Был мәлдә яугирҙың ҡарашында хәрби заданиеларҙың ҡаты ысынбарлығы һәм хеҙмәт иткән айҙарында уға атырға тура килгән яҙмыштың күҙгә күренмәгән сәптәре сағыла. Әммә хәҙер, балаһына ҡарап, ул бөтә тырышлыҡтарының, борсолоуҙарының бушҡа булмағанлығын аңлай. Уның хыялы - маҡсаттарҙың тик спортта ғына ҡалыуы, уландарының юғары ҡаҙаныштарға ынтылыуы, ярыштарҙа еңеү һәм миҙалдар яулауы, һуғыш ысынбарлығын татымауы.
Биатлонсының шартлы сәпкә тейҙереүе, атай күңелендә шатлыҡ һәм тыныс киләсәккә өмөт уята. Улдары ла үҙе кеүек ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, көслө һәм ныҡышмал булырға өйрәнәсәк. Шулай ҙа, яугир балаһының әсе һуғыш тураһында, спортҡа түгел, ә йәшәүгә ынтылыуҙың нимә икәнлеген бер ҡасан да белмәүен теләй. Был маҡсаттар уңыш һәм сыҙамлыҡ билдәһе булып торһа ла, атаһының йөрәгендә улының тик еңеү шатлығын һәм тормоштоң яҡшы яғын ғына белһен тигән теләк һәр ваҡыт ҡала.
Атайҙар һәм улдар... Бәлки, уларҙың яҙмыштарын берләштергән ниндәйҙер үҙенсәлекле, күҙгә күренмәгән бәйләнеш барҙыр. Ватанға хеҙмәт итеп, ул сыҙамлыҡ һәм ныҡышмалылыҡтың хаҡын белә һәм хәҙер улына ҡарап, иң ҡыйыу өмөттәренең һәм хыялдарының дауам итеүен күрә.
Үҙе теләп махсус хәрби операцияға юлланыуҙың да төп сәбәбе балаларының, ғаиләһенең, яҡындарының, тыуған иленең именлеге булды бит. Күптәр кеүек, беҙ булмаһаҡ - кем һуң, тигән уй ҙа башынан үтмәне түгел, үтте. Етмәһә, полицияла күп йылдар эшләү, Чечен Республикаһында оҙайлы командировкаларҙа булыу ярайһы уҡ тәжрибә туплауға килтергән. Ярты йылдан ашыу махсус хәрби операцияла булып, илебеҙ именлегенә тоғро хеҙмәт итеп, Шайморатов миҙалына лайыҡ булһа ла, башҡа наградалары менән ғорурланмай ул. “Ҡатай”ға Белорет спорт мәктәбенең биатлон секцияһында шөғөлләнгән улдарының ҡаҙаныштары, ғаиләһенең иртәгәһе көнгә ышанысы күпкә юғары.
Ғүмеренең күп өлөшөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына бәйләгән Азат Кәбиров илебеҙгә афәт янағанда ситтә тороп ҡалыуҙы хуп күрмәй, 2024 йылдың яҙында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм июлдә 116-сы айырым тәғәйенләнештәге подразделениеға ҡараған Салауат Юлаев исемендәге 2-се батальон составында Белгород өлкәһенә юллана.
Был һуғыш та башҡаларынан күпкә айырыла. Быны беҙ өсөнсө йыл үҙ өҫтөбөҙҙә татыйбыҙ ҙа инде. Хатта үҙҙәрен сынығыу мәктәбен үткән тип иҫәпләгән яугирҙар ҙа бер килке баҙап ҡалалыр. Яугирҙарға тәүҙә хәрби хеҙмәткә өйрәнеп китеүе ауыр була. Бигерәк тә, күктәге “ҡошсоҡ”тарҙың бер туҡтауһыҙ осоуы күңелгә шом һала.
“Пилотһыҙ осоусы аппараттар күбеһенсә төнөн оса. Бысҡы тауышы сыға икән, тимәк һауала “баба-яга”лар. Ҙур зарядтар, ҡулдан эшләнгән бомба, 4 минаға тиклем күтәреү мөмкинлеге булған “баба-яга”ларҙың бер туҡтауһыҙ осоуы, баш осонда эленеп тороуы тамам йәнгә тейҙе. Бер нисә көн түҙҙек тә атып төшөрөргә ҡарар иттек. Егеттәр менән уңайлы позицияларҙы биләп, беренсе төндә үк береһен атып төшөрҙөк. Икенсе көнөндә лә шул уҡ хәл ҡабатланды, автоматтарға “ночник” (төндә күреү прицелы) ҡуйып, башҡаларын тар-мар иттек. Хәҙер осоусы аппараттар беҙҙең позицияларҙы урап үтергә тырыша. Үҙем дүрт дошман аппаратын атып төшөрҙөм”, - ти яугир яуҙаштарының батырлыҡтары менән ғорурланып.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарында майор дәрәжәһенә еткән, бөгөн иһә махсус хәрби операция зонаһында рядовой Азат Кәбиров гранатометсы ярҙамсыһы. Инйәр төбәгенән булған ата-әсәһенең ҡатай ырыуына ҡарауы сәбәпсеме, уға оҙаҡ ҡушамат һайлап торорға ла кәрәкмәй. “Ҡатай” позывнойын ала ла ҡуя.
Ике тиҫтә йылдан ашыу (1997-2021) Белорет эске эштәр органдарында хеҙмәт итеп, участка оперуполномоченныйынан наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, дежур частың смена начальнигы вазифаларына тиклем үрләй. 2019 йылда Чечен Республикаһында ярты йыл командировкала булыу ярайһы уҡ тәжрибә туплауға килтерә. Азат Миңнулла улы Урус-Мартан ҡалаһында йыйылма отряд составында тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша. 2021 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, Белорет спорт мәктәбендә биатлон буйынса тренер булып эшләй. Тәрбиәләнеүселәре лә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшә. Вахта ысулы менән алыҫ Себер яҡтарында эшләп ала.
Ә бөгөн ул махсус хәрби операция яугиры. Йөкмәтелгән бурыстарын аныҡ һәм яуаплы башҡарырға өйрәнгән Азат Кәбиров бында ла һынатмай. Махсус хәрби операция зонаһында 116-сы айырым тәғәйенләнештәге подразделениеға ҡараған Салауат Юлаев исемендәге 2-се батальон башҡарған бурыстар байтаҡ. Росгвардия яугирҙары Рәсәйҙең яңы төбәктәренең азат ителгән территорияларын тикшерә. Хәүеф - уларҙың көндәлек тормошоноң бер өлөшө. Утҡа тотҡанға ҡарағанда, дошмандың сигенгәндә ҡалдырған “сюрприз”дары күпкә хәүефлерәк. Улар һәр ерҙә. Шулай уҡ яугирҙар мөһим инфраструктура һәм объекттар өсөн яуап бирә, урындағы халыҡҡа тыныс тормошто яйға һалырға ярҙам итә. Диверсия төркөмдәренең эшмәкәрлеген асыҡлай һәм туҡтата. Территорияларҙы миналарҙан таҙарта, нацистар ҡалдырған ҡорал һаҡлағыстарын эҙләй.
Етәкселек яугирҙың хеҙмәтен баһалап, Росгвардияның “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән наградлай. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында генерал Шайморатов миҙалын етәкселек тантаналы шарттарҙа тапшыра.
Отпуск тамам. Яугир хеҙмәт урынында. Был юлы ул уны Курск өлкәһендә үтә. Тыуған ҡалаһында бер аҙ көс туплап, ғаиләһе янында ял итеп, яҡындары менән аралашып, туғандарының яугирҙың һәм башҡа Ватан һаҡсыларының тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Күңеле тыныс, еңеүҙәренә лә өмөтө ҙур. Бында ла спорттағы ҡаҙаныштары, еңеүҙәре менән ике улы көтә. Уларҙың да аталарына күрһәтер, уртаҡлашыр яңылыҡтары бар. “Ҡатай” өсөн махсус хәрби операция яугирҙары батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ, халҡын һәм илен яҡлау, һаҡлау билдәһе булһа ла, улдарының бер ҡасан да үҙе һәм Рәсәй һалдаттары кисергән етди һынауҙарға дусар булмауын, күнекмәләрҙә атҡан мишендәре спорт еңеүҙәре һәм шәхси үҫеш юлы булыуын ғына теләй.