Бала саҡта яратып ҡараған “Ҡар королеваһы” әкиәтендә өҫтөнә Герданы ултыртып, Кай артынан боҙ һарайына табан елгән хуш күңелле төньяҡ боланы беҙгә, балаларға, мөғжизәле йән эйәһе кеүек кенә тойола ине. Киләсәктә был серле һаҙағайҙар иле вәкилен үҙебеҙҙә, Белорет ерендә, күрербеҙ тип кем уйлаһын?!.
Уҙған йылдың көҙөндә, ҡаланан бер саҡрымдай ерҙә, “Төньяҡ боландары” исемле үҙенсәлекле этнопарк барлыҡҡа килде. Беҙҙең халыҡ өсөн төптө ят шөғөл - болансылыҡты кәсеп иткән Шығай ауылы егете Тимур ЭНИЕВ үҙенең булдыҡлылығы, оҫоллоғо менән хайран ҡылды.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлаған һәләтле ир-егетте нимә этәргән һуң был эшмәкәрлек төрөнә?
- Быға тиклем үҙемде ҡайҙа ғына һынап ҡараманым: уҡытыусы, китапхана мөдире, фермер, мебель цехы оҫтаһы... Ошо үҙ асылымды өйрәнеү, эҙләү процесында келт итеп: “Ә ниңә төньяҡ боландарын аҫрап ҡарамаҫҡа?” - тигән сәйер уй төштө бит! Интернет селтәре арҡылы мәғлүмәт туплап, был өлкәлә тәжрибәле кешеләр менән аралашҡандан һуң, ни булһа ла булыр тип, 2018 йылда Силәбенән ике болан алып ҡайттым, - ти әңгәмәсем ихлас йылмайып.
Тәүге дүрт йылда үҙенсәлекле мини-ферма Абҙаҡ ауылында урынлаша. Арктик шарттарҙы үҙ иткән сыҙамлы хайуанҡайҙарҙы тамаша ҡылырға бихисап халыҡ килә. Ана шунда был башланғыстың фәтүәле булырына ныҡлы инана ла инде Тимур.
Күпмелер ваҡыт боландар Уҡшуҡ биҫтәһендәге “Сауҙагәр” (“Купец”) ял базаһы территорияһында йәшәп ала. Бында ла улар янынан кеше өҙөлмәй. Ошо осор, кәсепте артабан үҫтереү йәһәтенән бурыс-маҡсаттарын билдәләп, булдыҡлы ир-егет район хакимиәтендә ойошторолған эшҡыуарлыҡ сәғәтенә юллана. Тиҙҙән ҡала ситендәге (Белорет - Өфө юлы буйында) дүрт гектар майҙан Эниевтарҙың ҡарамағына тапшырыла.
Ниәт иткән - моратына еткән: мең михнәт менән булһа ла, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарынан тағы бер нисә болан алып ҡайта Тимур. Ауыр сәфәрҙән һуң, Иҙел башының көҙгә тартым һалҡынса көндәре, ҡырыҫ тәбиғәте тундра ҡунаҡтарын терелтеп, йәнләнлереп ебәрә.
- Беҙҙәге ҡыштың һалҡын, оҙон бауырлы, ә йәйҙең ҡыҫҡа булыуы боландар өсөн ҡулай ғына. Һауа температураһы - 40-ҡа ҡәҙәр түбәнәйгән зәһәр селлә лә улар үҙҙәрен яҡшы тоя. Был, тәү сиратта, йөн үҙенсәлегенә бәйле: төктөң эсе ҡыуыш, һауа менән тултырылған, ә тире тығыҙ мамыҡ менән ҡапланған. Йәнә, төньяҡ боланы тирләмәй: эҫенеп киткән саҡтарында эт кеүек телдәрен сығарып, ауыр һулап, һыуыналар.
Хәйер, боландарға туҡланыу йәһәтенән дә Көньяҡ Урал тәбиғәте яраҡлы тиергә мөмкин. Бында, мәҫәлән, Төньяҡтағы кеүек үк боландарҙың яратҡан аҙығы - болан мүген (ягель) осратырға була. Ҡоро бесән һәм ағас япраҡтары, айырыуса туңған балыҡ күңелдәренә хуш килә, - ти хужа.
Ялан кәртәлә иркен йөрөгән боландар һәр килгән кешене ирәбе ҡаршылай. Һыйпарға һуҙылған ҡулдан янтайһалар ҙа, күстәнәс һорап инеп килә үҙҙәре. Ҡунаҡтарҙы тарбаҡ мөгөҙҙәр ҙә ҡурҡытмай, ялан кәртә эсенә үк барып инәләр. Кемдер фото төшә, кемдер һөйкөмлө генә йән эйәләрен һыйпап, яратып ҡалырға тырыша. Боландарҙың да һәр ҡайһыһының үҙ холоҡ-фиғеле: береһе илгәҙәк, икенсеһе ҡырыҫ, кемеһелер вайымһыҙ тыныс...
Материалды тулыһынса гәзиттең 19 ғинуар һанында (№3) уҡырға мөмкин.