Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Август , 13:11

Томоролоп саба поездар

Элек-электән поезд машинисы тик ир-егеттәр өсөн генә тәғәйен һөнәр һаналған. Был, тәү сиратта, эштең үтә яуаплы, ауыр, хатта ки хәүефле булыуына бәйле. - Тимер юл буйлап алға уҡталған составты хәрәкәткә килтереү менән машинист иңенә кеше ғүмерҙәре, юл хәүефһеҙлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ ята, - тип башланы һүҙен мәҡәләбеҙ геройы - Дим моторвагон депоһының ҡала яны поездары машинисы Артур ЙОСОПОВ та. - Нормаға һалынмаған эш көнө, төнгө сменалар, ғәҙәттән тыш хәлдәр байтаҡ кәрҙе алһа ла, һөнәребеҙ бик ҡыҙыҡлы. Иң мөһиме, сыҙамлы, һалҡын ҡанлы булырға кәрәк, - ти 14 йыл самаһы тимер юлында эшләгән тәжрибәле машинист.

Томоролоп саба поездар
Томоролоп саба поездар

Ваҡытында бер туған апайы Эльзаның кәңәшен тотоп, Өфө тимер юл транспорты техникумында күсмә составты техник эксплуатациялау һөнәрен үҙләштергән Ломовка егете тап ошо өлкәне һайлауына бер тапҡыр ҙа үкенмәгән. Атаһы Ғамир Әүхәҙей улының да ҡасандыр Белорет - Инйәр тимер юл участкаһында машинист ярҙамсыһы булып эшләүен ул уҡып сығып, эшкә урынлашҡас ҡына белә.

Әрме сафынан һуң Артур Ғамир улы Белорет металлургия комбинатының тимер юл цехында поездарҙы формалаштырыусы диспетчер булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Бында ике йыл эшләгәс, 2012 йылда “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенә машинист ярҙамсыһы булып эшкә килә, йөк һәм ҡала яны поездарында хәрәкәт итә.

- Локомотив менән идара иткән һәр машинист өсөн тәүге баҫҡыс был. Бөтә машинистар ҙа иң тәүҙә ярҙамсы булып тәжрибә туплай, теге йәки был локомотив төрө менән идара итергә өйрәнә. Машинист ярҙамсыһы икенсе дәрәжәләге бурыстарҙы үтәһә лә, ул да хәүефһеҙлек өсөн яуаплы - юлда, поезда булған бөтә нәмәне иғтибар менән күҙәтергә, ул-был хәл тураһында машинисҡа ваҡытында хәбәр итергә тейеш. Ғәҙәти булмаған ситуацияла иһә, мәҫәлән, машинист үҙен насар тойһа, ашығыс рәүештә поезды туҡтатып, беренсе ярҙам күрһәтергә бурыслы. Локомотив менән идара итеү хоҡуғы булған осраҡта, диспетчер рөхсәте менән яҡындағы станцияға барып етеп, машинисты медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшыра ала, - ти Артур Ғамир улы.

2014 йылда Һамар ҡалаһында машинист һөнәренә махсус курстар үтеп, өс йыл тәжрибә туплаған егет 2017 йылда үҙе машинист булып идара итеү пульты артына баҫа. Йыл һайын белемен камиллаштырып, тәүҙә өсөнсө, һуңынан икенсе квалификациялы белгес булараҡ ҡала яны һәм пассажир поездарында эшләй. 2021 йылда иһә Дим биҫтәһендәге моторвагон депоһына эшкә күсеп, бөгөнгө көндә Белорет - Инйәр, Белорет - Өфө тимер юл маршруттары буйлап электричка һәм электровоздар менән идара итә.

- Беҙҙең эштә даими рәүештә уҡырға, белем алырға кәрәк. Тәүҙә электровоз, рельс автобусы, электричка ише моторвагонлы күсмә состав менән идара итеүҙе үҙләштерһәм, һуңғараҡ юғары тиҙлекле “Ҡарлуғас”ты теҙгенләнем. Әле бына тепловозға уҡыным. Әйткәндәй, август айында Өфө - Белорет йүнәлешендә юғары тиҙлекле поезд йөрөй башлаясаҡ. Артабан уның юлы оҙайтылып, Өфө - Магнитогорск - Сибай маршрутына әйләнер, моғайын, - ти әңгәмәсем һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашып.

Һис шикһеҙ, машинистың эше еңелдән түгел. Уның иңенә поезд менән идара итеүҙән тыш, локомотивтың бөтә системалары эшмәкәрлеген контролдә тотоу, диспетчер хеҙмәте һәм башҡа тимер юл транспорты хеҙмәткәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү, тимер юлдың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм регламенттарын үтәү, юл хәрәкәте шарттары үҙгәргәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү, килеп тыуған конфликтлы хәл-ваҡиғаларҙы яйлау кеүек бихисап бурыстар йөкмәтелгән. Артур Йосопов әйтеүенсә, машинист ваҡ деталдәргә лә иғтибарлы булырға, даими рәүештә локомотивтың торошон һәм тимер юл трассаһындағы сигналдарҙы күҙәтергә тейеш. “Кабинала ҡабул ителгән һәр ҡарар етди эҙемтәләргә килтереүе мөмкин, шуға ла был хеҙмәт юғары профессионаллек, тәжрибә, аҡыл ҡеүәһе, һалҡын ҡанлылыҡ талап итә”, - ти ул.

Уландары - 12 йәшлек Денис менән 10 йәшлек Тимур ҙа аталарының һөнәренә мөкиббән киткән. “Үҫкәс һинең кеүек машинист буласаҡбыҙ”, - ти улар   сираттағы сәфәргә юлланған һайын. Ә кем белә, бәлки Йосоповтарҙың ошо йәһәттән хеҙмәт династияһы ла барлыҡҡа килер әле.  

- Коллективтан уңдым. Депола 200-ҙән артыҡ кеше хеҙмәт йөгөн тартһа, участкала иһә 10 кеше эшләй. Бер-беребеҙгә дуҫ-иптәшбеҙ, ярҙамсылбыҙ. Етәкселек тә һәр хеҙмәткәренә ихтирамлы мөнәсәбәттә, шуға эштең ауырлығы ла тойолмай. Үҙ сиратымда, барлыҡ хеҙмәттәштәремде Тимер юлсылар көнө уңайынан ихлас ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, аҡ юлдар теләйем, - ти Артур Ғамир улы.

Эйе, техник прогресс бер урында тормаһа ла, машинист һөнәре әле оҙаҡ йылдар әһәмиәтлелеген юғалтмаясаҡ. Тимәк, тимер юлында ла Артур Йосопов ише көслө рухлы, мыҡты ир-егеттәр кәрәк буласаҡ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: