Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа социаль-иҡтисади һәм сәйәси тормоштоң тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һанының артыуы күҙәтелә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың дөйөм һаны - 700 меңдән ашыу. Шуныһы аяныслы - был балаларҙың күпселеге “социаль етемлек” күренешенә инә, йәғни уларҙың ата-әсәләре иҫәнимен, әммә улар ҡарауы аҫтында түгел. Ата-әсәләре тере була тороп етем балалар һанының артыуына ғаиләнең социаль абруйы кәмеүе, матди һәм торлаҡ проблемалары, милләт-ара низағтар, никахһыҙ тыуымдың һәм асоциаль йәшәү рәүеше алып барған ата-әсәләрҙең артыуы сәбәпсе. Билдәле булыуынса, балалар йорто йәки интернат стеналарын ташлап киткән етем балаларҙың 90 проценты ғәҙәти тормошҡа яраҡлаша алмай. Тик көслө рухлы, маҡсатлы, мотивация һәм күңел ресурстары менән етлеккән йәштәр генә оло тормошта үҙ урындарын таба ала. Мәҡәләбеҙ геройы - Фирҙәүес ШӘЙХИТДИНОВтың яҙмышы тураһында ҡайһы берәүҙәр социаль селтәрҙәр, телевидение аша ишеткәне барҙыр. Яҙмышының ауыр, һынылышлы мәлдәре лә, хаталары ла, юғалтыуҙары ла, үкенестәре лә булыуға ҡарамаҫтан, алдына ҡуйған маҡсатына ынтылып, тулы ҡанлы тормошта йәшәргә тырышҡан йәштәрҙең береһе ул.
Фирҙәүес 1990 йылда Үрге Арша ауылында тыуған. 2002 йылға тиклем ата-әсәһе тәрбиәһендә була. Унан һуң ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге социаль приютҡа тәрбиәгә алына. Өс йылдан һуң Үҙән балалар йортона (хәҙерге “Спутник” Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге) ебәрелә. Яҡшы уҡығаны өсөн һәләтле балалар төркөмөнә алына һәм X-XI класҡа Өфөнөң Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортона күсерәләр.
Балалар йортонан һуң Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының “Филология” бүлегенә уңышлы һынау тота, әммә был һөнәргә һәм ҡалаға күңеле ятмай, беренсе курста уҡыуын ташлай. Унан һуң, Ватан алдындағы бурысын үтәү өсөн хеҙмәткә алына. Учебкала хәрби механик-водитель һөнәрен алып сыҡҡас, Тажикстандың Куляп ҡалаһында хеҙмәт итә.
“Әрменән һуң күҙ төбәп ҡайтыр урын булмағас, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортона килеп, ике көн шунда йәшәнем. Унан һуң Учалы районындағы туғандарыма юлландым. Хәрби комиссариат Санкт-Петербург ҡалаһының хәрби училищеһына уҡырға инеп ҡарарға тәҡдим иткәс, үҙ көсөмдө һынап ҡарарға ниәт иттем, ҙур ҡалала йәшәү теләге лә бар ине. Училищеға уҡырға инә алмаһам да, Питерҙа ҡалырға булдым. 70-се һөнәрселек училищеһына “Суд секретары” һөнәренә уҡырға индем. Ятаҡ ремонтта булыу сәбәпле, етем булараҡ миңә йәшәү урыны тәҡдим ителде. Әммә ашауэсеүҙе үҙемә хәстәрләргә тура килде. Ҡалаға килгәнемдә кеҫәмдә ни бары 500 һум аҡса бар ине. Икешәр тәүлек тәғәм ризыҡ ҡапмай, “ҡуян” булып метрола йөрөй-йөрөй, ашау ҡаралған ниндәй ҙә булһа эш эҙләнем. Миңә ике йыл ҡоймаҡ бешереүсе булып эшләргә тура килде. Был һөнәр мине шул тиклем үҙенә йәлеп итте һәм ҡулыма диплом алғас, Белоретҡа ҡайтып 26-сы һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы һөнәрен алып сыҡтым. Практиканы “Белорет” ресторанында үттем һәм һуңынан унда 5 йыл эшләп алдым.
Ҡалаға ҡайтҡас та, етем булараҡ дәүләт тарафынан йәшәү урыны бирелеү-бирелмәүен белешә башланым. Миңә Үрге Арша ауылында олатайымдың өйө беркетелеүе тураһында белдерҙеләр. Бер аҙҙан был мәсьәләне ҡайтанан ҡарарға, тикшерергә булдым һәм документта хата китеүе асыҡланды. Үҙ хоҡуғымды ҡулланып фатирлы булыу өсөн 10-11 йыл көрәшергә, прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән бергә бик күп суд бәхәстәрендә ҡатнашырға тура килде. Беҙ Белорет судынан, һуңынан Юғары Судтан еңелдек. Ләкин прокуратура белгестәре Һамарҙың алтынсы кассация судына ялыу яҙҙы һәм минең файҙаға ҡарар ҡабул ителде.
Шулай итеп, бик күп ауырлыҡтар аша үтеп, әллә күпме көс һәм нервы түгеп, торлаҡ майҙанын алыуға хоҡуҡ алдым. Был еңеүемә булышлыҡ иткән, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә оло рәхмәтлемен. Беләһегеҙме, шул саҡта кеше бәләһенә вайымһыҙ булмаған кешеләр һәм ҡара тоннелдең осонда яҡтылыҡ барына инандым, юғары урындарҙа эшләгәндәрҙең кешелеклек сифаттарын юғалтмағандарын аңланым.
Шулай итеп, 2021 йылдың 30 сентябрендә ҡаланың Крупская урамындағы йорттарҙың береһенән фатир алыуға килешеү төҙөлдө. Фатир әллә ни ҙур булмаһа ла, яҡшы ремонт менән, йылы һәм яҡты”, - ти Фирҙәүес.
Фирҙәүес Шәйхитдинов 12 йыл Белорет һәм Учалы ҡалаларында ашнаҡсы-сушист булып эшләй. Бер мәл был һөнәрҙән китергә ҡарар итә һәм металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Унда бер ай эшләгәс, төшөнә аш бүлмәһендә һәр саҡ нимәлер бешереүе, ашхана керә башлай. Өс ай эшләгәс, эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәүе сәбәпле, эштән китә һәм үҙ эшен асыу теләге менән яна башлай. Бик оҙаҡ уйлағас, уҙған йылдың 18 ноябрендә “Хикари” суши барын аса. Заказдарҙы башта өйҙә ҡабул итһә, күптән түгел ҡаланың “Пончик” кафеһында кухняны арендаға алып, шунда эшләй.
- Үҙ эшемде асыу, кемгәлер бойондороҡло булмау теләге миндә кинәт кенә уянды. Әммә был эшкә төптән уйлап, һәр нәмәне бизмәнгә һалып “үлсәп”, аңлы рәүештә тотондом. Мин япон кухняһында ярайһы ғына тәжрибә туплаған, уның технологияларын яҡшы белгән кеше. Менюҙы үҙем төҙөнөм һәм ролдарҙың төҙөлөшөнә, аҙыҡтарҙың бер-береһе менән ярашлы булыуына иғтибар иттем. Бөгөнгө көндә менюҙа 70-тән ашыу төр сет һәм ролдар иҫәпләнә. Шулай уҡ үҙемдең фирмалы, йәғни ҡатнашма төҙөлөшөн үҙем генә белгән соустар ҙа бар. “Хикари” суши барының Интернет селтәрендәге төркөмөндә даими рәүештә төрлө конкурстар ойошторам, унда ролдар сеттарын ғына түгел, үҙемдең эмблема төшөрөлгән йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ла бүләккә оторға мөмкин.
Заказдарҙы сифатлы ла, тәмле лә итеп эшләгәндә генә, клиенттарҙы йәлеп итергә була. Шунлыҡтан байрамдар, ялдар ваҡытында заявкалар күбәйеп китһә лә, ашыҡ-бошоҡ эшләүҙе өнәмәйем, ингридиенттарҙың һүрәттәгегә тап килешенә иғтибар итәм. Клиенттарымдың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә көс бирә һәм үҫешкә табан этәрә.
Тормошомда төрлө мәлдәр булды - ҡайһы берәүҙәр кеүек минең дә насар ғәҙәттәр менән мауыҡҡан ваҡыттарым булды. Әммә бер көн иртән уянып киткәс, тормошомдо яҡшы яҡҡа үҙем генә үҙгәртә алыуымды һәм быға бөгөндән үк тотонорға кәрәклеген аңланым. Шуға күрә бөгөнгө көндә яҙмыш юлымды белгәндәрҙән “Афарин!” һүҙен йыш ишетәм.
Аллаға шөкөр, йәшәр йортом, яратҡан ғаиләм һәм эшем бар. Тормош иптәшем Ләйсән Ғәрифулла ҡыҙы менән йәш тә ике айлыҡ Эмилия исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ул сығышы менән Учалы районынан һәм минең кеүек башта балалар йортонда тәрбиәләнгән, аҙаҡтан бер ғаилә тәрбиәгә алған. Яҙмыштар оҡшаш булғанғамы, беҙҙең тормошҡа ҡараштарыбыҙ бер үк һәм ул мине ярты һүҙҙән аңлап тора. Һинең менән хатта Чукоткаға ла йәшәргә барырға әҙер, тип шаярта ул. Йәнә билдәле сәбәптәр буйынса һеңлемдең 6 йәшлек малайын үҙебеҙгә алырға мәжбүр булдым. Әле уллыҡҡа алыу йәһәтенән документтар әҙерләйбеҙ. Ул быйыл I класҡа уҡырға бара, шуға күрә мәктәпкә етди әҙерләнәбеҙ - репетиторға, логопедҡа йөрөтәм. 7 йәшкә генә етеп барһа ла, ололарса фекерләй, яҡшыны ямандан айыра белә һәм миңә һәр саҡ рәхмәт һүҙҙәрен әйтә.
Балалар йортонда кем булмаған, ул унда үҫкән кешенең хәлен тулыһынса аңламай. Шуныһы аяныслы - иптәштәрем дәүләт тарафынан бирелгән фатирҙарға коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәй, ҙур суммалы бурысҡа баталар. Был хәл, әлбиттә, яҡшыға килтермәй. Ҡулыңа бирелгәнде ҡәҙерләргә кәрәклеген аңлаһындар, һәр саҡ юғарынан нимәлер өмөт итеп ултырмаһындар, эшләргә, матур итеп йәшәргә, ғаилә ҡорорға ынтылһындар ине. Беҙҙең бала сағыбыҙ нисек булыры атай-әсәйҙәрҙән торһа, артабанғы яҙмышыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа икәнен онотмайыҡ!” - тип һүҙен йомғаҡланы Фирҙәүес.