Азалия һәм Денис Солтановтарҙың тандемы әле бик йәш. Улар 2021 йылда таныша. Азалия Вәлиева Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлексәһенең ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан бүлегенә эшкә килә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт өлкән инспекторы булып эшләгән полиция капитаны Денис Солтанов шунда уҡ матур ҡыҙҙы күрә һәм иғтибар күрһәтә башлай. Азалия ла был иғтибарға ыңғай яуап бирә, тиҙҙән симпатия мөхәббәткә әйләнә. Бер-береһенең хистәрен оҙаҡ тикшереп тормай улар, бер-береһен табыуҙарын тиҙ аңлай. Йәштәр туй үткәрә. Был ваҡытҡа Азалия аттестация үтә һәм полиция сержанты дәрәжәһендә бухгалтерҙың финанс эше буйынса кесе белгес булып эшләй башлай. Ваҡыт үтеү менән Солтановтар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға була. Уларҙың ҡыҙы тыуа. Шулай итеп, дөйөм эш урыны ла яңы ғаилә барлыҡҡа килеү урыны булып сыға.
Әгәр полиция хеҙмәтендә булмаһаҡ,бер ҡасан да осрашмаҫ инек, тиҙәр ирле-ҡатынлы Солтановтар. Әгәр ҙә уларҙың һәр береһе икенсе һөнәр һайлаһа, был матур мөхәббәт тарихы булмаҫ та ине бәлки. Ә шулай ҙа эске эштәр органдарында ике герой осраҡлы ғына килеп сыҡмаған. Ысынында Денис менән Азалия унда бер үк юл менән килгән. Уларҙың һәр береһе өсөн был юл яҙмышҡа бәйле була.
Денистың атаһы Дамир Айса улы ғүмер буйы хоҡуҡ һаҡлау органдарында, башлыса ведомствонан тыш һаҡ бүлегендә эшләй. Бер нисә йыл ҡулға алыу төркөмөн етәкләй, ә хаҡлы ялға сығыр алдынан ведомствонан тыш һаҡ бүлегенең үҙәкләштерелгән һаҡлау дежур пункты ярҙамсыһы булып күсә. 2010 йылда милиция прапорщигы дәрәжәһендә хаҡлы ялға китә. Дөрөҫ, эшмәкәр Дамир Айса улы эшһеҙ ултыра алмай. Ул "гражданка"ла ла эшләүен дауам итә. Ҙур хужалыҡ алып бара, егермеләп йылҡы малы тота.
Дамир Солтанов әйтеүенсә, ул улының һөнәр һайлауына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, уға үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә рөхсәт итә. Ә бына Денис Дамир улы атаһының эше уның ғүмерен полиция менән бәйләргә теләүендә ҙур роль уйнаны, тип иҫәпләй. Ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 2017 йылда килә һәм әлегә тиклем туған подразделениеһына тоғро ҡала.
Азалияның хеҙмәт юлы ла бала саҡтан уҡ билдәләнгән була, сөнки, ул хәтерләүенсә, атаһы Альберт Әхмәдин улының иңендә һәр ваҡыт погондар була. Ул эске эштәр бүлегенә 1997 йылда килә, төрлө подразделениеларҙа хеҙмәт итә, һуңғы 24 йылда элемтәсе булып эшләй. Бөгөнгө көнгә тиклем Альберт Әхмәдин улы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегендә махсус элемтә буйынса белгес булып эшләй, коллегалары араһында абруй ҡаҙанған. Буш ваҡытында ул йортон төҙөү менән шөғөлләнә. Полиция капитаны Альберт Вәлиев та ҡыҙына һөнәре тураһындағы ҡарашын көсләп таҡмауын таный, әммә Азалия Альберт ҡыҙы атаһы юлынан барырға ныҡлы ҡарар итә.
Тормош ике полиция династияһын бәйләп, хикмәтле быуындар үрә. Кем белә, бәлки, Вәлиев-Солтановтарҙың өсөнсө быуыны ла үҙ ғүмерен законға хеҙмәт итеүгә бағышларға ҡарар итер. Әммә быға тиклем бик күп ваҡыт бар. Ә әлегә бар ғаилә, яратҡан, йәш ярымлыҡ Адель иң мөһим кешеләренең погондағы йондоҙсоҡтарын ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Ғаилә бәхетенең сере тураһында һорауға Азалия менән Денис бер тауыштан бер-береһен аңлау, хөрмәт итеү һәм яратыуҙан тип яуап бирә. Улар бөтә эш мәсьәләләрен кабинетта ҡалдырырға, ә өйҙә ир менән ҡатын ғына булырға тигән ҡағиҙәне ҡабул итһәләр ҙә, тик хеҙмәттәше генә эштәге тотҡарлыҡтарға, командировкаларға, дежурлыҡҡа, тревога буйынса уятыуҙарға асыуланмаясаҡ. Шулай итеп, эш мәсьәләләре буйынса Солтановтар бәхәсләшмәй, ә инде көнкүреш мәсьәләләре буйынс
Ял итеү мөмкинлеге булғанда,Азалия менән Денис велосипедтарында сәйәхәткә сыға. Улар тауҙарғайөрөргә, сәйәхәт итергә ярата. Эштәтупланған стресты тәбиғәт һәм физик әүҙемлек еңеләйтә, тиҙәр. Шулайуҡ Денис мототранспортты хөрмәтитә, "тимер ат" руле артында рәхәтләнеп йөрөй. Әлбиттә, хәҙер Азалияваҡытының күп өлөшөн бәләкәйҡыҙына бағышлай, әммә һәр ваҡытбөтә ғаиләне бер өҫтәл артына йыйырға мөмкинлек таба. Вәлиевтарһәм Солтановтар, ғәҙәттәгесә, тыуған көндәрен һәм Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн бергә билдәләй. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөлә ҡәҙерле ғаилә ағзалары менән ваҡыт үткәреү өсөн бик яҡшы сәбәп.
Солтановтар һәм башҡа ғаиләләрҙе лә матур байрам менән ҡотлайбыҙ һәм һәр берегеҙгә ҙур бәхет, ныҡлы мөхәббәт, йылылыҡ һәм мөнәсәбәттәрҙә гармония теләйбеҙ!
Гүзәл ДРОНОВА,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынсабүлеге хеҙмәткәре.