Абҙаҡ ауылында Гөлнур һәм Рауил Вәлиевтәрҙең ишле, татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән ул. Хаҡлы ялға сыҡҡансы йәш быуынға аң-белем биргән көслө педагогтар үҙ балаларын матур ғаилә традициялары солғанышында тәрбиәләүгә өлгәшкән. Улдары Салауат, Рамил, Камилға, ҡыҙҙары Гөлшат, Рәфидәгә ҡара йәштән яуаплылыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, бер-береһенә ҡарата ихтирам, ярҙамсыллыҡ ише күркәм сифаттарҙы һеңдергән улар. “Арманһыҙ булып мәктәптән ҡайтҡан атай-әсәйгә эш ҡалдырырға тырышманыҡ. Мал-тыуар ҡарауҙы, утын өйөүҙе, ер-баҡса эштәрен гел бергә башҡарҙыҡ. Салауат ағайым менән иң өлкәндәре булғас, беҙҙең иңдә яуаплылыҡ та күберәк ятҡандыр, күрәһең. Әсәйемдең эшен бер аҙ еңелләштермәксе булып, III кластан һыйыр һауҙым. Дүрт йәшеңдә ултырғысҡа баҫып һауыт-һаба йыуа торғайның, тип әле лә иҫләп көлөп алалар”, - ти был йәһәттән Гөлшат Рауил ҡыҙы.
...Дүрт йәшенән атаһы кеүек аяғын аяҡҡа һалып, диванда “Правда” гәзитен уҡып ятҡан кескәй ҡыҙға бәләкәйҙән китап ене ҡағыла. Кис һайын балаларын теҙеп ултыртып әкиәт уҡыған Рауил ағай мөғжизәләр иленә сәйәхәттең иң ҡыҙыҡ урынында туҡтай ҙа, ул-ҡыҙҙарын хыял ҡанаттарында әүен баҙарына оҙата. Бер Гөлшаты ғына тынғыһыҙ. Атаһы Өфөнән алып ҡайт-ҡан “Сәйәхәтсе Синбад” әкиәтен нисек тә йәһәтерәк уҡып бөтөргә кәрәк. Бөтәһе йоҡоға талғас, фонарь, китап тотҡан ҡыҙыҡай үҙенең йәшерен урынына - шифоньер эсенә бикләнә... “Бер шулай иртәнсәк торһалар, мин юҡ, имеш. Өйҙәгеләрҙең эҙләмәгән ере ҡалмаған. Аҙаҡ ҡына шифоньер эсендә йоҡлап ятҡан килеш тапҡандар”, - тип бала саҡ хәтирәләрен барлай әңгәмәсем.
...Бәләкәй сағынан бөтә урам балаларын йыйып, уҡытыусы булып уйнаған, үҙен тик ошо һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына килтергән үҫмер ҡыҙҙың тора-бара был теләге һүрелә төшә. Быға, бәлки, Абҙаҡ мәктәбендә ғүмере буйы уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдир вазифаһын атҡарған, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан атаһының, аҙнаһына 42 сәғәт математика, физика дәрестәрен алып барған әсәһенең үтә тынғыһыҙ эше лә сәбәп булғандыр.
- Мәктәпкә биш йәштән барҙым. Тәүге уҡытыусым Клара Аҙнағолова, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Миңзилә Әхмәтйәнова, шулай уҡ атай-әсәйем - педагог һөнәренә һөйөү вә ихтирам уятҡан тәүге остаздарым. Уларҙың үҙ хеҙмәтен мөкиббән яратыуы, фиҙаҡәрлеге, оҫталығы оло үрнәк минең өсөн. Атайымдың һәр дәресе шиғри минуттарҙан башланды. Гелән ике уҡыусы яратҡан лирик әҫәрен яттан һөйләп ишеттерер ҙә, үҙенсә анализ да яһап ҡуйыр ине. Һуңғараҡ был алымды үҙем дә ҡулландым.
Әммә VIII класты тамамлағанда минең башта бөтөнләй икенсе уйҙар ҡайнай ине. Нишләптер киләсәктә сауҙа өлкәһендә эшләү, ошо юҫыҡта белем үҙләштереү теләге тыуҙы. Тик атай был ниәттән йәһәт дүндерҙе, әхирәтем Сулпан менән мине, етәкләп тигәндәй, Белорет педагогия училищеһына алып барҙы. Аттестатта шау “бишле” булғас, имтихан да бирмәнек. Мин һаман ҡырталашып, үҙемсә план ҡорам, йәнәһе, Сулпан менән лидерлыҡты ҡулға алабыҙ, яҡшы уҡыйбыҙ ҙа, педучилищены ике йылда экстернат менән тамамлайбыҙ. Әхирәтем шунда уҡ - төркөм, ә мин дөйөм ятаҡта этаж старостаһы булып һайландыҡ. Бөтә ерҙә әүҙембеҙ, бишкә генә өлгәшәбеҙ, юғары стипендия алабыҙ. Бергә уҡыған төркөмдәштәр ҙә шәп, уҡытыусылар ҙа көслө... Шулай итеп, ике йылдан Сулпан менән старосталыҡ эшен генә алмаштыҡ та, артабан уҡыуыбыҙҙы дауам ҡылдыҡ, - ти Гөлшат Рауил ҡыҙы ихлас көлөп.
Ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса ҡаланың 14-се гимназияһында эш башлай. Әммә бер аҙна ла уҡытырға өлгөрмәй: атаһының өгөтө менән Абҙаҡҡа ҡайта. Йәшлек дәрте бөркөлөп торған тырыш ҡыҙ бер түгел ике урынға - “Орленок” балалар лагерына - ойоштороусы, мәктәпкә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. “Училищеның I курсынан һәр йәй “Орленок”та пионервожатый булып эшләүем минең өсөн ғәйәт ҙур тәжрибә булды. Смена һайын 720 бала, төркөмдәр ҙур. Шулай булһа ла, отряд тәрбиәсеһе Елена Кирасева менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп, килешеп эшләнек”, - ти Гөлшат ханым.
Бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән, мәктәп йылдарынан дуҫлашҡан күрше егеттең уҡып бөтөп Абҙаҡ мәктәбенә эшкә ҡайтыуы ла ҡыҙ күңелен ауылға әйҙәгән сәбәптәрҙән булғандыр. Әсәһенең, “Балам, йәшһең бит әле”, - тиеүенә ҡарамаҫтан, ул 19 йәшендә һөйгәненең өйләнешеү тәҡдимен ҡабул ҡыла.
Йүнсел кеше ҡайҙа ла шул тынғыһыҙ инде. Декрет ялында ла йәш ҡатын төрлө һөнәр-кәсеп үҙләштерә, ире менән ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала. Сауҙа тармағында эшләгән ҡәйнәһе Рауза Әүхәҙей ҡыҙына ярҙамсы сифатында автолавка менән ауылдар буйлап йөрөү, бер ыңғайҙан Свердловскиҙан кейем-һалым алып килеп һатыу, төндәрен торт һәм башҡа тәм-том, бәлештәр бешереп, кафе-маҙарға таратыу донъя өйгән, йорт төҙөгән йәш ғаиләнең матди хәлен ярайһы уҡ бөтәйтә. Иҫәп-хисап, сауҙа эшенә йәһәт төшөнөүе иһә ҡасандыр был өлкәне һайлау теләгенең, эске һиҙемләүенең тиккә булмауына ишаралай.
Декрет ялынан сығып, башланғыс кластарҙы уҡытҡан, яуаплылығы, ойоштороу һәләте, лидерлыҡ сифаттары менән айырылып торған Гөлшат Рауил ҡыҙына тиҙҙән мәктәп директоры вазифаһын йөкмәтәләр. Әлбиттә, иҫке һыуыҡ мәктәп, башлыса оло йәштәге педагогтарҙан торған коллектив, транспорт юҡлығы һәм башҡа проблемалар күңелен ҡырһа ла, 25 йәшлек етәксе бар тырышлығын, дәртен һалып эшкә тотона. Маҡсаты ла изге: туған мәктәбен яңы кимәлгә сығарырға, белем алыу, үҫеш өсөн уңайлы мөхит, шарттар тыуҙырырға кәрәк.
2003 йылда, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында, Абҙаҡта 264 урынлыҡ ике ҡатлы ҙур белем усағы файҙаланыуға тапшырыла. Төҙөлөшкә, мәктәп асыуға бәйле эштәрҙең ҡап уртаһында ҡайнаған, төн ауғанда ла өйөнә ҡайтып инә алмаған йәш ҡатын ана шунда беренсе тапҡыр сәстәренең ағарыуын аңғара ла, шаңҡып ҡала...
2008 йылда Абҙаҡ мәктәбе район-ҡала мәктәптәре араһында тәүгеләрҙән булып "Мәғариф" милли проекты буйынса миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшә. Шул уҡ йылда абҙаҡтар йәнә бер һөйөнөслө ваҡиға кисерә - белем усағына билдәле яҡташтары, рәссам Әхмәт Лотфуллиндың исеме бирелә. 2012 йылда иһә талантлы ижадсы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла. Абҙаҡ мәктәбе төрлө ижади осрашыуҙар, пленэрҙар, семинарҙар, практикумдар уҙғарыу майҙансығына әйләнә.
Бер-ике йыл эсендә йәш, дәртле коллектив туплауға өлгәшкән Гөлшат Рауил ҡыҙы мәктәп базаһында яңы идеяларҙы, инновацион проекттарҙы тормошҡа ашыра. Робототехника, һөнәри йүнәлеш буйынса майҙансыҡтар, махсус курстар, проект сессиялары уңышлы ғәмәлләшә. Төрлө ойошма, завод етәкселеге, престиж-
лы уҡыу йорттары вәкилдәре, күренекле шәхестәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. 2020 йылдың мартында “Үҫеш нөктәһе” буйынса уҙған төбәк-ара форумда төрлө тарафтарҙан 287 кеше ҡатнаша (илдең баш ҡалаһынан ғына 12 спикер саҡырыла). Әйткәндәй, 2022 йылда мәктәп уҡыусыларына киләсәктә һөнәр һайларға ярҙам иткән, йүнәлеш биргән инновацион проект Мәскәүҙә яҡланып, уникаль идеяларҙың береһе тип нарыҡлана.
- Туған мәктәбемдә эшләгән йылдар тәжрибә туплау ғына түгел, ә үҙемде шәхес булараҡ асыу, үҫеү, камиллашыу йәһәтенән дә әһәмиәтле. Һәм, әлбиттә, талап-йөкләмәләрҙе урын- еренә еткереп башҡарған, бер уйҙан, маҡсаттан булған татыу коллективыма рәхмәтем сикһеҙ, - ти әңгәмәсем.
Яңы белем эстәү ниәте менән стратегик дәүләт һәм муниципаль идара итеү йүнәлешендә магистратура тамамлап ҡайтҡан Гөлшат Рауил ҡыҙын 2021 йылда Белорет педагогия колледжы директоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ошо өс йыл эсендә генә колледждың абруйын үҫтереү, популярлаштырыу өсөн күпме көс түгелгәнен әйтеп тораһы ла түгел! Инновацион потенциаллы педагогтарҙы туплау, өҫтәмә һөнәри йүнәлештәр асыу, матди-техник базаны яңыртыу, оҫтаханалар булдырыу - һәммәһе лә маҡсатҡа ярашлы ғәмәлләшеп килә.
Гөлшат Рауил ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөнгө көндә педагогия колледжында 811 студент уҡый, улар урта махсус уҡыу йортон ике диплом менән, йәғни ике һөнәр эйәһе булараҡ тамамлай ала. Ҡалалағы завод-ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, үҙ-ара килешеп эшләү иһә яҡын киләсәктә колледжда эшсе һөнәрҙәрҙе үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк.
Ғөмүмән, күпселек осраҡта атай-әсәй өгөтө менән күңеленә ятмаған һөнәр алған, шул арҡала, бәлки, тормош юлында юғалып ҡалған йәштәргә ярҙам итеү - тәжрибәле педагогты борсоған мөһим проблемаларҙың береһе. Мәскәү ҡала педагогия университетының Һамар филиалы аспиранты булараҡ, Гөлшат Рауил ҡыҙы диссертацияһын тап ошо темаға - икенсегә һөнәр һайлау, теге йәки был йүнәлешкә ылыҡтырыу мәсьәләләренә арнаған.
Ҡатын-ҡыҙ асылы, күңел торошо, шөғөлдәре менән дә һоҡланғыс ул. Тормош иптәше Раян Нуретдин улы менән бына тигән ике улан үҫтергәндәр. Өлкәндәре Ришат Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын, Санкт-Петербургта юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙ эшен асҡан. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тырышлығы, эшһөйәрлеге арҡылы эшҡыуарлыҡта юғары һөҙөмтәләргә ирешкән. Кин-йәләре Руслан Белорет педагогия колледжының III курс студенты. Ул да күркәм холоҡ-фиғеле, яҡшы уҡыуы менән үрнәк.
- Ниндәй һөнәр эйәһе булыуына, вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ үҙ асылын юғалтырға тейеш түгел. Эшем ни ҡәҙәр тығыҙ, ауыр булмаһын, ғаиләмә, яҡындарыма һәр саҡ ваҡыт бүлдем. Таңғы биштән тороп тәм-том бешерәмме, ял һайын матур табын әҙерләйемме, бергәләп иҫтәлек-ле урындарға сәйәхәт ҡылабыҙмы - һәммәһен дә оло кинәнес вә ризалыҡ менән башҡарам. Шул уҡ мәлдә үҙем өсөн ваҡыт бүлергә, күңел йыуанысы, ял бирерҙәй шөғөлдәр менән булырға ла форсат табам, - ти Гөлшат ханым.
Эйе, үҙ баһаһын белгән, бүтәндәрҙе генә түгел, үҙ-үҙен дә ихтирам иткән көслө ҡатын-ҡыҙҙар тап шундай булырға тейеш. Ауырлыҡтар алдында баш эймәгән, яңы үрҙәр, маҡсаттарға ынтылып йәшәгән!