Эйе, был осорҙа йәшлек энергияһы һәм дәрте арҡылы тормоштағы бөтә һуҡмаҡтарға юлдар асыла, һөнәри бейеклектәрҙең беренсе баҫҡысҡысына күтәрелеү, үҙ-үҙеңде тормошҡа яраҡлаштырыу, үҫтереү һәм ижади уңыштарға ирешер өсөн иң ҡулай ваҡыт һәм был йылдарҙағы хәтирәләрҙе беҙ ғүмер буйы күңел түрендә һаҡлайбыҙ.
Ошо ваҡыттың бер генә минутын да бушҡа сарыф итмәй, төп уҡыуынан тыш башҡа һәләттәрен үҫтергән, хыялдарын, маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өҫтөндә янып йәшәгән йәштәрҙең береһе - Белорет ҡыҙы Лиана СӘЙФУЛЛИНА менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Лиана Әлмир ҡыҙы IX класҡа тиклем ҡаланың 8-се мәктәбендә уҡый, яҡшы уҡыуҙан тыш спорт менән әүҙем шөғөлләнә, самбо һәм дзюдо буйынса республика ярыштары призеры була. Юғары кластарҙа ҡаланың 21-се мәктәбендә белем ала һәм XI класта Курск ҡалаһында физкультура буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында (етәксеһе Луиза Салауат ҡыҙы Бикбаева), Түбәнге Новгородта уҡыусылар араһында үткән киң масштаблы “Ҙур тәнәфес” конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан данын яҡлай.
Мәктәп йылдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән теүәл фәндәрҙе өйрәнгән ҡыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшыра һәм 2021 йылда илебеҙҙең алдынғы юғары уҡыу йортона - Өфө дәүләт нефть техник университетының “Ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге” һөнәре буйынса уңышлы һынау тота.
- Иң әүҙем, күңелле, фәһемле һәм иң яҡшы студент йылдары - минеке тип иҫәпләйем. Бына инде өс йыл дауамында университетта уҡыу, спорт һәм ижади эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнәм.
Студент йылдарында Айбулат Йәмилев етәкселендәге актив йәштәрҙе бергә туплаған мөғжизәле ойошма - “Йәш яҡташтар берлеге” менән таныштым. Улар студенттарға яңы ҡалаға яраҡлашыу мөмкинлеген бирә, был ойошма ағзалары менән беҙ яҡын кешеләребеҙҙе табабыҙ, яңылыҡтарҙы өйрәнәбеҙ, аралашабыҙ һәм үҫешәбеҙ, - ти ул.
Республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм олимпиадаларында актив ҡатнашҡан Лиананың уңыштарының иҫәбе-һаны юҡ: мәҫәлән, Рәсәй йәштәренең грант конкурстарында еңеүсе булған 4 команданың ағзаһыбулып тора, 2023 йылдың декабрендә командалары “Импульс университета 2.0” акселераторы еңеүселәренең береһе була. I курста “Больше, чем путешествие “ проектында ҡатнаша, шулай уҡ тәүге курста уңыштары өсөн Краснодар өлкәһенең Туапсе
ҡалаһына, диңгеҙ буйында ике аҙна ял итергә ебәрәләр. III курста “Углерод эҙен эҙләү” уҡытыу-тикшеренеү эштәрен ойоштороусыларҙың береһе була.
Тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған ҡыҙ бер үк ваҡытта университетта эшләп тә йөрөй, уҡыу йортонда әүҙем эшмәкәрлек алып бара.
- Ата-әсәйем һәм апайҙарым ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки тап улар миңә шәхесемде үҫтереү өсөн дөрөҫ юл һайларға ярҙам итте. Апайҙарымдың студент саҡтары миңә һәр ваҡыт сағыу миҫал булып торҙо, улар ҙа төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа актив ҡатнаша ине.
Өлкән апайым Динә Ағзамова Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаһа, уртансы апайым Алина Сәйфуллина Башҡорт дәүләт университетында белем алыу менән бер рәттән сит илдә лә уҡыны.
Ошо көндәрҙә февраль-март айҙарында Сочиҙа үтәсәк күләмле сарала (исеме әлегә сер булып ҡалһын) ҡатнашырға саҡырыу алдым. Был сараға 2017 йылда Алина апайым барып ҡайтҡандан алып ҡатнашырға хыялланған инем.
Шуны әйтер инем, университетыбыҙ әүҙем, дәртле студенттарҙы һәр яҡлап дәртләндерә, идеяларыбыҙҙы хуплап ҡабул итә, беҙгә ярҙам итергә тырыша. Тирә-яғымда үҙ һәләттәрен һәм таланттарын үҫтергән, үҙ заманыбыҙҙан бер аҙым булһа ла алдараҡ атлаған, уҡыу йортоноң һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәштәштәрем күп булыуына шатмын.
Студенттарыбыҙға һәм тиҙҙән мәктәпте тамамлап уҡырға инергә йыйынған һәр кемгә студент тормошо һеҙҙең ҡулда булыуын, тик һеҙгә генә уның ниндәй булырын хәл итергә кәрәк буласаҡ тиер инем. Университетта уҡыу студенттан күберәк үҙаллылыҡ, сабырлыҡ һәм тырыш булыуҙы талап итә. Атай-әсәй янда булмағанлыҡтан артыҡ контроль юғала. Һин үҙең нимә менән һәм кем менән нисек ваҡыт сарыф итергә икәнен үҙең хәл итәһең, бер кемдә һине лекцияларға йөрөргә, семинарҙарға әҙерләнергә йәки академик сараларҙа ҡатнашырға мәжбүр итмәй. Беренсе курста үҙеңде дисциплиналы итеп күрһәтеү, уҡыу ваҡытыңды һәм дөйөм тормошоңдо ойошторорға һәм планлаштырырға өйрәнеү мөһим. Минеңсә, әгәр беренсе курс студенты өҫтөнлөктәрҙе билдәләй һәм маҡсатҡа ынтылыш күрһәтә алһа, ул мотлаҡ уңышҡа өлгәшер, - ти Лиана.