Райондашыбыҙ Яныбай ағай менән Белорет ҡалаһында "Урал" гәзитендә эшләп йөрөгәндә танышҡайныҡ. Саф башҡортса ғына сыға башлаған гәзитебеҙҙең ныҡлы терәге булды ул - тел ярҙамы ла тейҙе, әҫәрҙәренән өҙөктәр ебәреп тә баҫмабыҙҙы ҡыҙыҡлы, уҡымлы итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның алтын йыуыуға бәйле экология тураһында мәҡәләләре етди проблемаларҙы асып һалды.
Тетрәндерерлек "Хәсрәтле бала саҡ" тигән автобиографик әҫәренең тәүге уҡыусылары беҙҙең гәзитте алдырыусылар булды тип инанып әйтә алам.
Өфөлә беҙ оло яҙыусы менән йыш ҡына аралашып торҙоҡ. Ул бик йор телле, булған хәлдәрҙең ҡыҙыҡ яғын күреп һүрәтләүен һис ялҡмай тыңлай инек. Уның хеҙмәт юлы ла ваҡиғаларға бик бай булған бит, һуғышта ла булған, ябай эшсенән етәксе дәрәжәләренә тиклем күтәрелгән, ижтимағи тормошто ситтән генә күҙәтмәгән, уртаһында ҡайнаған.
"Төньяҡ амурҙары" китабын яҙғанда ул хатта юғарынан рөхсәт алып Парижға барып етеп, 1812 йылдан алып артабанғы йылдарҙа сыҡҡан гәзиттәрҙән, тәржемәсе яллап, мәғлүмәт туплап ҡайтҡан бит.
- Рөхсәт ителгән тиклем генә аҡсаға мөмкин тиклем күберәк күреп, яҙып алырға тырышып, тәржемәсегә тын алырға ла бирмәнем, - тип көлә-көлә һөйләгәйне ул. - Тәржемәсе эште тамамлағанда ахмалға төшкәйне инде. "Ох и упористый башкир, никогда таких людей не видел", тип әйтте, - тигәйне.
Тылмасы ахмалға төшкәндә уның тәржемәләрен түкмәй-сәсмәй күҙәтеп, теркәп барған ағай үҙе лә шул хәлдә булғандыр бит. Тап бына шундай эҙләнеүҙәре, документтарға таянып эшләүе менән баһалы ла инде Яныбай Хамматовтың тарихи романдары! "Юҡтан ҡоҙағый" тигән ише фантазияға ҡороп яҙылмаған улар. Шуның менән ҡиммәт тә уның халҡыбыҙҙың әҙәби һәйкәле тип әйтерлек әҫәрҙәре!
Гүзәл СИТДИҠОВА.
Һуңғы фото Яныбай ағайҙың тыуған ауылы Исмаҡай клубында төшөрөлгән. Һулдан уңға: Алһыу, мин, Гүзәл Хамматова, "Урал" гәзите журналистары Зилә Абзалова һәм Фәриха Вәлиуллина.
"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы"нан.