“Егәрленең ҡулы етәү” тигән халыҡ мәҡәле Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡаланың 21-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баныу АСТАНОВА өсөн генә әйтелгән кеүек. Уңған, тырыш, гүзәл зат менән гәзит уҡыусыларҙы яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында, әңгәмә ҡорҙоҡ:
► Баныу Зарим ҡыҙы, үҙегеҙ, ғаиләгеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
- Мин Учалы районы Комсомольск ауылында тыуғанмын. Элек колхоз-совхоз заманында эшселәрҙе башҡа урынға эшкә ебәрер булғандар. Инженер булып эшләгән атайымды икенсе колхозға күсереүҙәре сәбәпле, Илсе ауылы мәктәбенә уҡырға төштөм. Өсөнсө класты тамамлағас, Озерный ауылына күстек һәм ғаиләбеҙ менән шунда төпләндек.
Уҡытыусы булам тигән уй юғары кластарҙа ғына барлыҡҡа килде. Үҙем өсөн өлгө булырҙай остаздарым, уҡытыусыларым күп булды. Илселә уҡығанда данлыҡлы “Хазина” ансамбленә уҡытыусым Мәмдүҙә Буҙыҡаева йөрөй торғайны. Улар бөтә булған фестивалдәрҙә ҡатнаша ине, хатта Мәскәүҙә лә сығыш яһанылар. Ул дәрестәрҙе халыҡ ижадына нигеҙләнеп үткәрҙе һәм ижади шәхес булараҡ үҙенә һөйөү уятты. Озерныйҙа уҡығанда рус, башҡорт телдәренән уҡытҡан остаздарым - Нәйрә Ишмөхәмәтова, Лилиә Шәғәлина, Альфа Хәйретдинова, Шәүлиә Юнысова арҡылы тел дәрестәрен, гуманитар фәндәрҙе үҙ итә башланым.
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт һәм рус телдәре төркөмөнә уҡырға индем. 2001 йылда ҡулыма диплом алғас, баш ҡалала эшкә ҡалдым һәм Фәндәр академияһының гуманитар бүлегендә ике йыл белгес булып эшләнем. Унда уҡытыусым - Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Әхәт Сәлихов кеүек ғалимдарҙың ҡулы аҫтында эшләү бәхете тейҙе. Тап шул осорҙа бик күп нәмәгә өйрәндем тип әйтә алам.
Ауылдашым Айнур Зәйнулла улы менән яҙмыштарыбыҙҙы бергә бәйләгәс, тыуған яҡтарға ҡайттым. Бер аҙ Абҙаҡ мәктәбендә эшләп алдым. Декрет ялынан һуң, 2006 йылда, ҡаланың 21-се мәктәбенә эшкә килдем.
Тормош иптәшем менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Өлкәнебеҙ Әнилә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт нефть-техник университетында III курста уҡып йөрөй. Нәркизә ошо уҡ гимназияның VIII класын тамамланы. Икеһе лә ижадҡа ғашиҡ ҡыҙҙар. Өлкән ҡыҙым ҡала музыка мәктәбенең ҡурай класында уҡып сыҡты, ә бәләкәсебеҙ Өфөлә, Рәис Низаметдинов етәкләгән “Аманат” этно-ансамблендә скрипкала шөғөлләнә. Икеһе лә ҡул эштәренә әүәҫ, түшелдеректәр кеүек милли биҙәүестәр эшләгәндә идеялары менән уртаҡлашалар, ярҙам итәләр.
► Һөнәрегеҙҙә өлгәшкән уңыштарығыҙҙың иң-иңе ниндәй тип иҫәпләйһегеҙ?
- 2016 йылда яйлап ҡына милли телде уҡытыу системаһында үҙгәрештәр башланды. Беҙ, ул ваҡыттағы коллегам Сулпан Уйылданова менән дәрестәрҙе, телде һаҡлап ҡалыу маҡсатында, барыһын да ныҡлап уйлағас, “Афарин” уҡыу дәреслеген һәм эш дәфтәрен әҙерләүгә тотондоҡ. Ул ваҡытта ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, 2021 йылда Гөлсибәр Шакирова, Илсиә Нафиҡова, Сания Шәғәлиева һәм Сулпан Уйылданова менән бергәләп был ҙур эште бойомға ашыра алдыҡ. Был осорҙа беҙҙең көсөбөҙгә, маҡсатыбыҙға ирешә алыуыбыҙға ышанмаусылар, шикләнеүселәр ҙә булды, әммә, телебеҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, беҙгә ярҙам итергә тырышҡан кешеләр күп булды. Тап ошо “Афарин” - мәғариф өлкәһендәге ошоғаса эшмәкәрлегемдәге иң әһәмиәтле һәм иң ҙур уңышым булды. Телем, башҡорт халҡы, үҫеп килгән быуын өсөн файҙалы, кәрәкле эш эшләнек, тип әйтә алам һәм коллегаларыма бының өсөн ҙур рәхмәтлемен.
“Афарин”ды тамамлағас, күңелгә нимәлер етмәй торҙо, яңы проект өҫтөндә артабан да эшләү теләге уянды һәм “Уҡытыусы һәм остаз йылы”нда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн “Остазлыҡ мәктәбе” уҡыу курсын булдырҙым. Ул ғинуар айынан декабргә тиклем эшләне. Был мәктәпте булдырырға ҡарар итеүемдең маҡсаты - ете йүнәлеш буйынса туплаған күп йыллыҡ тәжрибәм менән уртаҡлашыу ине. Унда йәш уҡытыусылар менән бер рәттән тәжрибәле ете уҡытыусы шөғөлләнде. Улар менән ай һайын осраштыҡ, шулай уҡ дистанцион форматта ла эштәр, дәрестәр үткәрҙем, чатта видеодәрестәр, материалдар менән уртаҡлаштым, һорауҙарға яуап бирҙем. “Остазлыҡ мәктәбе”н тамамлаған уҡытыусыларға сертификаттар тапшырылды.
“Уҡытыусы һәм остаз йылы” башланғас, коллегам, инглиз теле уҡытыусыһы Галина Самараковскаяның инглиз теле студияһына барып, уҡыусыларға инглиз телен өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булдырылғанын күреп, хайран ҡалдым. Бындай мөмкинлектәрҙе тик практик уҡытыусылар ғына булдыра ала. Ә беҙҙең телде өйрәнеүҙә дидактик материалдар етешмәүе, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың мәғариф системаһындағы үҙгәрешкә әҙер булмауы, яраҡлаша алмауы арҡаһында проблемалар килеп сыҡты. Шуға күрә, “Остазлыҡ мәктәбе” программаһына ингән “Дидактик һәм өҫтәл уйындары” темаһын артабан да үҫтерергә ҡарар иттем. Яйлап ҡына ошо йүнәлештә эшләй башланым һәм дәрестә ҡулланыу, балаларҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән өҫтәл, дидактик уйындар, открытка-мотиваторҙар, бойорсоҡтар, стикерҙар эшләй башланым. Әйткәндәй, өҫтәл уйындары мәғариф өлкәһендә бик популяр, ул гаджеттарҙан, компьютер уйындарынан балаларҙы әҙ булһа ла ситләтергә ярҙам итә һәм уларҙың файҙаһы күпкә ҙурыраҡ.
► Һеҙ йортоғоҙҙа ҡалалағы беренсе шәхси музейҙы булдырғанһығыҙ. Был эште башларға нимә этәрҙе һәм әлеге ваҡытта унда ниндәй экспонаттар тупланған?
- Музей булдырыу идеяһы күптән бар ине. Өләсәйҙәрем - Хәлимә Шәкирйәнова һәм Әминә Сөләймәнованың тәрбиәһен алып үҫтем. Өләсәйҙәрем ҡул эштәренә бик оҫта булдылар, уларҙан ҡалған боронғо әйберҙәр бар ине. 2018 йылда Озерныйҙан Нәйрә Ишмөхәмәтова исемле уҡытыусым шылтыратып, мәктәп музейы бөтөрөлөүен хәбәр итте һәм эшемдә кәрәкле әйберҙәрҙе алырға тәҡдим итте. Барып, байтаҡ ҡына экспонаттарҙы - ҡул тирмәне, бишек, боронғо ғәрәп яҙмаһы менән китап кеүек әйберҙәрҙе алып ҡайттым. Шунда ул: “Бәлки, музей ҙа асырһың?” - тигәйне. Шулай итеп, әйберҙәр йыйылып киткәс, мунса төкәтмәһендә бәләкәй генә музей асып ебәрҙем. Иптәшем дә был идеямды хуплап, күтәрмәләп алды.
Әсәйем Айһылыу Иркәбай ҡыҙы менән атайым Зарим Ғаяз улы Шәкирйәновтар минең тормошомдағы тәүге остаздарым. Атайым 20 йылдан ашыу Озерный мәктәбендә ҡурайҙан уҡытты. Музыкаль белеме булмаһа ла, юғары белемле инженер бар йөрәге менән халыҡ ижадына ғашиҡ кеше. Беҙҙең өйҙә ҡурайҙамы, пластинкаламы, радионанмы һәр ваҡыт халыҡ йырҙары, моңдары яңғырап торҙо. Әсәйем гелән үҙешмәкәр театрҙарҙа, концерттарҙа ҡатнашты, бейергә яратты. Бала ғына күңелемдә шулай халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, ижадына ҡарата улар һөйөү тәрбиәләгәндәр һәм уҡытыусыларым артабан миңә ошо юҫыҡта дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәргәндәрҙер. Атай-әсәйем әле лә халыҡ ижадына бәйле йүнәлештәге эшемдә кәңәштәрен биреп, барлыҡ башланғыстарымды хуплап торалар, өйрәтеп ебәрәләр, музейға экспонаттар туплашалар.
Музей - минең күңел талабы һәм хобби ғына, тәү сиратта эшемдә ныҡ ярҙам итә. Мәҫәлән, уҡыусыларым менән берәй экспонатты алып өйрәнәбеҙ, яҡындан күреп, ҡыҙыҡһынып киткән уҡыусылар менән ошо әйбер өҫтөндә эшләй башлайбыҙ, эҙләнеү эштәре яҙабыҙ. Ике-өс йыл элек башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә “Музей педагогикаһы элементтарын ҡулланыу” методик темаһы өҫтөндә лә эшләнем. Бының өсөн материалдар ҙа, шарттар ҙа бар ине һәм уҡыусылар менән байтаҡ ҡына эҙләнеү эштәре яҙҙыҡ. Һуңынан уларҙы бергә туплап, “Тыуған яҡ мөғжизәләре” исемле йыйынтыҡ сығарҙыҡ.
Музейҙа боронғо башҡорт көнкүреш әйберҙәре, йорт кәрәк-яраҡтары, эш ҡоралдары һәм һунарсылыҡ әйберҙәре, өләсәйемдең боронғо башҡорт кейемдәре: әберкәле күлдәктәр, камзул, һаҡал, милли биҙәүестәр; туҡыма киҫәктәренән эшләгән йәш әсәйҙәрҙең күкрәксәһе, шулай уҡ совет осорондағы сәхнә кейемдәре, яғалы плюш пальто, татар ҡалфағы, йөн иләгес, балаҫ һуғыу станогы, баланың кендек, бетеү күлдәктәре, ҡул тирмәне, боронғо ағас сана, һандыҡ, пионерҙар осорондағы әйберҙәр һәм башҡалар тупланған, үҙ ҡулдарым менән эшләгән биҙәүестәр, түшелдеректәр ҙә бар.
Милли кейемдәрҙең өләсәйҙәремдән ҡалғаны ла, замансалары ла бар, шулай ҙа, яңы милли кейем комплексы тегеп ҡарарға булдым һәм тиләү ырыуы ҡыҙы булараҡ, ошо ырыу ҡатын-ҡыҙҙарының милли күлдәген, ҡашмауын тектем һәм әлеге ваҡытта камзулын әҙерләү менән мәшғүлмен. Сарыҡ эшләтеп алдым.
Музейҙы яйлап туплау өҫтөндәмен, нимәләр етешмәгәнлеген уйлайым. Бер көн һандыҡ өҫтөндәге түшәк-юрғандарға ҡараным да, уның урын тартҡыһы юҡлығын аңланым. Уҡыусым менән тамбур сигеүен, тарихын, уның төрҙәрен өйрәнеп, ошо тартҡыны тегеп, сигеп ҡуйҙыҡ.
Киләсәктә музейҙы әҙерәк киңәйтергә уй бар. Экспонаттарҙы мәктәпкә алып барғансы, ошонда уҡ музей дәресе ойошторорға мөмкин булыр ине. Туған тел дәресенә йөрөгән балалар менән күрше-тирәләге музейҙарға йөрөп торабыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың үткәне менән танышыу сәйәхәттәренән һуң, улар үҙ телдәрен өйрәнеүҙәре менән ғорурланып, дәртләнеп, бер башҡа “үҫеп” китә. Ҡыҙҙар араһында милли биҙәүестәр менән танышҡас, уларҙы үҙ ҡулдары менән эшләп ҡарарға теләк белдереүселәр бар. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, балаларҙа уҡыу менән бер рәттән ошо арҡылы милли рух та тәрбиәләргә тырышам.
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Баныу Зарим ҡыҙы! Артабан да эшегеҙҙә һәм башҡорт халҡының тарихының онотолмауы, уны киләсәк быуындарға бар нескәлектәре менән тапшырыу йәһәтенән атҡарған эшегеҙҙә уңыштар, яңы идеялар теләйбеҙ!
Рәсимә СӘЛИХОВА әңгәмәләште.
Наил ШАКИРОВ фотолары.