Әммә кемдер әле генә студент тормошона сумған, ә кемдер уның ҡайһы бер нескәлектәрен күптән онотҡан һәм был ваҡыттар тормоштағы иң сағыу биттәрҙең береһе булып ҡала. Ысынлап та, студент йылдары - иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәр: яңы танышыуҙар һәм дуҫтар, яңы мауығыуҙар һәм хоббиҙар, тәүге уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар; фәндә лә, тормошта ла әллә күпме яңы, өйрәнелмәгән ваҡиғалар асыла.
Хәҙерге заманда күп кенә студенттар стипендия алһалар ҙа, ата-әсәләренә сығымдар йөкмәтмәҫ өсөн, дәрестән буш ваҡыттарында эшләргә тырыша. Шулай уҡ студенттар спорт менән шөғөлләнергә, ижади түңәрәктәргә йөрөргә, төрлө сараларҙа һәләттәрен күрһәтергә, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, семинарҙарҙа, эстафеталарҙа ҡатнашырға, ирекмәндәр рәтендә булырға өлгөрә, бер һүҙ менән әйткәндә - һәр ерҙә лә үҙҙәренең әүҙемлеген күрһәтә.
Ҡала медицина колледжының “Ялҡын” бейеү ансамбле барлыҡҡа килеүгә байтаҡ йылдар үткән. Бөгөнгө көндә унда Белорет, Бөрйән, Учалы һәм Әбйәлил райондарынан Буранбай Мусин (III курс, медбрат), Әзидә Ҡаһарманова (III курс, дауалау эше), Айсар Хамматов (III курс, медбрат), Эвелина Ситдыҡова (II курс, шәфҡәт туташы), Роман Хөсәйенов (I курс, медбрат), Ҡәҙриә Ишкинина (III курс, шәфҡәт туташы), Ынйы Ҡасимова (II курс, дауалау эше), Әҙилә Әйүпова (III курс, акушерка), Русалина Шәймөхәмәтова (IV курс, дауалау эше), Урал Мурзин (IV курс, медбрат), Ильяс Бәхтиәров (IV курс, дауалау эше) бейей. Улар район-ҡала конкурстарында ғына түгел, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә актив ҡатнашалар һәм еңеүҙәр яулайҙар. Мәҫәлән, “Бөйөк илдең таланттары” халыҡ-ара күп жанрлы сәнғәт фестиваль-конкурсында ике бейеү менән сығыш яһап, I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булалар. Шулай уҡ Шығай “Ѳлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгендә уҙғарылған Башҡортостандың халыҡ артисы, һәләтле хореограф, данлыҡлы яҡташыбыҙ Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” район бейеү конкурсында ҡатнашып ике йәш категорияһында ла I дәрәжә лауреат исемен яулағандар. Ошо уҡ конкурста Эвелина Ситдыҡова “Соло” номинацияһында II дәрәжә лауреат исеме менән нарыҡланып, Риф Ғәбитовтың махсус призы менән бүләкләнә. Сентябрҙә ”Студент көҙө” конкурсында ҡатнашып, унда ла еңеүсе булалар. Быйыл ғинуар айында “Ялҡын”дар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Еңеү вальсы” муниципаль хореография конкурсының финалында ҡатнашҡандар.
- Төрлөбөҙ төрлө райондарҙан йыйылһаҡ та, беҙҙе бейеүгә һөйөү берләштерә, сөнки ул - беҙҙең күңелебеҙҙә. Ҡайһыларыбыҙ мәктәп йылдарында бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнгән, ярайһы ғына күп бейеүҙәрҙе белгән тәжрибәле бейеүселәр булһа, ҡайһыларыбыҙ был сәнғәт төрө менән колледжға уҡырға килгәс кенә мауығып киткән. Һәр бер сығышҡа, конкурстарға ныҡлап әҙерләнәбеҙ, үҙебеҙ бейеүҙәр һалабыҙ. Беҙҙең клуб - ул сығыш яһау һәм репетицияларҙан ғына тормай, ә танышыу, аралашыу үҙәге лә булып тора, бергәләп яңы идеялар эҙләйбеҙ, пландар ҡорабыҙ.
Иң ҡыйыны - колледжды тамамлап, коллективыбыҙҙан киткән иптәштәребеҙ менән айырылышыу. Йылдар буйына бер-беребеҙгә өйрәнеп, дуҫлашып бөткәнгә күрә, был хәлде бик ауыр кисерәбеҙ.
Матур башҡорт милли костюмдарын беҙгә “Гүзәл” туҡымалар салоны етәксеһе, шәхси эшҡыуар Резеда Сайдарова тегеп бирҙе. Ҙур рәхмәт уға! Шулай уҡ беҙҙе киләһе конкурстарҙа ҡатнашырға дәртләндереп, ҡеүәтләп торған етәкселәребеҙ Людмила Кваснина менән Светлана Меркуловаға, колледж етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, - ти егет-ҡыҙҙар.
Киләсәктә ҡулдарына диплом алып, аҡ халаттар кейеп, сирлеләрҙе дауалаясаҡ студенттарға бөгөнгө шөғөлдәре һис кенә лә ҡамасау булмаҫ. Киреһенсә, сағыу, матур хәтирәләргә бай студент тормошон йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алырҙар.