Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Июнь 2023, 14:58

Үҙ юлын тапҡан - бәхеткә ҡапҡан

Берләшкән милләттәр ойошмаһы ҡарары буйынса 1995 йылдан алып июль айының тәүге шәмбеһендә Халыҡ-ара кооперация көнө билдәләнә.

Үҙ юлын тапҡан - бәхеткә ҡапҡан
Үҙ юлын тапҡан - бәхеткә ҡапҡан

Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙең ауыл кооперацияһына нигеҙ бынан 180 йыл самаһы элек һалынған. Ул саҡта Байкал аръяғының Петровск заводында эшләгән, һөргөнгә ҡыуылған декабристар “Ҙур артель” йәмғиәте төҙөй. Йәмғиәттең Уставы буйынса ирекле ағзалыҡ, тигеҙлек булырға, ағзала торғандар иғәнә индерергә, идаралыҡ һәм контролдә тотоу органдары йәшерен тауыш менән һайланырға, пайсылар алдында идаралыҡ һәм ревизия комиссияһы отчет бирергә һәм тауарҙар бары тик ҡулаҡсаға ғына һатылырға тейеш була. Шулай уҡ “Ҙур артель” йәмәғәт туҡланыуы, берәмләп һатыу, йәшелсә үҫтереү, мал һимертеү менән шөғөлләнә, оҫтаханалары ла була. Бөгөнгө көндә лә ҡулланыусылар кооперациялары халыҡҡа сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүҙе, ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләүҙе, эшкәртеүҙе, һатыуҙы, кешеләргә эш урындары булдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.

Был өлкәлә 30 йыл хеҙмәт стажына эйә, “Белорет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә директор вазифаһын атҡарған Динара МИҺРАНОВАға тотороҡһоҙ хаҡтар һәм үҙгәреүсән заманда район халҡын сифатлы тауарҙар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, эш урындарын булдырыу һәм һаҡлап ҡалыу өсөн яңынан-яңы алымдар эҙләргә һәм уларҙы ҡулланырға тура килә.

Динара Рим ҡыҙы Белорет ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 17-се гимназияһының VIII класын тамамлағас Белорет медицина колледжының “Шәфҡәт туташы” бүлегенә уҡырға инә. 1991 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, медицина өлкәһе фиғеленә тап килмәүен һәм уныҡы түгел икәнлеген аңлай. Шулай итеп, ошо уҡ йылды Өфөләге Башҡорт кооператив техникумының “Бухгалтер иҫәбе” факультетына уңышлы һынау тота.

Уҡыуын тамамлаған ҡыҙыл дипломлы белгес тыуған ҡалаһына ҡайтып “Райпотребсоюз” йәмғиәтенең финанс-хисап үҙәге етәксеһе булып эш башлай. Бер йыл эшләгәс, Сермән ауылы егете Венер Инсаф улы менән яҙмыштарын бәйләйҙәр һәм улар ғаилә башлығының тыуған ауылына күсеп ҡайта. Динара Рим ҡыҙы Сермән сельпоһына баш бухгалтер булып эшкә күсә, бер йылдан уларҙың һөйөү емеше булып улдары Айҙар яҡты донъяға ауаз һала.

- Декрет ялым бөткәс, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында Татлыға күстек. Улыма йәш тә туғыҙ ай булғас, “Татлы” хужалыҡ иҫәбендәге сауҙа предприятиеһына эшкә төштөм. Тап шунда йәшәгәндә икенсегә әсәй булыу бәхетен татыным - ҡыҙыбыҙ Диана тыуҙы. Нисек кенә булмаһын, тыуған ҡалам үҙенә тартты һәм беҙ Октябрьский биҫтәһендә өй һатып алып Белоретҡа ҡайттыҡ. Ҡыҙыма 3 йәш тулғас, “Белорет” ҡулланыусылар кооперативына эшкә урынлаштым һәм бөгөнгө көнгә тиклем шунда эшләйем, 2016 йылдан директор вазифаһын атҡарам.

Бөгөнгө көндә ҡалала һәм ауылдарҙа магазиндарыбыҙ бар. Етәксе булһам да үҙем дә Магнитогорск, Силәбе, Южноуральский кеүек ҡалаларға тауарҙарға йөрөйөм. Ауыл халҡы беҙгә аҙыҡ-түлектән тыш һыуытҡыс, йә иһә ҡыйыҡ яңыртырға ҡалай кеүек әйберҙәргә лә заказ бирә. Билдәле, һәр кемдең уларҙы алып ҡайтырлыҡ машинаһы ла, мөмкинлеге лә юҡ һәм был һорау менән күпселек ололар мөрәжәғәт итә.

Эштә иң ауыры - кадрҙар табыу. Сөнки сауҙа өлкәһендә лә көндән-көн яңы программалар, талаптар өҫтәлә һәм заманса приборҙарҙа эшләй белгән, иҫәп-хисап эшен яҡшы аңлаған кешеләр кәрәк. Һатыусыларҙың күбеһе урта йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар йәштәр ниңәлер был эшкә килергә әллә ни атлығып бармай.

Оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм тырышып эшләгән, етеҙ һәм егәрле булыуҙы талап иткән һөнәрҙәренә тоғро ҡалған товаровед Минира Фәйзуллинаны, һатыусылар - Анастасия Дятлованы (Үрге Әүжән), Людмила Куликованы (Егәҙе), Гөлсирә Йомаҙилованы (Ишле) һәм Флүрә Фәтҡуллинаны (Сермән) тик ыңғай яҡтан ғына һәм маҡтап телгә алыр инем. Кеше һөнәрҙе бер ваҡытта ла осраҡлы рәүештә генә һайламайҙыр тим. Һатыусымы, уҡытыусымы, шофермы... кем генә булһаң да уға ниндәйҙер күңел тартыуы, йән ынтылышы был эште эшләргә кешене үҙе этәрәлер.

Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, кооперация ветерандарын ихлас тәбрикләйем, барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем, - ти Динара Рим ҡыҙы.

Эйе, бөгөн үҙгәреүсән иҡтисади хәл-торош кооперация алдына баҙарға үтеп инеү, конкуренцияға ҡаршы һәләтте көсәйтеү, халыҡтың ихтыяждарына тиҙ арала яуап биреү, талаптарын ҡәнәғәтләндереү буйынса яңынан-яңы бурыстар ҡуя. Динара Миһранова кеүек эшенең ауырлығынан ҡурҡмаған, яңынан-яңыалымдар, ысулдар ҡулланыу, үҫешкә юл ярыу өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләгәндәр генә уңыш ҡаҙаналыр.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: