Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Февраль , 14:13

Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ байрамы

Ватанды һаҡлаусылар көнө - Рәсәй тарихын, үҙ Ватанын яҡлау өсөн сафҡа баҫҡан батырҙарҙы хөрмәтләү һәм хәтер билдәһе.

Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ байрамы
Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ байрамы

Илебеҙҙе ҡасандыр һәм бөгөн яҡлаған һәм яҡлаясаҡ кешеләрҙең көнө. Ватан һаҡсыларының яҙмышы бер ваҡытта ла еңел булмай. Улар тәүгеләрҙән булып илебеҙҙең азатлығына һөжүм итеүселәргә ҡаршы көрәшкә сыҡты һәм уны ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен аяманы. Бөгөн был байрам менән барлыҡ ир-егеттәрҙе, йәшенә һәм ил алдындағы хәрби бурыстарын үтәү-үтәмәүгә ҡарамаҫтан, тәбрикләү ҡаралған. Был көслө заттарҙың һәр береһенең, әгәр кәрәк булһа, Тыуған илен яҡлау өсөн алғы һыҙыҡҡа баҫырға ла әҙерлегенә бәйле.

Бөгөн балаларҙы был байрам менән таныштырып, беҙ уларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләйбеҙ, үҙ милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо үҫтерәбеҙ. Был балаларға тыныс ваҡытта иң мөһим бурыстарҙың береһе - яҡындарыңды яҡлау һәм һаҡлау икәнен иҫтәренә төшөрөү өсөн яҡшы мөмкинлек. Был һәр ир-егеттә булырға тейешле батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм ҡаһарманлыҡ кеүек сифаттар тураһында балалар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә мөмкинлек бирә. Йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү белем биреү усағының уҡытыу программаһына индерелгән мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Тап Ватан яҙмышы, уның киләсәге ниндәй булыуы ана шул уҡыусыларҙың бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле. Белорет ҡала лицей-интернатында күп йылдар эшләгән тәжрибәле педагог буласаҡ ил һаҡсыларын, илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын үҫтереүҙе һәм тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” дәресен алып барған, “Шайморатов класы” етәксеһе Сынтимер Лоҡманов был йәһәттән ныҡышмал эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре - киләсәк Ватан һаҡсылары. Уҡытыусылары ла артабан да тәрбиәләнеүселәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ҡуйған маҡсаттарына табан ҡыйыу барасағын ышаныслы әйтә ала. Юҡҡамы ни, уҡыусылары төрлө слет-фестивалдәрҙә, хәрби күнекмәләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулай.

Балаларға үрнәк, өлгө булыуөсөн, үҙ өҫтөңдә лә эшләргәкәрәк. Был йәһәттән СынтимерНәғим улы төрлө яҡлап өлгө.Тормош юлына килгәндә иһә,урта мәктәпте тамамлағанданһуң, Стәрлетамаҡ физкультура техникумы студенты булыпкитә. Физик яҡтан көслө булыпбуй еткергән егет, икеләнеп тормайынса, Ватан алдындағы бурысын үтәргә ҡарар итә. Томскөлкәһенең Северск ҡалаһындаэске ғәскәрҙәрҙә ике йыл хеҙмәтиткәндән һуң, ил именлеге өсөнлайыҡлы өлөш индереп, ғүмерҡәҙерен аңлап тыуған яҡтарына ҡайта. Техникумда уҡыуындауам итә. Белем алыу менәнбер рәттән, спорт, үҙешмәкәртүңәрәктәрҙә лә шөғөлләнә, студент тормошо менән ҡайнай.Махсус һөнәри белем биреүйортон тамамлағас, Бирҙеғол,Әзекәй мәктәптәрендә эшләй.Алдынғы ҡарашлы, яңы идеяларменән яныусы, рухлы ир-азаматСынтимер Нәғим улы белемгәынтыла. Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡыубүлегенә уҡырға инә һәм юғары белемле белгес булып сыға.Белорет ҡала лицей-интернатында эшләүенә лә күп йылдарүтеп киткән. Аҙналының өлгөлөғаиләһе, педагогтар - Ленизаменән Сынтимер Лоҡмановтарбатыр улдар тәрбиәләй. Уландары ла илһөйәрлек рухындатәрбиәләнә. Ололарҙы ихтирам,хөрмәт итеү кеүек матур тәрбиә, ғаилә мөнәсәбәттәре кеүектөшөнсәләр уларға бәләкәйҙәнһалынған. Өлкәндәре Айҙар атаәсәһе, башҡа туғандары юлынанкиткән. Йәш белгес Асы мәктәбендә физкультура дәрестәреналып бара. Ғәйсәр - Мәскәүҡалаһындағы Рәсәй Ғәҙәттәнтыш хәлдәр министрлығыныңДәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтеакадемияһының II курс студенты. Кинйәләре Илгизәр Белорет лицей-интернатының VII класында белем ала. Лоҡмановтарспортты ярата, сәләмәт тормошалып бара. Егеттәр ҙә уҡыу йорто күләмендә үткәрелгәнһәр сараларҙа ҡатнаша, секцияларға йөрөй. Еңеү парады, Еңеүвальсы, башҡа патриотик, мәҙәни, спорт саралары булһынмы,Лоҡмановтар нәҡ шуларҙың уртаһында ҡайнай һәм йәшәй.

Бөгөн - Ватанды һаҡлаусылар көнө. Ҡасандыр хәрбибурысын үтәгән ветерандарҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы,буласаҡ Ватан һаҡсыларынмәктәп йәшенән үк тәрбиәләүҙе, үҫтереүҙе маҡсатитеп ҡуйған педагогтарҙы,ғөмүмән, барлыҡ көслө заттарҙы байрамдары менәнҡотлайбыҙ һәм изге теләктәр юллайбыҙ

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: