Беҙ гәзит уҡыусыларға үҙенең итәғәтле, изгелекле һәм игелекле булыуы менән абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған, һәр кемгә ярҙам итергә атлығып торған өлкән шәфҡәт туташыбыҙ тураһында һөйләмәксебеҙ. Ләйсән Радмир ҡыҙы Сәғәҙәтова 1989 йылда донъяға килә. Әбйәлил районы Йәнгел мәктәбен тамамлағандан һуң Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, ҡаланың бала табыу йортонда эш башлай.
Белоретта эшләп йөрөгәндә үҙенең ғүмер юлдашы - Сермән егете Рөстәм Сәғәҙәтовты осратып ғаилә ҡороп ебәрәләр. Сермәндә төпләнгән йәштәрҙең бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары донъяға килә. Декрет ялынан һуң йәш әсә Сермән врач амбулаторияһына эшкә сыға һәм 2017 йылдан бирле өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, донъяны “ковид” тигән афәт ялмап ала. Ошондай ауыр ваҡытта Ләйсән Радмир ҡыҙы ковид үҙәгендә эшләй башлай. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ул мәкерле вирусҡа ҡаршы көрәшә. Һауа индермәгән махсус костюмда сирлеләрҙе тегендә-бында йөрөтөү, процедуралар эшләү күпме көс һәм түҙемлек талап итеүен ул үҙе генә белә. Арып хәлдән тайғанда хатта маңлайына сыҡҡан тирҙе лә һөртөп алыу мөмкинлеге булмай. Ә бит ковид йоҡтороу хәүефенән бер кем дә азат түгел. Бик күптәр уның ҡайҙа эшләгәнен дә белмәне. Мәрхәмәтле, изге йөрәкле, матур күңелле Ләйсән Радмир ҡыҙының пациенттары бөгөнгө көндә лә үҙҙәренә һәр яҡлап ярҙам иткән шәфҡәт туташына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.
Ә йортонда уны иң ышаныслы, яратҡан кешеләре - тормош иптәше менән балалары көтә. Өлкән улы Ислам спорт менән шөғөлләнә, урындағы “Бөркөт” хоккей командаһы ағзаһы. Әсәһенә оҡшап итәғәтле, сибәр Наҙгөл дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Икеһе лә һәйбәт уҡыйҙар, музыка мәктәбендә бейеү менән шөғөлләнәләр. Матурлыҡты, тәбиғәтте яратҡан балалар урындағы социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгендә лә шөғөлләнергә ваҡыт табып, республика һәм район конкурстарында ҡатнашалар.
Сәғәҙәтовтарҙың спортсы ғаиләһен йәш ғаиләләргә өлгө итеп ҡуйырға була. Ғаилә башлыҡтары ярыштарҙа - улдарын, конкурстарҙа ҡыҙҙарын һәр саҡ дәртләндереп торалар. Үҙҙәре лә бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Беҙҙең өлкән шәфҡәт туташыбыҙ үҙ эшен бик яҡшы белә! Хеҙмәткәрҙәрҙең эш графигын төҙөү, уларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, отчеттар биреү һәм башҡа бик күп бурыстар йөкмәтелгән Ләйсән Радмир ҡыҙына. Әммә шул уҡ ваҡытта итәғәтле, нәзәкәтле ҡатын, ике бала әсәһе үҙенең яратҡан шөғөлө - бәйләмгә һәм торттар бешереүгә лә ваҡыт таба.
Ғаилә йылы һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан Сермән врач амбулаторияһының өлкән шәфҡәт туташы Ләйсән Радмир ҡыҙын ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, еңел булмаған, әммә кешеләр өсөн кәрәкле эшендә уңыштар, бәхет, ғаилә именлеге һәм ҡыуаныстары теләйбеҙ.
Рәмзиә МАМЕДОВА,
Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының крайҙы өйрәнеү түңәрәге етәксеһе.