Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Февраль , 14:53

Батырҙар арабыҙҙа

Батырҙар тарих дәреслеге биттәрендә генә түгел, улар һәр ваҡыт булды һәм буласаҡ. Халҡыбыҙ һәр ваҡыт Тыуған илен йәндәй күреүе, илһөйәрлеге һәм ҡаһарманлығы менән айырылып тора.

Батырҙар арабыҙҙа
Батырҙар арабыҙҙа

Межгорьеның 142-се медик-санитар часы белгесе Марсель Моталов та Украиналағы хәрби хәрәкәттәр тураһында ишетеп кенә белмәй. Бер нисә тапҡыр фронт яны биләмәһенә командировкала ла булып ҡайтҡан ул. Әүҙем тормош позицияһын һаҡлаған, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер табип Тыуған ил саҡырғас, тәүгеләрҙән булып Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары халҡының һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау өсөн алғы һыҙыҡҡа юллана. Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлаған Марсель Наил улы, тәү сиратта, тыуған илебеҙ, һуңынан үҙебеҙ тураһында уйларға тейешбеҙ, тип иҫәпләй. "Икенсенән, беҙ - белгестәр. Өсөнсөнән, табиптың төп сифаты - кешелеклелек. Сирлеләргә ваҡытында ярҙам күрһәтергә бурыслыбыҙ", - ти ул.

Махсус хәрби операция башланып, мобиль бригадалар ойошторолғанда, белгестәр ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тура киләсәген дә һиҙемләй. Һис шикһеҙ, снарядтар тауышы аҫтында, яҡтылыҡ һәм йылылыҡтың булмауы, һыуһыҙ һәм элемтәһеҙ эшләргә тура киләсәген дә яҡшы аңлай. Яралы яугирҙар, госпиталь, күп йылдар сифатлы медицина ярҙамы күрмәгән урындағы халыҡ. Барыһы ла була. Ә иң мөһиме, килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдә бронежилет һәм каска, шулай уҡ үткән инструктаж да уларҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарыр тигән бер ниндәй гарантия юҡ. Белгестәр тәүҙә Белгородтың бер госпиталендә, һуңынан тиҫтәләгән саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында медицина тикшереүе, дауалау процесын бер туҡтауһыҙ башҡара. Махсус хәрби операция биләмәһендә Марсель Моталов өс тапҡыр була. Үлем ҡурҡынысы аҫтында хеҙмәт бурыстарын батырлыҡ менән үтәй. Алғы һыҙыҡта хәл киҫкенләшкәндә лә үҙ ғүмерен уйламай. Яралыларҙы ҡотҡарыу һәм тыныс халыҡтың ғүмеренһаҡлап алып ҡалыу өсөн барыһын даэшләй.

Яу яланында юғары квалификациялы белгес булһа, тыныс тормошта иһә ул "Тиҙ медицина ярҙамы" бүлеге табибы, анестезиолог-реаниматолог, рентгенолог, йәштәр советы ағзаһы һәм мини-футбол буйынса команда капитаны, уңған ғаилә башлығы,яратҡан атай, ата-әсәһенең һөйөклө улы һәм туғаны. Марсель МоталовМежгорьеның 142-се медик-санитар часында 2011 йылдан бирле эшләй.Белгесте коллегалары ла, пациенттарҙа ихтирам итә.

Йәш белгес Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Рәсәй Оборонаминистрлығы приказы менән "Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн" миҙалы менән наградланды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: