Ғәҙәттә, кешенең даланлы булыуы бала сағына бәйле, тиҙәр. Хәйер, дөрөҫ маҡсат-хыялдар менән буй еткергәндәргә үҙ тәғәйенләнешен табыу, юғары һөҙөмтәләргә ирешеү еңелерәк бирелә. Айгиз да бөгөнгө уңыш-ҡаҙаныштарын иң элек һәр йәһәттән өлгөлө ғаиләлә үҫеүенә, атай-әсәй тәрбиәһенә бәйләй.
- Атайым - Альберт Лев улы, бар ғүмерен медицина өлкәһенә арнаған тәжрибәле, һәләтле балалар табибы. Байтаҡ йылдар Сермән ауылы табип амбулаторияһына етәкселек итә. Үҙемде белер-белгәндән атайымдың кешеләргә ярҙам итеүен күреп, уның менән һоҡланып, ғорурланып үҫтем. Тәүге остазым, өлгө алырлыҡ кешем булды ул. Ана шул осорҙа киләсәктә табип булыу теләге моронлағандыр ҙа. Әсәйем - Рәйсә Хәмит ҡыҙы, математика уҡытыусыһы. Атай - ғәмәли, әсәй иһә теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында күҙ табибы булып эшләгән Лиана һеңлем менән миңә өлгөлө тәрбиә, киләсәккә йүнәлеш биреп, тәғәйенләнешебеҙҙе төшөнөргә, камил шәхес булып үҫешергә ярҙам итте улар, - ти Айгиз Альберт улы ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтен белдереп.
Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Айгиз 2006 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән белем эстәгән студент бишенсе курста уҡ травматология бүлегендә тәжрибәле табиптар менән бергә операциялар эшләй. Һайлаған йүнәлеше буйынса бер йыл интернатурала уҡығандан һуң, ул тыуған яғына - Белоретҡа ҡайта.
- Теләгем стационарҙа эшләү ине. Әммә буш урын булмау сәбәпле, ҡала поликлиникаһында эш башларға тура килде. Әлбиттә, һәр башланғыс - үҙенә күрә бер тетрәнеү, һынылыш ул. Был йәһәттән хеҙмәттәшем Валентина Ивановна Шелковскаяға рәхмәтем сикһеҙ. Тәжрибәле, зирәк шәфҡәт туташы үҙенең төплө кәңәштәре арҡылы дөрөҫ йүнәлеш бирҙе, хатта ки тейешле образ әүәләне тиергә мөмкин. Пациенттар менән нисек мөғәмәлә итергә, диалог ҡорорға тап унан өйрәндем, - ти геройым хәҙер инде күптән хаҡлы ялға сыҡҡан тәүге шәфҡәт туташы тураһында.
Күңеле ятмаған урында оҙаҡ тотҡарланмай ул. Бер осор Дыуан районының Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында эшләп алғас, йәш белгес Өфөгә юллана. Бында травма пунктына урынлашып, яңы дауалау-диагностикалау манипуляцияларын үҙләштерә, теләһә ниндәй йәрәхәт алған осраҡта ашығыс ярҙам күрһәтергә өйрәнә.
Түҙгән түш ейгән, ниһайәт, өмөтлө травматологка Белорет дауаханаһынан урын тәҡдим итәләр. Яңы көс, белем вә тәжрибә менән ҡайтҡан табип шунда уҡ башкөллө эшкә сума.
- Ринат Вәлиуллин етәкселегендәге травматология бүлеге - үҙ эшен белеп, яратып башҡарған көслө, берҙәм команда ул. Ринат Тимерзаһит улы һәр ҡайһыбыҙ өсөн атайҙарса хәстәрлек күргән ысын остаз. Ниндәй генә сетерекле хәл тыумаһын, беҙ, йәштәр, уның кәңәшенә, ярҙамына таянабыҙ. Шәхсән үҙем тиҫтә йыл эсендә был өлкәлә билдәле бер һөнәри үрҙәргә өлгәшкәнмендер, тип уйлайым. Остеосинтездың бөтә төрө, быуындарҙы, янбаш-бот быуынын эндопротезлау, тубыҡ быуыны артроскопияһы, менискыны алмаштырыу, бәйләүестәрҙе тергеҙеү, сәрпәкләнгән һөйәкте ҡайтанан йыйыу кеүек ҡатмарлы операцияларҙы юғары кимәлдә яһайбыҙ. Киләсәктә йәнә ҡулбаш быуыны артроскопияһына тотонорға иҫәп бар, - ти Айгиз Альберт улы.
Бүтәндәрҙең ғазап-михнәттәрен йөрәк аша үткәреү, кеше ғүмере, сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ, сәғәттәр буйы һуҙылған ҡатмарлы операциялар, төнгө нәүбәттәр... Иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған геройымдың үкенгәне булдымы икән? Юҡ. Эшенең ыңғай һөҙөмтәһе, пациенттарының бәхетле йөҙө, сикһеҙ рәхмәте бар нәмәнән дә өҫтөнөрәк. “Яңыраҡ бер ирҙе килтерҙеләр. Ҡул суғы пилорама бысҡыһына эләгеп, тулыһынса тиерлек ампутацияланған. Бөтә тарамыштар, мускулдар, бәйләүестәр зыян күргән, һөйәктәр үтә ныҡ сәрпәкләнгән. Тәү ҡарамаҡҡа, ҡул суғын һаҡлап ҡалыу мөмкин дә түгел ине. Әммә йәш ирҙе күрәләтә нисек ғәрипләмәк кәрәк?! Тәүәккәлләнем. Төнгә ҡарай башланған операция өс сәғәткә һуҙылды. Арманһыҙ булһам да, иртәнсәк пациентымдың тере ҡул суғын күреп, тәғәйенләнешем йәһәтенән яңылышмауыма йәнә бер ҡат инандым”.
Алтын ҡуллы, оло йөрәкле, игелекле табипты олоһо ла, кесеһе лә ярата, ихтирам итә. Ҡаты йәрәхәттән бөтөнләй һеңгәҙәп ҡалған йә паникаға бирелгән кешене тынысландырыу, операцияға көйләү өсөн дә ни ҡәҙәр көс, сабырлыҡ кәрәк! “Тәүҙә - йәнде, шунан тәнде дауалайбыҙ. Айырыуса балалар менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу зарур. Уларға хатта әкиәт уйлап сығарып һөйләргә тура килә...”
Мөкиббән киткән эштә лә йән-тәнгә ял биргән изге мәҡамың, шөғөлдәрең булырға тейеш.
- Илһам сығанағым, йыуанысым - ғаиләм. Ҡатыным Светлана менән Өфөлә фитнес клубта таныштыҡ. Ауыр йөк күтәреп күнекмәләр яһаған нескә генә һылыуҙың сыҙамлығы, ныҡымышлығы хайран итте. Түҙмәнем, комплимент эшләнем. Ҡыҙҙың осҡон һирпкән ҡараштары иһә бөтөнләй һуштан яҙҙырҙы, - ти Айгиз бәхетле йылмайып.
Светлана Радик ҡыҙы һөнәре буйынса дизайнер. Талантлы, креатив идеялы һылыу ҙа, тормош иптәше кеүек үк, үҙ эшенең оҫтаһы икән. Ғариповтарҙың ғаиләһендә ике шуҡ малай буй еткерә. Олоҡастары Арыҫлан Белорет компьютер мәктәбенең II класында уҡыһа, Булат быйыл мәктәпкә барырға йыйына. Сәләмәт тормош алып барған, спорт яратҡан ғаилә район-ҡалала уҙған бер ярыштан да ситтә ҡалмай. Дүртәүләп тау саңғыһы үҙәгенә, бассейнға йөрөйҙәр; атай-әсәй - еңел атлетика, уландар шахмат, каратэ менән шөғөлләнә.
- Спорт - әхлаҡи һәм физик көсөргәнештән ҡотолоу, эске ҡеүәтте арттырыу өсөн иң яҡшы сара. Мәҫәлән, йүгереү - үҙе медитация, онотолаһың, стрестан ҡотолаһың. Әле йөҙөү, велоуҙыш һәм йүгереүҙе берләштергән спорт төрө - триатлон менән мауығам, - ти балаларына һәр йәһәттән өлгө күрһәткән ғаилә башлығы.
“Үҙ шөғөлөңдө тап һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәрт” - Стив Джобстың ҡанатлы һүҙҙәре Айгиз Альберт улы өсөн тормош девизы. Хәйер, тәғәйенләнеше арҡылы кешеләрҙе иң ҙур байлыҡ - һаулыҡҡа тейендергән мөрәүәтле ир-егет был бурысты меңләтә арттырып үтәгән.