Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Ғинуар 2025, 17:09

Кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе

Бөгөн күптәр йән вә тән сәләмәтлегенә, камиллыҡҡа ынтыла. Дөрөҫ туҡланыу, йога, фитнес һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү, сәләмәтлек марафондарында ҡатнашыу, замансалап әйткәндә, үҙенсәлекле трендҡа әйләнде. Һәм, әлбиттә, ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, хатта район үҙәктәрендә лә был йүнәлеш әүҙем үҫешә. Бөгөн әңгәмә ҡорған алдынғы ҡарашлы, булдыҡлы замандашыбыҙҙы - Белорет ҡалаһындағы “Баланс” фитнес-студияһы етәксеһе, тәжрибәле, универсаль тренер, нутрициолог Динә СИБӘҒӘТОВАны ла сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткәндәр яҡшы белә. Ун йыл эсендә ул күптәргә физик торошон камиллаштырырға (ә физик торош менән күңел гармонияһы араһында туранан-тура бәйләнеш булыуын һәммәбеҙ ҙә төшөнә торғандыр), артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға, сәләмәтлеген көйләргә, яҡшы ғәҙәттәрҙе үҙләштерергә ярҙам иткән.

Кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе
Кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе

- Динә Радий ҡыҙы, спорт менән бала саҡтан уҡ дуҫһығыҙҙыр, моғайын?

- Эйе, мәктәп йылдарында физкультура дәрестәрен көтөп ала торғайным. Тау саңғыһы секцияһында ла бик теләп шөғөлләндем. Тик шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла был өлкәлә эшләрмен тип уйламағайным. Үҙемде, ниңәлер, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күҙ алдына килтерә инем. Ҡаланың 20-се мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында филология, культурология буйынса юғары белем алдым. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, был йүнәлештә бер көн дә эшләмәнем (көлә). Хәйер, бөгөнгө эшмәкәрлегем дә, ниндәйҙер кимәлдә, кешеләргә аң-белем таратыу менән бәйле ләһә.

 

- Ә тренер булыу теләге ҡасан барлыҡҡа килде?

- Һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн йөклөлөк, бала табыу ғәйәт оло әһәмиәткә эйә. Тормоштағы ҡырҡа боролоштар, уй-ҡараштарҙың үҙгәреүе лә башлыса ошо мәлгә тура килә. Кейәүгә сығып, тәүге сабыйыбыҙ тыуғандан һуң кинәт артҡан кәүҙә ауырлығым күңелемә көйөк булды. Ул мәлдә ни бөгөнгө ише сәләмәтлек марафондары ла, күнекмәләр менән видеодәрестәр ҙә юҡ кимәлдә. Ә өй шарттарында үҙеңде ҡулға алып, буй-һыныңды ипкә килтереү еңелдән түгел. Тап шул осорҙа кәүҙә ауырлығын кәметеү йәһәтенән проектта ҡатнашырға йөрьәт иттем дә инде. Унда мин яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп, “Тамашасылар һөйөүе призы” номинацияһында еңеү яуланым.

Икенсе тапҡыр әсәй булғас та фитнесты ташламаным. 2014 йылда иһә тренерлыҡҡа кастинг үтеп, ошо йүнәлештә белем үҙләштерҙем. Тәүҙә тәжрибә туплау өсөн йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙан, оло йәштәгеләрҙән торған бәләкәй төркөмдәр менән эшләһәм, тора-бара, үҙ өҫтөмдә даими эшләү, камиллашыу арҡылы, профессиональ фитнес-тренер кимәленә ҡәҙәр үҫтем.

Бөгөн мин илебеҙҙең иң яҡшы мәктәптәрендә, фитнес өлкәһендәге иң популяр коучтарҙа белем алған, Polestar Pilates, Strong Nation һәм башҡа йүнәлештәрҙәге сертификатлы тренермын.

 

- Һеҙҙең башкөллө фитнесҡа ”китеүегеҙҙе” яҡындарығыҙ нисек ҡабул итте?

- Тота килеп ошо юҫыҡта һөнәр үҙләштерергә теләгәс, яҡындарым был ниәтемде бөтөнләй хупламаны. Кемдер ваҡытлыса мауығыу тип кенә ҡараны. Хәйер, үҙем дә аҡса эшләү маҡсатынан түгел, ә күңел йыуанысы, йән-тән сәләмәтлеге өсөн генә һайлағайным был эшмәкәрлек төрөн. Миндәге энтузиазм, уңыш-ҡаҙаныштар иһә һуңғараҡ әсәйемдең дә, тормош иптәшемдең дә фекерен төптө үҙгәртте. Әйткәндәй, ҡыҙҙарымдың атаһы ла ошо йүнәлеште һайланы. 

- Бөгөн һеҙ фиҙаҡәрлек, тырышлыҡ, булдыҡлылыҡ арҡылы үҙегеҙҙең шәхси фитнес-студияғыҙҙы асҡан, уның уңышлы эшмәкәрлеген тәьмин иткән эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе... 

- “Баланс” фитнес студияһын бер йыл элгәре астым. Тәүҙә 60 квадрат метрлыҡ бәләкәй генә бинала урынлашһаҡ, быйыл иһә, клиенттар һаны артыу сәбәпле, ике ҙур залдан торған иркен урынға күстек. Ә бит башта мин студияны бәләкәй форматта ғына булыр тип уйлағайным... Әлеге ваҡытта бында даими рәүештә 120 кеше шөғөлләнә. Клиенттарҙың 98 проценты - ҡатын-ҡыҙҙар.

 

- Ғәҙәттә, гүзәл заттар фитнес-үҙәктәргә матур буй-һын, һомғоллоҡ артынан килә. Шулай ҙа сәләмәтлеген ҡайғыртҡандар, йәиһә медицина күрһәтмәһе буйынса тренер күҙәтеүе аҫтында физик күнекмәләр менән шөғөлләнгәндәр ҙә юҡ түгелдер?       

- Беҙҙең фитнес-клубҡа, нигеҙҙә, 35 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт ҡыла. Күптәрҙә бил, тубыҡ ауыртыуына, артыҡ кәүҙә ауырлығына, янбаш мускулдарының дисфункцияһына, яҫы табанлылыҡҡа, артериаль ҡан баҫымына һәм башҡа һаулыҡ торошона бәйле проблемалар күҙәтелә. Замандаштарыбыҙҙың һын-һыпатын ғына түгел, ә, тәү сиратта, сәләмәтлеген ҡайғыртыуы бик шәп, әлбиттә. Айырыуса 50-70 йәшлек ханымдарҙың әүҙемлеге, дәрт-дарманы ҡыуандыра. Әйткәндәй, минең иң оло  клиентыма 75 йәш, ул һигеҙ йыл дауамында өҙлөкһөҙ фитнес менән шөғөлләнә. Әсәйем - Ирина Иҫәнғолова ла, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бер күнекмәне лә ҡалдырмай.

Тренировкаға аҙнаһына ике-өс тапҡыр йөрөү ҡаралған. Берәүҙәр көсөргәнешле күнекмәләрҙе һайлаһа, икенселәр, оло йәштәгеләр, мәҫәлән, организмдың тергеҙеү механизмдарын көйләгәндәренә - пилатесҡа,  Мфр+стречингка өҫтөнлөк бирә. Күнекмәләр иртәнсәк - 9.00, 10.00, кискеһен 18.00, 19.00, 20.00 сәғәттәрҙә үтә.

Әйткәндәй, мин тренировкаларҙа мускулдарҙы мануаль һынау, постизометрик релаксация, соматик күнекмәләр ише кәүҙәнең хәрәкәтсәнлеген,  һығылмалылығын тергеҙгән төрлө методикаларҙы ҡулланам. 

 

- Дөрөҫ туҡланмай тороп, физик күнекмәләр менән генә артыҡ ауырлыҡтан йә башҡа проблемаларҙан ҡотолоп булмайҙыр. Һеҙ шулай уҡ фитнес-нутрициолог булараҡ та тәжрибәгә эйәһегеҙ...

- Фитнес-нутрициолог тип  кешеләргә дөрөҫ туҡланыу аша үҙҙәренең спорт һәм физик маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итеүсе белгесте әйтәләр. Дөрөҫ туҡланыу иһә матдәләр алмашыныуын, кәүҙә ауырлығын  нормалләштереү, организмды туҡлыҡлы матдәләр, витаминдар, минералдар менән тәьмин итеү, сыҙамлылыҡты арттырыу, мускулдарҙың үҫеүенә һәм нығыныуына булышлыҡ итеү, иммунитетты яҡшыртыу тигән һүҙ. Меню мотлаҡ рәүештә енес, йәш, һаулыҡ торошо, физик әүҙемлек төрө, индивидуаль үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып төҙөлә. Әгәр кеше кәүҙә ауырлығын кәметеү, йәиһә арттырыу йәһәтенән маҡсат ҡуйған икән, нутрициолог уның тәрилкәһен “контролгә” ала. Клиент “Туҡланыу көндәлеге”н башлап, өс көн дауамында нимә ашағанын, эскәнен яҙып бара. Ошонан сығып, махсус формула ярҙамында, уның рационына тейешле үҙгәрештәр индерелә. Ғөмүмән, баланслы туҡланыу - ул модалы диета түгел, был, тәү сиратта, һаулыҡты, матурлыҡты, йәшлекте һаҡлауға йүнәлтелгән сәләмәт йәшәү рәүеше.

 

- Эшмәкәрлегегеҙ иҫ киткес энергия, сыҙамлылыҡ талап итә. Шәхси тормошҡа, шөғөлдәргә көс, ваҡыт ҡаламы икән һуң?

- Һис шикһеҙ, бөтә донъя йөгөн бер иңдә тартыу, кешеләр менән эшләү еңел бирелмәй. Аҙна аҙағына бөтөнләй арманһыҙ булған саҡтар ҙа юҡ түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ике ҡыҙыма яҡшы әсәй, хәстәрлекле хужабикә булырға тырышам. Быйыл мәктәпте тамамларға торған Дарина ла, IV класта уҡыған Арина ла һәр йәһәттән ярҙам итә. Әйткәндәй, улар ҙа минең кеүек спортҡа ғашиҡ.  Ял көндәрендә бергәләп саф һауала йөрөү, тәбиғәткә сығыу, туйғансы йоҡлау аҙна буйы сарыф ителгән энергияны, көс-ҡеүәтте тергеҙә. Шөғөлдәргә килгәндә, бөгөнгө көндә Магнитогорск ҡалаһындағы “Не школа Барабанов” музыка мәктәбендә яңы һөнәр үҙләштерәм - барабандарҙа уйнарға өйрәнәм. Уҡыуҙың беренсе баҫҡысын ярайһы уҡ уңышлы тамамлауға өлгәштем дә инде. Бынан тыш, ҡышҡыһын сноубордта йөрөү, йәйгеһен ҙур саҡрымдарға  йүгереү марафондарында ҡатнашыу күңел йыуанысы, дәрт-дарман бирә.    

 

- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Динә! Эшегеҙҙә артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!  

Фотолар ғаилә архивынан.

Кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе
Кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе
Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас