Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Февраль , 14:19

“Тешегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ!”

9 февралдә Бөтә донъя халыҡ-ара стоматологтар көнө билдәләнә.

“Тешегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ!”
“Тешегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ!”

Был көн осраҡлы һайланмаған: ул изге Аполлония көнө, ул теш һыҙлауынан яфаланғандарҙың да, был ауыртыуҙы бөтөрөргә тейешле табиптарҙың да ҡурсалаусыһы булып киткән.
 
Ғәҙәттә, күптәр өсөн теш табибы әле лә ҡурҡыу менән бәйле. Әммә креслола  ултырған кешеләр анестезияһыҙ дауаланған һәм ҡурҡыныс теш ямау машиналарын күҙәткән ваҡыттар күптән үткән. Хәҙер стоматологка барыу, киреһенсә, яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдыра һәм процедуралар барышында кеше бөтөнләй ауыртыуҙы тоймаҫҡа мөмкин.

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының стоматология поликлиникаһында балалар стоматолог-хирургы булып эшләгән Илнур РӘХИМОВ бәләкәй пациенттар менән аралаша белергә, ышаныслы атмосфера булдырырға, балаларға ҡарата наҙлы һәм сабыр мөнәсәбәт кәрәклеген яҡшы белә. 

Илнур Фирғәт улы Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Ҡаланың 116-сы урта мәктәбендә уҡыу йылдарында футбол, волейбол, баскетбол кеүек спорт төрҙәре менән мауыға, мәктәптең әҙәби-мәҙәни тормошонда ла ҡайнап үҫә. Өфө районы һәм ҡалаһы буйынса үткәрелгән башҡорт телендәге шиғыр һөйләү конкурстарында күп кенә еңеүҙәр яулай. Атаһы Фирғәт Муллағәләм улы  сығышы менән Әбйәлил, әсәһе Зөлфиә Сәлимгәрәй ҡыҙы Дәүләкән районынан. Бала саҡтан өйҙә башҡорт телендә генә аралашып үҫкән егеттә улар әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятҡан. Шуғалыр ҙа башҡорт телендә шиғырҙар һөйләү конкурстарында, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ярата.

Мәктәпте тамамлап, ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр эйәһе булырға тип оҙаҡ баш ватырға кәрәкмәй Илнурға, туғандары араһында медицина өлкәһендә эшләүселәр күп кенә булғанлыҡтан, был хыял уның күңеленә күптән яралған була һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетына уңышлы һынау тота. Уҡыуын тамамлағас, ике йыл Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының стоматология поликлиникаһында балалар бүлегендә ординатура үтә һәм ошонда эшкә ҡала. 
 
► Илнур Фирғәт улы, балалар стоматолог-хирургының эше нимәнән ғибәрәт һәм кескәй пациенттар менән эшләү ауырмы? 
 
- Мин балаларҙың ауыҙ ҡыуышлығына хирургик интервенциялар, мәҫәлән, һөт тештәрен һурыу, йәрәхәттәрҙе дауалау, тыумыштан килгән аномалиялар ваҡытында хирургик коррекциялар һәм башҡа процедуралар менән шөғөлләнәм.

Балалар менән, киреһенсә, еңелерәк тип әйтер инем. Дөйөм алғанда уларҙың 70 проценты һинең менән бәйләнешкә инергә әҙер, улар менән бер аҙ һөйләшеп, шаяртып алһаң, ышанысҡа инәләр һәм ҡурҡмайҙар. Ата-әсәләргә шуны әйтер инем - стоматологка барыр алдынан: “Тешеңде генә ҡарай ҙа, бөттө”, - тип алдамағыҙ. Бала беҙгә килеп, тешен һурғас, уның теш табиптарына ҡарата ҡурҡыу тойғоһо хасил була һәм  ышанысы бөтә. Иң яҡшыһы, был теште һурҙырыу йәки дауалау ни өсөн кәрәклеген матур итеп аңлатығыҙ, тынысландырығыҙ. Эш ваҡытында төрлө хәлдәр була, кемеһелер тибешә, кемеһелер һуғып ебәрә, ә бармаҡ тешләүҙәре беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш. 
 
► Тәмлекәстәр, кәнфит, туңдырма йәки шоколадтан  бер ниндәй ҙә бала баш тартмай. Балаларға 3-4 йәшкә тиклем тәм-том бирмәгәндә, уларҙың теше артабан һау-сәләмәт була тиҙәр, был дөрөҫмө?
 
- Был факт. Хәҙерге заманда шәкәрҙе алмаштырыусы ксилит менән чупа-чупстар, кәнфиттәр бар. Уларҙың зыяны юҡ тиерлек. Әммә бындай кәңәштәрҙе үтәү бик ауыр, һәр ваҡыт “изге кеше” табыла, ул сабыйға кәнфит йә шоколад бирә. Ҡайһы берҙә өләсәйҙәр яратҡан ейәнен йәки ейәнсәрен, ата-әсәһенән йәшертеп, һыйларға тырыша. Әгәр сабый бер тапҡыр тәм-том тәмләп ҡараһа, уларҙан баш тартыу еңел түгел.

Балаларҙың рационында тиҙ углеводтар өҫтөнлөк итеүе арҡаһында һаулыҡ менән проблемалар ҙа барлыҡҡа килә: артыҡ ауырлыҡ, ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙары, улар иҫәбенә кариес ҡына түгел, ә теш шешеүе лә инә.
 
► Балаларҙың тешен нисә йәштә таҙарта башларға кәрәк?
 
- Кариес барлыҡҡа килмәһен өсөн ата-әсәләргә баланың тәүге теше сыҡҡандан башлап таҙартырға кәрәк! Был бик мөһим. Бала үҫеп, үҙаллы тешен йыуа башлағас та, тейешенсә таҙалағанмы икәнен тикшереп тороғоҙ.  Хәҙер күптәр баланы ҡыҙыҡтырыу, тешен йыуырға өйрәтеү өсөн электр йәки ультратауышлы щеткалар һатып ала. Тик улар менән көн дә ҡулланырға ярамай. Бер көн ябай теш щеткаһын, икенсе көн замансаһы менән йыуығыҙ. Ә шулай ҙа иң яҡшыһы - көн дә ябай, ғәҙәти щетка менән таҙартыу.

► Тештәрҙе даими тәрбиәләүҙән тыш, уларҙың сәләмәт булыуына нимәләр йоғонто яһай?
 
- Гигиенанан тыш кешенең ниндәй экологик шарттарҙа йәшәүе, нисек туҡланыуы, йәшәү рәүеше һәм бер аҙ нәҫелдән тора. Теш эмале боҙолоуға,  тәү сиратта, чипсы, шәкәр, газлы һыу, кислоталы емеш һәм һуттар, сәйнәй торған һәм ҡаты кәнфиттәр, эсемлектәрҙе һыуытыу өсөн ҡулланған боҙ, алкоголь, кофе, спорт  һәм энергетик эсемлектәр, һеркә һәм һеркә ҡушылған тоҙло ризыҡтар сәбәпсе була. Шулай уҡ бик эҫе һәм бик һалҡын аҙыҡ-түлек йәки эсемлектәр эмалгә кире йоғонто яһай. Иң ҡурҡынысы - уларҙың сиратлашыуы, сөнки температура үҙгәреүе эмаль ярыҡтары барлыҡҡа килеү менән янай.

Йәнә тештәрҙең сәләмәтлегенә  төрлө, әһәмиәтһеҙ булып күренгән факторҙар ҙа йоғонто яһай ала. Мәҫәлән, теш һаулығы буласаҡ әсәйҙең туҡланыуы менән бәйле булырға мөмкин. Йөклө ҡатындың насар туҡланыуы теш эмаленең минераль матдәләр менән аҙ туйыныуына килтерә, ә был баланың һөт тештәренең иртә кариесына (2-3 йәштә), даими тештәрҙең формалашыу процестарының боҙолоуына булышлыҡ итә. Йәнә түбән иммунитет бер нисә стоматологик ауырыуҙың үҫешенә сәбәпсе булып тора: гингивит (теш шешеүе), пародонтит (теш тирәһендәге туҡымаларҙың шешеүе), глоссит (телдә шешеү процесы), стоматит (ауыҙҙың лайлалы тиресәләре  шешеүе) һәм башҡалар. 
 
Ни өсөн профилактик тикшереү үтергә кәрәк?
 
- Даими рәүештә профилактика тикшереүен үтеү ҙә тештәрҙең сәләмәтлегендә ҙур роль уйнай: балаларға һәр 4 ай, өлкәндәргә ярты йыл һайын тикшереп торорға кәрәк. Белгес ҡайһы теште һурырға, ҡайһыһын дауаларға йәки башҡа гигиеник процедура талап ителеүе тураһында белгертер.  Тештәрҙең һыҙламауы уларҙың сәләмәт булыуын аңлатмай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: кариес үҙен иртә стадияла күрһәтмәй. Ә әгәр ул теш араһындағы контакт зонаһында урынлашҡан икән, уны рентгенһыҙ күреүе мөмкин түгел. Әгәр кариесты иртә стадияла асыҡлаһаң, ул тешкә артыҡ зыян килтермәй.
 
► Белорет һеҙҙе нисек ҡабул итте һәм буш ваҡытығыҙҙа нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?
 
- Иҙел башы төбәге бик йылы ҡабул итте һәм айырыуса тәбиғәтен яраттым. Тәүге көндәрҙән үк болоттарға олғашҡан тауҙарына, ҡаяларына сәйәхәт ҡыла башланым. Әлегә тиклем Әрүәк-Рәз, Ҡорташ, Кирәл, Ҡыраҡа тауҙарында, Шәреташта һәм башҡа бик күп матур урындарҙа булдым.

Эштән буш ваҡытта йәнә ҡышын тау саңғыһында шыуырға яратһам, йәйен велосипедта йөрөйөм. Йәйгеһен “Металлург” стадионында футбол уйнайбыҙ. Ике йыл рәттән  үҙәк район клиник дауаханаһы командаһы менән профессор Ирек Сафин иҫтәлегенә медицина хеҙмәткәрҙәре араһында мини-футбол буйынса республика турнирында ҡатнашып, I һәм III урындарҙы яуланыҡ. 

Һәр кешенеке кеүек минең дә киләсәккә үҙ маҡсаттарым, пландарым бар. Бөгөнгө заманда йәштәргә лә, өлкәндәргә лә спорт, йәиһә башҡа яратҡан шөғөл менән буш ваҡытын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрер өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. 
 
► Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ?
 
- Тешегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ! Һәр ваҡыт кешеләр сәләмәт һәм матур тешле булырға теләгән. Боронғо замандарҙа уҡ табиптар теш ауырыуҙарын иҫкәртергә тырышҡан, мәҫәлән, ауыҙ ҡыуышлығын тәрбиәләү буйынса тәҡдимдәр Гиппократтың яҙмаларында ла осрай. Теш табибына  барыуҙы тештәр һыҙлай башлағас, йәиһә етди проблемлар  барлыҡҡа килгәнсе һуҙмағыҙ. Балаларҙың һөт тештәре боҙолоуына етди ҡарағыҙ. Барығыҙ ҙа һау-сәләмәт булығыҙ!
 
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Илнур Фирғәт улы! 
 
 
Әмир ҺАҒЫНБАЕВ, стоматология поликлиникаһы мөдире:
 
- Илнур Рәхимов беҙҙең стоматология поликлиникаһында 4 йыл эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡарай, бик иғтибарлы, тырыш егет. Балалар менән тиҙ арала уртаҡ тел таба белә,  шуға күрә ата-әсәләр  Илнур Фирғәт улының ҡабул итеүен һорап йыш мөрәжәғәт итә. Уның беҙгә эшкә килеүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Форсаттан файҙаланып, стоматолог-коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ - Халыҡ-ара стоматологтар көнө менән ихлас ҡотлайым. Уларға һаулыҡ, һөнәри үҫеш һәм рәхмәтле пациенттар, эштәренең тик шатлыҡ килтереүен, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: