Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Июль 2023, 09:52

Уҡытыусы. Остаз. Яҙыусы.

2017 йыл. Белорет “Иҙел башы” яҙыусылар берлеген ойоштороп, ойошма ағзаларының һәләттәрен үҫтереүҙә байтаҡ тәжрибә туплап, тырышып эшләп йөрөгән саҡ. Өфөнән ҡәләм оҫталары булараҡ тештәре нығынып, танылған үткер ҡәләмле шағир-яҙыусыларҙы саҡырып, йыш ҡына семинарҙар үткәрәбеҙ... Шул ваҡытта, сираттағы йыйылыштан һуң ойошма ағзаларының береһе яныма килеп: “Мансур ағай, һеҙгә сер итеп кенә әйтер һүҙем бар”, - тип ҡолағыма бышылданы. “Мин эшләгән мәктәптә Әлиә исемле башҡорт теле уҡытыусыһының шиғыр яҙыу менән мауығыуын беләм. Тик ул яҙғандарын миңә лә, башҡа бер кемгә лә күрһәтмәй, үҙем өсөн генә яҙам тип, сер итеп тота”.Мин ул ҡыҙҙың телефон номерын һорап алдым да: “Ярай, нисек итеп уның серен асыу тураһында уйлап ҡарармын”, - тинем дә, шуның менән ваҡытлыса туҡтап торҙо ул мәсьәлә.

Уҡытыусы. Остаз. Яҙыусы.
Уҡытыусы. Остаз. Яҙыусы.

Бер аҙ ваҡыт уҙғас телефон номерын йыйып танышырға форсат сыҡты ул уҡытыусы менән. Ә ул киләсәктә республикала, хатта халыҡ-ара кимәлгә лә сығырға йыйынып танылыу яулаясаҡ яҙыусы - Әлиә Марс ҡыҙы Саматова булып сыҡты. Ул ваҡытта кисерештәрен, хистәрен йә күҙ йәше аша, йә ҡағыҙға теркәп, ҡатын-ҡыҙға ғына хас ҡылыҡ менән мендәр аҫтына йәшереүсе, урта йәштәргә етеп барыусы, һәр һүҙен үлсәп әйтеүсе, оялсаныраҡ ҡәҙимге йәш ҡатын ине ул. Шулай ҙа минең менән осрашып танышырға ризалығын бирҙе.

Шиғырҙар яҙыуын белһәм дә, һөйләшкән саҡта мин уның фекерләүенә ҡарап, тағы бер тапҡыр “майлы сүлмәк тышынан билдәле” тигән халыҡ әйтеменең ни тиклем тапҡыр булыуына инандым: шул тойомлауыма таянып, шиғыр яҙырға бер ҡасан да һуң булмаҫ, башта прозала һынап ҡара үҙеңде, тигән кәңәш бирҙем уға. Билдәле, филфак тамамлаған һәр уҡытыусы ла яҙыусы, йә шағир була алмай. Ә Әлиәлә шул һыҙаттарҙың ярылып ятыуын күрҙем. Шунан башланды беҙҙең ике-өс йыл самаһына һуҙылған тығыҙ аралашыу. Көн-төн тимәй, ул миңә Интернет аша яҙмаларын һала. Мин төҙәтер урындарын төҙәтеп, һыҙыр урындарын һыҙып, кәңәштәр биреп кире оҙатам. Бая “филфак” тигәйнем. Бушҡа булмаған икән уның БДПУ-ның шул факультетын тамамлауы. Институтта Ким Әхмәтйәнов менән Ғайса Хөсәйеновтарҙың “Әҙәбиәт теорияһы” дәреслектәрен дә уҡытҡандарҙыр, моғайын. Һәләтле, тырыш уҡыусым булды ул. Иң мөһиме - теләге булды. Шул арҡалалыр әҙәбиәт серҙәренә тиҙ төшөндө. Мин заводта эшләгәндә лә наставник булып бик күптәрҙе ысын сым һуҙыусы иткән кеше... Хатта унда ла институт тамамлап, металлургия серҙәренең төбөнә төшөп, дипломлы инженер булып килгәндәрҙең дә ябай сым һуҙыусы кеүек тә эшләй алмағандары була торғайны. Әҙәбиәттә бөтөнләй икенсе донъя: уның нигеҙен булдырыусы яҙыусылар, шағирҙар, драматургтар, телселәр булмаһа, мәҙәниәт тә юҡ тигән һүҙ икәнлеген тылҡып аңлатыу бер кемгә лә кәрәкмәйҙер. Әлиә минең өмөттәремде аҡланы, тип әйтә алам. Шуның өсөн йыл ярым элек Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылары ойошмаһын артабан етәкләүҙе, һис бер икеләнеүһеҙ, уның иңенә һалдым.

Ғәҙәттә, башлап яҙыусылар әҫәрҙәрендә образ тыуҙыра алмай яфалана. Әлиәнең әҫәрҙәре уҡыусыһын образлылығы менән арбай. Ул ситлектәге ҡоштоң Салауат рухлы бөркөт булып тыуып үҫкән Уралын ҡайтып күреүеме, ул телһеҙ малайҙың йылға таштарының иҫ киткес матурлығына һоҡланыуҙан теле асылыуымы, йә булмаһа дауыл осороп алып киткән ҡайын орлоғоноң ҡаяға ҡунып, йәшәү өсөн көрәшеп, бер тамсы һыуға сарсап, тамырҙарын таш ҡая эсенә ебәреп, ел-дауылға бирешмәй ҙур булып үҫеп китеүеме... Әлбиттә, һәр башлап яҙыусыныҡы кеүек, Әлиә Саматованың әҫәрҙәрендә лә үҙенең бала сағынан башлап кисергән тормош юлы сағыла. Уның “Баҫҡыста” тигән хикәйәһен уҡып, уйланмау мөмкин түгел. Атай һөйөүен, әсә наҙын татымай, олатай-өләсәй ҡулында үҫкән, бала күтәргән йәш әсәнең күпер баҫҡысында атаһын осратып ниҙәр кисереүен күҙ алдына килтереп тетрәнәһең. Тәүгеләрҙән булып уның ошо хикәйәһе менән тағы бер нисәһе Ағиҙел журналында баҫылды. Ғөмүмән, Әлиәнең әҫәрҙәрен “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдары һәм республиканың башҡа гәзит-журналдары бик теләп баҫалар. “Бельские просторы” журналында бер хикәйәһе рус телендә лә донъя күрҙе. Уның балдай татлы, һоҡландырғыс тел байлығы менән һуғарылған ҡәләме осонан һарҡып торған һутлы әҫәрҙәренең баҫылыуын түҙемһеҙләнеп көтөүсе уҡыусылар төркөмө барлыҡҡа килде тора бара.

Ул Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсына һайлап алыу барышында республикала өсөнсө урын яуланы. Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Әлиәбеҙ республика кимәлендә үткәрелгән Сабир Шәрипов, Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурстарының да лауреаты. Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар союздарына ҡабул ителеүенә лә бер йыл ғына әле. Бөгөн уға 50 йәш, был - яҙыусы кешегә һабанының төрәнен тәрәнерәк батырыу өсөн тап ваҡыт, тип әйтмәксемен. Хәҙер инде ул үҙе мине өйрәтерлек кимәлгә етте, тип шатланам. Әммә ләкин, йолаға әйләнә барған ғәҙәте буйынса, яҙған һәр бер яңы әҫәрен минән уҡытып фатиха алмайынса бер ҡайҙа ла ебәрергә ашыҡмай ул. Был минең өсөн икеләтә һөйөнөс. Үҙеңде остазы тип таныған кешенең уңыштары икеләтә ҡыуаныс. Әле Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенән беренсе китабын алырға йыйына. Киләсәктә ҙурыраҡ әҫәрҙәре, ҡалыныраҡ китаптары менән дә шатландырыр, тигән өмөттәмен.

Ғөмүмән, кем ул Әлиә Саматова? Уны яҙыусы итеп кенә белгән кешеләр, әлбиттә, алда мин һөйләйәсәк уның күп төрлө башҡа шөғөлдәрен белгәс, Әлиәнең күп яҡлы талант эйәһе икәнлегенә ышанып та етмәҫ-тәр, бәлки. Бөтмәҫ күңел йылыһын, белемен мәктәп балаларына тапшырыусы мөғәллимә генә түгел, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыусы, бөтмөрлөгө менән дә танылып, ике ул үҫтергән наҙлы әсә лә ул. Өлкән улы Динислам БДУ-ның физика-техник факультетын тамамлап, эшләп йөрөүсе дипломлы белгес булһа, кесеһе - Рамазан шунда уҡ геофактың геология бүлегенең III курсын тамамлап өлгөргән. Ә инде үҙе Инйәрҙәге “Елмерҙәк” халыҡ театрында тиҫтә йылдан ашыу төп ролдәрҙә уйнаусы актриса. Театрҙың режиссеры Сәғилә Мырҙағәлина менән үҙенең “Кәкүк” повесын сәхнәләштереп, Инйәр сәхнәһендә әллә нисә тапҡыр ҡуйып та тамашасы зауығын ҡәнәғәтләндерә алмайҙар, сөнки тамашасыға тәҡдим иткән һайын мәҙәниәт һарайы шығырым тулы була. Шул уҡ “Кәкүк” спектакле менән Әбйәлил районы Буранғол ауылында Башҡортостандың, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшахманов исемендәге мәртәбәле конкурста ҡатнашып, III урын яулайҙар. Мин үҙем халыҡ театрында илле йыллап уйнаған кеше булараҡ, ул уйнаған бер нисә спектаклдәге ролдәрҙе баһалап, уның актерлыҡ оҫталығына һоҡланып, мәҙәниәт институтында белем алһа, мотлаҡ халыҡ артисткаһы тигән исемгә лайыҡ булыр ине, тип ултырғаным булды. Ул ғына ла түгел, мәҙәниәт йортоноң “Тау шишмәһе” вокал ансамбле йырсыһы ла икән әле. Ҡайҙан килгән уға был тиклем талант, һәләт бер үҙенә? Өйөп бирһә лә бер кешегә, Хоҙай Тәғәлә, яратҡан балаһына ғына бирәлер был тиклем күркәм сифаттарҙы, тигән уй килде башыма.

Ә бит ул бер йәше лә тулмаҫтан атай-әсәй һөйөүен күрмәй, олатай, өләсәй ҡарамағында үҫкән бала. Күрәһең, улар алтын йөрәкле кешеләр булып, сафлыҡҡа, инсафлыҡҡа, тырышлыҡҡа, фани донъяның матурлығын тойоп йәшәргә өйрәткәндәр уны. Әлбиттә гүзәл тәбиғәт ҡуйынында урынлашҡан Йөйәк феномены ла үҙ ролен уйнамай ҡалмағандыр бында. Сағыштырмаса бик үк ҙур булмаған ауылда кемдәр генә тыуып үҫмәгән дә, ҡайҙарҙа ғына йөрөп тыуған төйәгенең данын күтәрмәгән улар. Артистар, рәссамдар, яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡаларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Әлбиттә, Әлиә Саматова уларҙың да вариҫы, ул шул күренекле яҡташтарының араһында үҙенең лайыҡлы урынын яулай барыусы шәхес булып үҫә килә. Тырыш, ныҡышмал кеше генә оло юлға сыға. Ул Йөйәк мәктәбен тамамлағас, белем алыуын БДПУ-ла дауам итә. Диплом алып ҡайтҡас, Белорет районы мәғариф бүлегендә эшләп ала. Унда бер йыл эшләгәс, тормош юлдары уны тыуып үҫкән Инйәр яҡтарына тарта. Шунан бирле, 25 йылдан артыҡ Инйәрҙең 2-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусыларында туған телгә, туған әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. Уның уҡыусылары араһында үҙе кеүек “Елмерҙәк” халыҡ театрында уйнап, артабан артист һөнәренә уҡыусылар ҙа бар. Мәктәп директоры Иҙрисов Рәфил Нуриәхмәт улы ла уның тураһында йылы ҡа-рашта. Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институты хеҙмәткәре Фәнзил Санъяров “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында Әлиә Саматова тураһында күләмле генә мәҡәлә лә баҫтырып сығарҙы.

Журналдың баш мөхәррире, журналист, яҙыусы, тәржемәсе Салауат Ғайса улы Кәримов та Әлиәнең әҫәрҙәре менән танышып барыуы, ҡәләмдәшебеҙҙең киләсәге булған яҙыусы булыуы тураһында үҙ фекерҙәрен әйтте.

- Әлиә Марс ҡыҙы Саматова - республика мәғарифында танылған педагог. Үҙ эшенең оҫтаһы. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин, тәү сиратта, уҡытыусының мәктәп, район-ҡала, республика кимәлендәге һөнәри уңыштарын күҙ уңында тотам. Әлиә Марс ҡыҙы тынғыһыҙ һәм яуаплы уҡытыусы һөнәрен ижади йөкмәтке менән байытып алып бара. Уның уҡыусылары ла район, республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Был осраҡта беҙ уҡытыусының тынғыһыҙ хеҙмәтен күрәбеҙ. Мәктәп, район кимәлендәге туҡтауһыҙ алып барылған эштәрҙе, кәңәшмәләрҙе уйлаһаң, уйылып китерлек!.. Ул уҡытыусының да ниндәйе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы! Туған телебеҙҙең киләсәге, тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге уның эше менән туранан-тура бәйләнгән. Был һүҙҙәрҙең ябай булмауын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ бит. Әлиә Марс ҡыҙы үҙенең уҡыусыларына туған телебеҙҙең, Башҡортостаныбыҙҙың, оло илебеҙ Рәсәйҙең бөйөклөгөн фиҙаҡәр еткереүсе шәхес ул. Үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәтен, һөнәри уңыштарын башҡалар менән ихлас бүлешә, тәжрибә уртаҡлаша.

Һуңғы йылдарҙа Әлиә Марс ҡыҙы үҙен талантлы әҙибә, ижадсы итеп күрһәтте. Уның повесть-хикәйәләренең теле - халҡыбыҙ теле. Бай ҙа, яғымлы ла, ҡайһы берҙә, ҡаты ғына әйтеп тә ҡуя... Уның ижад емештәре гәзит-журналдарҙа баҫыла, айырым китап булып сыҡты. Уҡыусылар яратып ҡабул итте, социаль селтәрҙәрҙә фекерҙәрен белдереп торалар.

Бөгөн Әлиә Марс ҡыҙы тағы ла яуаплыраҡ бурысты алып бара. Уны Белорет районының Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" әҙәби ойошмаһына етәксе итеп һайланылар. Был, ышаныс менән бергә, ҙур яуаплылыҡ та.
Шөкөр, эштәре бик әүҙем бара. Әҙәби осрашыуҙар, кисәләр, ижади конкурстар үткәрелеп тора. Ҡулъяҙмалар тикшерелеп, баһаланып, нәшриәткә тапшырыла.
Ана шундай ҙур бурыстарҙы күңеле менән күтәреп халыҡҡа еткерә Әлиә Марс ҡыҙы. Ошоларға өҫтәп, үҙенең дә, уҡыусыларының да халыҡ театры артистары икәнен әйтһәк, замандашыбыҙ башҡарған эштәрҙең ни дәрәжәлә халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтле икәнен күреп һоҡланабыҙ.
Әлиә Марс ҡыҙына киләсәктә туған телебеҙ һағында бары тик уңыштар ғына теләйем!

Уҡыусыларҙы бай, һутлы ижади уңыштары менән ҡыуандырһын!

Оло йөрәкле педагог, ышаныслы остаз, хәстәрлекле әсә һәм тәрбиәсе, халыҡсан телле ижадсы Әлиә Марс ҡыҙы Саматованы алтын юбилейы менән ихлас ҡотлайым!

Һәр яҡлап та талантлы, даланлы яҡташыбыҙҙы, ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып, илһамланып йәшәүен теләйбеҙ!


Мансур ҺИҘИӘТОВ,

Рәсәй һәм Башҡортостан

Яҙыусылар һәм Журналистар

союздары ағзаһы.

Автор:
Читайте нас: