Шуларҙың иң ҙуры – 2024 йылдың авгусынан украин хәрбиҙәре контроле аҫтында булған Суджа ҡалаһы. Ил етәксеһе Суджаны азат иткән Рәсәй хәрбиҙәренә рәхмәт белдерҙе.
Курск өлкәһендәге һуғыштар 2024 йылдың авгусында башлана, ул саҡта неонацистар өлкәнең көньяҡ-көнбайыш райондарына, Сумы өлкәһе яғынан, һөжүм итә. 11 мартта иһә Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, Суджа ҡалаһының бер өлөшө дошмандан азат ителә. Быға Рәсәй Ҡораллы Көстәренең “Поток” операцияһы сәбәпсе була. Операция һөҙөмтәһендә Украина ғәскәрҙәренең Курск төркөмөнә ҡараған төньяҡ оборонаһы емерелә һәм дошман сигенергә мәжбүр була. “Төньяҡ” төркөмө подразделениелары һәм уның составындағы айырым гвардия десант-штурм бригадаһы десантсыларының газ үткәргесе буйлап дошман тылына үтеп инеүе бер тәүлектән ашыу ваҡытты ала.
...Дошман уларға “ҡара” бригада, бригада-өрәк, ҡара бүре ҡушаматы таҡҡан. “Үҙеңә - намыҫ һәм хөрмәт, киләсәк быуынға - хәтер, Тыуған илгә - дан!” һәм “Теләһә ниндәй бейеклектән теләһә ниндәй ут эсенә” девиздары аҫтында айырым гвардия десант-штурм бригадаһы хәрбиҙәре Тыуған илен, ғаиләһен неонацистарҙан һаҡлай.
Айырым гвардия десант-штурм бригадаһының взвод командиры “Өфө”гә 24 кенә йәш. Буласаҡ кадрҙағы офицер 2023 йылда Советтар Союзы маршалы Семен Тимошенко исемендәге радиация, химик һәм биологик һаҡлау хәрби академияһын тамамлай. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Бүрәт Республикаһына ебәрелә. Әле яугир бер йылдан ашыу махсус хәрби операция зонаһында. 11-се бригаданың 2-се штурмлау взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Тәүҙә Көньяҡ-Донецк йүнәлешендә неонацистарға ҡаршы көрәшә, 2024 йылдың авгусында бригада Курск өлкәһенә күсерелә.
- Штурмлаусыларға айырыуса оҫталыҡ, уяулыҡ, профессионаллек талап ителә. Ошондай сифаттар булмай тороп, йөкмәтелгән хәрби бурысты үтәү, хатта иҫән ҡалыу ҙа мөмкин түгел. Шуға күрә хәрби полигондарҙа күнекмәләр ярҙамында белемебеҙҙе камиллаштырып торабыҙ. Тулы курс үткәндән һуң ғына, яугирҙар алғы һыҙыҡҡа юллана. Штурм отрядтарының бурысы - неонацистарҙың иң ҡатмарлы оборона участкаларын өҙөү, стратегик мөһим нөктәләрҙе биләү һәм ярҙам килгәнгә тиклем тотоу. Хаталар булырға тейеш түгел. Юғиһә, һәр хата өсөн хаҡ бик юғары, - ти “Өфө”.
Ул тыйнаҡ һәм аҙ һүҙле, махсус хәрби операция тураһында ла күп һөйләмәй. Быны хәрби кадрҙағы офицер булыуы менән аңлата. Түше тулы наградалар булһа ла, был турала ла һөйләргә яратмай. Наградалар өсөн һуғышмайбыҙ, тип иҫәпләй взвод командиры.
- Улыбыҙ сос булды. Уҡыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтмәһә лә, барыһына ла тиҙ төшөндө, яҡшы билдәләргә уҡыны. Атай, миңә ошо шиғырҙы уҡы әле, ти, торғайны. Ғәҙәттә, ике ҡысҡырып уҡыуым да етер ине, шунда уҡ ятлап алды. Тиҫтерҙәре араһында лидер булды, бөтәһе лә хөрмәт итте, - ти улы менән ғорурланып яугирҙың атаһы.
Хәрби академияны тамамлағандан һуң кадрҙағы офицер Бүрәт Республикаһына ебәрелә, тигән инек инде. Хәрби часта башҡорт милләтенән бер үҙе булғанға күрә, башҡалар ҙа Башҡортостан Республикаһын, уның баш ҡалаһын танып-белһен өсөн “Өфө” позывнойын ала. Әйткәндәй, офицер Мәскәүҙә өс тапҡыр һәм Улан-Удэла бер тапҡыр Еңеү парадында ҡатнаша. Илдең төп майҙаны - Ҡыҙыл майҙанда маршта үтеү барыһына ла бирелмәй, бындай хоҡуҡҡа тик ҡыйыу, намыҫлы, иленең патриоты булғандар ғына ирешәлер.
- Әсәйҙәре менән балаларҙы бәләкәйҙән илһөйәрлек рухында тәрбиәләйбеҙ. Бының өсөн өлгө булырлыҡ яҡын кешеләребеҙ ҙә бар. Ҡарт олатайым Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, юғары чинда тыуған ауылына ҡайтҡан. Инйәр төбәгендә лә көслө, баһадир кешеләрҙең береһе булған. Иҫәнғәле олатайым иһә 1933 йылда Урта Азияла баҫмасыларға, 1939 йылда финдәргә ҡаршы һуғыша, кавалерия эскадроны командиры дәрәжәһенә етә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә. Тик 1942 йылда пленға эләгә, унан ҡаса. Рядовой һуң ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта ала. Ҡарт олатаһының исемен лайыҡлы йөрөткән улыбыҙҙың рух-ҡеүәте лә олатайҙарынан килә, күрәһең. Шулай уҡ ныҡышмал, маҡсатлы һәм ҡыйыу, - ти атай. - Борсолабыҙ, йөрәк һыҙлай, әлбиттә. Әсәһе менән телефондарҙы ҡулдан төшөрмәйбеҙ тиерлек, мин өйҙөң бер мөйөшөндә үҙ уйҙарым менән, ҡатыным - икенсе мөйөштә. Шулай йәшәйбеҙ, көтәбеҙ. Махсус хәрби операцияға ҡағылышлы яңылыҡтар менән хәбәрҙар булырға тырышабыҙ. Бәйләнешкә лә һирәк сыға, мөмкинлек юҡ. Улыбыҙҙы күрмәүебеҙгә лә тиҙҙән ике йыл була инде. Курск йүнәлешендәге ваҡиғалар башланғас, уларҙы шунда ебәрҙеләр. Улар бөгөнгәсә алғы һыҙыҡта, ваҡиғалар үҙәгендә. Алла бирһә, осрашырбыҙ әле, иҫән-имен генә булһын.
Олатайҙарынан тыш, ғаилә башлығының атаһы ла Совет армияһында хеҙмәт итә, үҙе лә Мәскәү өлкәһендә Таман дивизияһының танк часында хәрби бурысын үтәй. Ил алдындағы бурыс әле тылда ла дауам итә. Махсус хәрби операция зонаһына даими гуманитар ярҙам ебәреп тора.
- Хакимиәткә ҡараған ауылдар халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Ғәбдөк һәм Йөйәк ауылдары халҡы аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм башҡа әйберҙәр йыя. Күмәк көс менән тепловизорҙар, махсус рациялар һатып алынды һәм махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды. Ҡағы ауыл хакимиәте менән берлектә яугирҙар өсөн “Нива” автомобилен һатып алыуға өлгәштек, - ти ауыл хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов.
Курск өлкәһе ҡалаһы - Суджа өсөн барған бәрелештәрҙә “Өфө” яралана. Үҙе әйтмешләй, еңелсә генә. Туйға тиклем төҙәлер әле. Ҡанатлы һүҙҙәр, әлбиттә. Әле яугир госпиталдә дауалана, тиҙҙән яңынан сафҡа баҫа... Еңеү менән Башҡортостаныңа, Өфөңә, тыуған ауылыңа иҫән-һау әйләнеп ҡайт, “Өфө”!
Эльвира ХӘМЗИНА.
Фото ғаилә архивынан алынды.