Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Ғинуар 2025, 09:42

Ҡурай уйнай ил менән

Бөгөн ғинуарҙа халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, аҡһаҡалы, Тамъян ырыуы ҡурайсыларының башҡарыу традицияларын дауам итеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев 80 йәшлек юбилейын билдәләй. 

Мөхәмәт Усман улы Түлебаев 1945 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Түбәнге Сермән (хәҙер Сермән) ауылында тыуған. Ошо ауылда урта мәктәп тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Юғары һөнәри белем алғас, тыуған ауылына биология уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. 1972 йылдан Шығай урта мәктәбендә мәктәп лесничествоһын етәкләй, 40 йылдан ашыу балаларға биология, химия фәндәрен уҡыта. Уның уҡыусылары республика конкурстарында ҙур һөҙөмтәләргә ирешә. 2003 йылда ике уҡыусыһы Мәскәүҙә үткәрелгән йәш урмансылар съезында ҡатнаша. Шулай уҡ ҡурай менән милли көрәш буйынса түңәрәктәр алып бара. Уның тыуған районындағы милләттәштәрен ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Мөхәмәт Усман улы тәрбиәләгән көрәшселәр Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы ярыштарында еңеүҙәр яуланы. Мөхәмәт Түлебаев, үҙ һөнәрен яратҡан биология уҡытыусыһы булыу менән бер рәттән, талантлы, республикала ғына түгел, унан ситтә лә танылыу тапҡан, сит илдәр сәхнәләрендә, башҡорт халҡы исеменән ҡурайҙа уйнап, сығыш яһаған, башҡорт милли музыка ҡоралын, ысын башҡорт моңон бар донъяға танытҡан мәшһүр ҡурайсы ла. Ул, ҡурайҙа үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫлыҡ моң менән оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙарын уйнап, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурстарында гран-при яуланы. Туймазы ҡалаһында үткәрелгән «Тылсымлы ҡурай» конкурсында ла гран-приға лайыҡ булды. 1974 йылда ул Төркиә, Сүриә, Мысыр, Франция, Бельгия илдәре сәхнәләрендә башҡорт моңон яңғыратты, 1997 йылда Италия, Голландия, Мальта утрауҙары, 1991 йылда Германия, Швейцария, Франция сәхнәләрендә сығыш яһаны. Данлыҡлы ҡурайсы 2000 йылда Сермән ауылының «Хәтирә» халыҡ фольклор ансамбле менән Парижда булып, уларҙың сығыштарын ҡурай моңо менән биҙәне. 1991 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Германия, Франция, Швейцария, Голландия, Бельгия илдәрендә үткәрелгән «Бөйөк ебәк юлы» халыҡ-ара фольклор фестивалендә, 2000 йылда Японияла үткәрелгән «ВАШШОИ-2000» Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашты. Мөхәмәт Усман улы Шығай клубының «Өлкәр» башҡорт мәҙәни үҙәгендә эшләп килгән «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы. Мөхәмәт Түлебаев – боронғо ҡурайсыларҙың быуаттар төпкөлөнән килгән башҡарыу алымдарын, күкрәк моңон, тарихы менән көйҙәрен, традицияларын һаҡлаған һәм тап үҙенсә күкрәккә һалып уйнаған уникаль ҡурайсыларҙың береһе. Уның репертуарында 70-тән ашыу башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең инструменталь варианттары бар. Мөхәмәт Усман улы үҙе туплаған ошо рухи байлыҡты йәш быуынға тапшырыу, йәш ҡурайсылар тәрбиәләп үҫтереү өлкәһендә арыу-талыу белмәйенсә эшләй. 2023 йылда Белорет районының Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында Мөхәмәт Түлебаев призына «Ҡурай сере» асыҡ ҡурайсылар конкурсы уҙғарылыуы ошо хаҡта асыҡ һөйләй. – Ҡурайҙа уйнаған балаларға ҡурайсының әхлаҡи ҡиммәттәре тураһында ла аңлатабыҙ, уларға тәртипле һәм тәрбиәле булырға өйрәтәбеҙ, был иһә башҡорт халҡы өсөн оло әһәмиәткә эйә. Сөнки ҡурайсы – ул милләтебеҙ ғорурлығы. Борон да, бөгөн дә һәм киләсәктә лә абруйлы, халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап ҡалыр кеше булырға тейеш ул. Шуға иң бәләкәй ҡатнашыусыларҙы ла йәлеп итергә тырышабыҙ, конкурсҡа 6-7 йәшлек ҡурайсылар килә. Улар ҡурайын өрөп, көй сығара беләләр, әллә ни булдыра алмаһалар ҙа, килеүҙәре шарт. «Бына ниндәй ҡурайсы килгән! » – тип маҡтап, ҡанатландырып торабыҙ. Беҙҙең арттан алмаш үҫеп килеүен күреп шатланабыҙ. Бер аҙҙан нәҡ улар сәхнәләрҙә профессиональ ҡурайсы булараҡ сығыш яһап йөрөйәсәк бит, – ти ул. Мөхәмәт Усман улын ырыуҙаштары, башҡорт халҡы бик тә ихтирам итә, ололай. Миәкә районында үткән I Тамъян ырыуы йыйынында ҡурайҙа «Урал» көйөн уйнап сараны асыуҙы тап бына уға ышанып тапшырыуҙары ошоға асыҡ дәлил. Мөхәмәт Усман улы педагогик эшмәкәрлеге өсөн 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының «Йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы» грантын яуланы. Башҡорт милли мәҙәниәтендә ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн уға «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде; Башҡортостан Республикаһының Дәүләт наградаһы – Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнде. 2020 йылда Радик Килмәмәтовтың Мөхәмәт Усман улының тормошо һәм ижады тураһында «Остаз» документаль фильмының премьераһы күрһәтелде. Бер башҡорт халыҡ йырындағы: Урал ғына буйы бигерәк йәмле Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә. Ҡаяларға баҫып ҡурай юндым Уралымды маҡтап та көйләргә. Кейегең күп, Урал, ҡоштарың күп. Буйың аңҡый һинең моң менән. Ҡурайҙар уҡ яһап, көй уйнайым, Үҙем генә түгел, ил менән, – тигән юлдар Мөхәмәт Усман улының барлыҡ ғүмер юлына, ижади һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә тура килеп тора. Мөхәмәт Усман улын Тамъян ырыуы башҡорттары, башҡорт халҡы исеменән 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Ҡурай уйнай ил менән
Ҡурай уйнай ил менән
Автор:
Читайте нас