Рәсәйҙә йыл һайын 25 мең самаһы кешелә ҡан яман шеше асыҡлана. Күпселек осраҡта пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек - ул да булһа, елек (костный мозг) донорлығы. Йыл да 5 меңгә яҡын Рәсәй гражданы (шул иҫәптән 900 бала) елек трансплантацияһына мохтаж.
2022 йылдың 1 сентябрендә Рәсәйҙә Елек донорҙарының федераль регистры булдырылды. Был электрон базала, тулы анонимлыҡ шарттарында, потенциаль донорҙарҙың генетик коды тураһында мәғлүмәттәр һаҡлана. Әммә уны донорҙарҙың биоматериалы һаҡланған ҡан банкы менән бутарға ярамай - елек күҙәнәктәрен, ҡан биргән кеүек, алдан тапшырып булмай. Башта донорлыҡтың төп принциптарына таянып (ирекле һәм түләүгә өмөт итмәй), тест үтергә һәм елек донорҙары регистрында теркәлергә кәрәк. Был потенциаль донорҙарҙы типлау һөҙөмтәләре базаһын киңәйтеп, елек трансплантацияһы талап ителгән пациентҡа донор һайлау ихтималлығын арттыра.
Рәсәйҙә кәүҙә ауырлығы 50 килограмдан ашҡан 18-45 йәшлек һәр сәләмәт кеше елек доноры була ала. Билдәләп үтеүебеҙсә, елек донорлығы түләүһеҙ нигеҙҙә һәм, әлбиттә, ирекле рәүештә тормошҡа ашырыла. Был төр донорҙар өсөн аҡсалата компенсациялар һәм ташламалар ҡаралмаған.
Һис шикһеҙ, Исҡушты егете, ябай завод эшсеһе Алик Сафуановтың төптө ят кешенең ғүмерен ҡотҡарыуға йүнәлтелгән изге ғәмәле сикһеҙ ихтирам вә һоҡланыу уята. 12 йыл дауамында Республика ҡан тапшырыу станцияһының Белорет филиалында даими донор булған төйәктәшебеҙ 2022 йылда Елек донорҙарының федераль регистрында теркәлә. Һәм бына, уҙған йылдың декабрендә, ул Киров ҡалаһында урынлашҡан Гематология һәм ҡан тапшырыу ғилми-тикшеренеү институтынан шылтыратыу ала - уның HLA-генотибы (гендарҙың һанлы күрһәткесе, ул туҡымаларҙың ярашыуы өсөн яуаплы) яман сиргә дусар ауырыуҙыҡы менән тура килгән.
- Был мәлдә эштә инем. Шундуҡ яуап бирмәһәм дә, кемдеңдер үлемесле сир менән көрәшеүе, уға тап минең ярҙам итә алыуым көнө буйы уйымдан сыҡманы. Ризалаштым. Ҡарарымды ҡатыным да хупланы. Ыңғай яуап биргәс тә, кураторҙар минең менән бәйләнешкә инде. Башта проба өсөн ҡан тапшырҙым. Барыһы ла яҡшы тип шылтыратҡастар, түләүле лабораторияла кәрәкле анализдарҙы бирҙем. Бөтә сығымдар, шул иҫәптән, юл һәм йәшәү өсөн дә, Гематология һәм ҡан тапшырыу ғилми-тикшеренеү институты иҫәбенә булды. 3 апрелдә самолетта Мәскәү аша Кировҡа остом. Шифаханала вип-бүлмәгә урынлаштырҙылар. Процедураларға барып-ҡайтып йөрөү яғын да хәстәрләнеләр. Әлбиттә, алдан видеороликтар аша елек донорлығы ни рәүешле уҙыуын, ниндәй шарттар үтәлергә тейешлеген төшөнгәйнем инде. Һөйәк ҡыуышлығындағы шыйыҡ матдәне алыу, тәү ҡарамаҡҡа, ҡан тапшырыуҙы хәтерләтә. Ябай тел менән аңлатҡанда, донорҙан күсереп ултыртылған күҙәнәктәр сирленең организмында “ерегеп”, яңы, сәләмәт ҡан яһалышына, тимәк, пациенттың һауығыуына ла, булышлыҡ итә. Ҡатмарлы процедураларҙан булмаһа ла, уны ғәмәлгә ашырыу өсөн бер нисә шарт үтәлергә тейеш. Шуларҙың иң мөһиме - донорҙың һәм реципиенттың йөҙ процент (йәки шуға яҡын) генетик тап килеүе. Бындай ярашыу ихтималлығы бик аҙ - 10 000 ауырыуға бары бер генә кеше донор булараҡ тап килеүе мөмкин.
Елек күҙәнәктәрен йыйыу ике ысул ярҙамында тормошҡа ашырыла: дөйөм наркоз аҫтында янбаш һөйәген бер нисә урындан тишеү арҡылы һәм вена тамыры аша. Тәүге процедураға 40 минуттай ваҡыт китһә, икенсеһе 5-6 сәғәткә ҡәҙәр һуҙыла. Мин ошо һуңғы алымды һайланым. Башта 4 көн дауамында махсус препарат ҡаҙанылар. Аҙаҡ бер ҡулдан ҡан алып, махсус аппарат аша икенсе ҡулға ебәрҙеләр. Процедура алдынан да, һуңынан да хәл-торошом ентекле күҙәтеү аҫтында булды. Иң мөһиме, үҙемдә бер ниндәй ҙә кире үҙгәреш тойманым. Шифаханала ла, Белоретҡа ҡайтҡас та, кураторҙар шылтыратып, хәлде белешеп торҙолар. Бынан тыш, донорҙарға ике аҙнаға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы ла бирелә.
Эйе, күптәр даими рәүештә ҡан тапшырһа ла, елек доноры булырға батырсылығы етмәй. Һау-сәләмәт кеше өсөн был процедураның бер ҡурҡынысы ла юҡ. Елек күҙәнәктәре бер ай эсендә ҡабаттан яңыра. Шуға ла кеше үҙ ғүмерендә бер нисә тапҡыр донор булыуы мөмкин. Үҙ сиратымда, бер сирленең, баламы ул, өлкән кешеме, айырма юҡ, ғүмерен ҡотҡара алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен. Киләсәктә, әгәр ҡаршы булмаһалар, уның менән мотлаҡ осрашыр инем, - ти Алик Рәил улы.
Хәләле Рәшиҙә Рәлим ҡыҙы менән Рафаэль һәм Альберт исемле уландар тәрбиәләгән атайҙың балаларына ниндәй шәп өлгө күрһәтеүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Хәйер, бер нисә йыл дауамында 33 тапҡыр ҡан тапшырған, бөгөн иһә бөтөнләй таныш булмаған кешегә өмөт бүләк иткән Алик Сафуанов һәммәбеҙ өсөн дә оло үрнәк. Юҡ, миҙал да, дан да кәрәк түгел уға - иң мөһиме, ул ҡабыҙған йәшәү уты һүнмәһен-һүрелмәһен генә...