Бөгөн үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгән, райондың билдәле шәхесе Фәтих Һаҙый улы Мөхәмәтдиновтың ғүмер юлы тап ошоно дәлилләй.
Атайһыҙ үҫкән ир уҙаманы әле лә әсәһенең аҡылы, көслө рухы, ҡаһарманлығы алдында тәрән ихтирам менән баш эйә. Уңғанлығы, маҡсатлы, кешелекле һәм кеселекле булыуы ла әсәһенән күскән уға. Йәшәү йәмен хеҙмәттән тапҡан аҡһаҡал бөгөнгө көндә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәшәү өлгөһө булып тора. Эшһөйәрлеге, илһөйәрлеге менән ул бөгөн бихисап хеҙмәт наградаларына эйә булған һиммәтле ир, өлгөлө ғаилә башлығы, яратҡан атай һәм олатай.
Үткәлдә тыуып үҫкән Фәтих Һаҙый улы хеҙмәт юлын Белорет металлургия комбинатында башлай. 1969 йылда әрме сафына алына. 1971 йылда, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, “Заря” колхозына эшкә урынлаша. 1977-1982 йылдарҙа Йылайыр совхоз-техникумында агроном һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгесте Үткәл фермаһы мөдире итеп ҡуялар. 1993 йылдан бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. 1996-1997 йылда Үткәл һәм Хөсәйен бригадалары ҡушылып, “Йондоҙ” ауыл хужалығы кооперативы асып ебәрәләр. Фәтих Һаҙый улы 2000-2010 йылдарҙа ошо хужалыҡҡа етәкселек итә. Оҙаҡ йылдар район Советы депутаты була. Бынан тыш, ул 2001 йылдан бирле Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Ошо йылдар эсендә ветерандар советы эше йәнләнеп китә, ул үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙа. Хәҙер инде тыл ветерандарын хәстәрләү ҙә уның иңендә ята.
Үҙенең үтә тырышлығы, уңғанлығы, кешелеклелеге арҡылы Фәтих Һаҙый улы бихисап хөкүмәт наградаларына эйә. 1995 йылда Мортаҙа Рәхимов ҡулынан “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде, 2001 йылда Рәхмәт хатын ала. Бынан тыш, ВДНХ миҙалы, сәғәт менән дә бүләкләнә. Ун биш йыл буйына район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ, ике йыл рәттән ҡоролтай депутаты булып Өфөгә бара. Өс саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайлана.
Фәтих Һаҙый улы ғүмере буйы тыуған ауылын, унда йәшәгән кешеләрҙе ҡайғыртып, уларға ярҙам итеп йәшәй. Уның районыбыҙ үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Район Советы депутаты булғанда Үткәл мәктәбе тап уның тырышлығы менән һалына, юлдар төҙөкләнә. Бѳгѳн инде олпат йәштә булған хѳрмәтле аҡһаҡал мәктәп, клуб үҫешенә күп кѳс һалыуына, уларға ярҙам итеп, ғүмере буйы бергә йәшәүенә һѳйѳнә.
Хәстәрлекле хужа, актив йәмәғәтсе ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше Әминә Сабир ҡыҙы менән бына тигән ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ҙа район-ҡаланы данлап йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Бөгөн инде 4 ейәнсәргә һәм 1 ейәнгә бәхетле олатай һәм өләсәй гөрләтеп донъя көтә, тирә-яҡты йәмләп, изгелек һәм матурлыҡ өләшеп йәшәй.
Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле Фәтих Һаҙый улы!
Зѳлфирә СѲЛӘЙМӘНОВА.
Наил ШАКИРОВ фотоһы.