрәләр. Уны тамамлағас, “Москвич” машинаһына моторҙар йыйыу цехында конвейерҙа эшләй.

Заводта эшләп йөрөгән осорҙа Өфө китапхана техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Быға бала саҡтан китаптар уҡырға яратыу теләге илтә. Уҡыуын тамамлағас, заводта эшләүен дауам итә. Ошо осорҙа үҙе менән бергә эшләгән Өфө егете Сергей Сабирйән улы Шакиров менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.

Декреттан һуң бер нисә йыл заводта эшләп ала. Йәш бала менән ике сменала эшләү ауыр булыу сәбәпле, торлаҡтар һалыу төҙөлөшөндә ташсы булып эшкә урынлаша. Бер йыл эшләгәс, ауылға отпускыға ҡайтҡанда китапханасы талап ителеүе тураһында белгәс, ауылда эшкә ҡалырға ҡарар итә һәм 1995 йылда эш башлай. Бер йылдан тормош иптәше лә күсеп килә. Йәштәр яңы өй һалып йәшәп китәләр. Бер-бер артлы ике ҡыҙға ғүмер биреп, гөрләтеп донъя
 көтә башлайҙар.

“Ҡала егетен бесән сабырға ла, мал ҡарарға ла, утын әҙерләргә лә өйрәтеп алдыҡ. Атайыма, әсәйемә, туғандарыма рәхмәт, һәр саҡ ярҙам иттеләр. 45 йәшемдә Азалия исемле тағы бер ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ике ҡыҙым - Алина менән Диана Өфөлә
йәшәйҙәр, эшләйҙәр. Бәләкәсем VII класты тамамлай, яҡшы ғына уҡып йөрөй. Ә эшкә килгәндә инде, яратам эшемде. Ауыл тарихында ҡаҙынырға яратам. Әллә күпме мәғлүмәт йыйылды. Ярты ставкаға ҡалғас, өлгөрөп булмай, шулай ҙа китапхана сайтына ауыл һәм уның тарихы тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡуйып барырға тырышам, өлгөрмәһәм өйҙә лә яҙышырға тура килә. Төрлө конкурстар, флешмобтар, акцияларҙа, сараларҙа, кисәләрҙә лә ҡатнашырға ваҡыт табыр кәрәк. Уҡыусылар эргәлә булғас, тәнәфес ваҡыттарында уйындар, конкурстар үткәрәм, уларға айырыуса интерактив уйындар оҡшай.

“Хәтер” , “Улар Еңеү менән ҡайттылар” китабынан эҙләп, һуғышта ҡатнашҡандарҙың исемлектәрен төҙөнөм. Стелаға исемлекте мин биргәйнем, төшөп ҡалған кешеләр булғас, үпкәләүселәр ҙә булды. Беҙҙең ауылда тыуһалар ҙа, икенсе ергә киткәс, табып булмай шул. “Үлмәҫ полк”ка 40-тан ашыу фото эшләттем, уларҙы йыл һайын Интернетҡа ла ҡуям. Шулай уҡ репрессияланғандарҙың исемлеген йыйыу өҫтөндә эшләнем. Ауыл тарихы буйынса материалдар йыйған ваҡытта ауыл шәжәрәһен таптым, уны яҡшылап төҙөп, матурлап ҡайтанан яҙҙым. Был шәжәрә хәҙер “Түңгәүер” һәм “Урман түңгәүерҙәре” китаптарында урын алды”, - ти Наилә Ғәли ҡыҙы.

Коллегалары һәм етәкселәре уны китапхана системаһының һәр нескәлеген белергә ынтылған, белемен эшендә актив ҡулланған, бирелгән эштәрҙе һәр саҡ урын-еренә еткереп үтәгән, актив, тырыш хеҙмәткәр булараҡ телгә ала. “Ул китап уҡыусыларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел таба белә. Айырыуса балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән тығыҙ бәйләнештә, яңы уҡыусыларҙы ылыҡтырыу өҫтөндә эшләй, инвалидтарҙы һәм хаҡлы ялдағыларҙы өйҙәренә барып хеҙмәтләндерә, ауылдың ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй”, - ти улар.

Үҙ эшенең оҫтаһы - Наилә Ғәли ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлап, уҡыусыларының тағы ла артыуын, эшендә лә, тормошонда ла һәр саҡ уңыштар йылмайып тороуын теләйбеҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: