Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Июнь 2025, 12:45

“Гиацинт”тар теүәл ата

"Акация", "Астра", "Гвоздика", "Гиацинт", "Ландыш", "Лотос", "Пион", "Тюльпан"... Тик былар хуш еҫле, сағыу, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр түгел, ә ҡыйыу, илһөйәр Ватан һаҡсылары идара иткән хәрби техника гөлләмәһе.  Эйе, Рәсәй армияһының “сәскәле” артиллерияһы махсус хәрби операция зонаһында  неонацистарға ҡаршы йүнәлтелгән дәһшәтле ҡорал.

“Гиацинт”тар теүәл ата
“Гиацинт”тар теүәл ата

Шуларҙың береһе - ярты быуат элек Совет Армияһын ҡоралландырыу өсөн алынған  “Гиацинт” үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы.  Был артсистема бөгөнгө көнгә тиклем иң алыҫ араға һөжүм итеүсе Ватан ҡоралы булып ҡала килә. Ҡеүәтле үҙйөрөшлө хәрби техника 33 саҡрым алыҫлыҡтағы сәпкә тейҙереү  мөмкинлегенә эйә.  Махсус хәрби операция зонаһында улар  контрбатарея алышы, фортификация ҡоролмаларына, Украинаның Ҡораллы Көстәре пехотаһына һөжүм итеү өсөн ҡулланыла. Хәрби техника ышаныслы булыуы, юғары атыу теүәллеге менән айырылып тора. Тәжрибәле расчет ҡулында “Гиацинт” снайпер винтовкаһына әйләнә, ти, артиллеристар.

Рәсәй армияһы сафын батыр, ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәр тулыландыра һәм шуларҙың береһе - яңыраҡ  20 йәшен тултырған Мулдаҡай егете Ғәҙел Моратшин. “Башҡорт” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡеүәтле “Гиацинт” үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы командиры вазифаһын ҙур ғорурлыҡ менән башҡара. Кесе сержант яҡшы тактик әҙерлеккә эйә булыуҙан тыш, тәртип, яуаплылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән дә айырылып тора. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, уның иңендә хәрби техника менән идара итеү һәм 5 кешенән торған расчетты етәкләү кеүек ҙур яуаплылыҡ ята. Ә бит артиллерия ҡоралы командирына үҙенән ике, хатта өс тапҡырға оло булған яугирҙар (25-60 йәшлектәр)  менән командалыҡ итергә тура килә. Сыҙамлығы, тәүәккәллеге һәм белеме уға иптәштәре хөрмәтен, өлкән офицерҙарҙың ышанысын яуларға ярҙам иткән дә инде.
Мулдаҡайҙа тыуып-үҫеп, ауылында мәптәпте тамамлаған, һуңынан Белорет педагогия колледжында  башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә уҡыған Ғәҙел ике курс уҡып, 18 йәше тулыу менән армияға китә. Екатеринбургтағы 228-се мотоуҡсылар полкында бер нисә  ай  хеҙмәт итеп өлгөргән егет 2023 йылдың авгусында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана.  “Башҡорт” был аҙымын илһөйәрлек рухының көслө булыуы менән аңлата. Әле ул “Гиацинт” үҙйөрөшлө пушкаһы командиры.
Артиллерия полкы расчеттары тәүлек әйләнәһенә, асыҡланған координаталар буйынса,  хәрби объекттарға,  дошман нығытмаларына һәм ҡоролмаларына аныҡ һөжүмдәр яһай. Артиллеристар Донецк йүнәлешендә һөжүм итеүсе подразделениеларға ярҙам итә, уларҙы ышаныслы яҡлай.
- Тәү сиратта эштең яйға һалынғанлығы һөҙөмтәгә килтерә. Разведка ни тиклем координаталарҙы тиҙерәк беҙгә тапшыра, шул тиклем тиҙерәк “эшкә” тотонабыҙ.  Дошман нығытмаларын 100 процентҡа ҡыйратырға тырышабыҙ. Штурмсыларҙың яу яланында яңғыҙ түгеллеген тойоуы мөһим. Шуға күрә уларға ярҙам итеү бурысы йөкмәтелә һәм  уны теүәл үтәйбеҙ ҙә инде. Пушканың 33 саҡрым алыҫлыҡҡа тиклем атыу мөмкинлеге булһа ла, дошман объекттарына, техникаһына теүәл һәм тура тейһен өсөн 152-мм ярсыҡ-фугаслы снарядтар менән 16-20 саҡрымға тиклем атабыҙ. Самоходка юғары маневрлылыҡҡа эйә, тура наводка менән йәки ябыҡ позицияларҙан ут алып барырға һәләтле. Дрон һөжүменән машина зыян күрмәһен өсөн уны йыһазландырырға ла тура килә. Шуға ла тәүҙә пушка өсөн урын булдырып, урынлаштырабыҙ һәм маскировкалайбыҙ.  Артиллеристар заданиеларҙы үтәгәндә дошман позицияларын разведкалау һәм орудиеларының ут координаталарын төҙәтеүсе пилотһыҙ осоу аппараттары менән үҙ-ара эш итә. Атыштарҙан һуң,  расчет дошман яғынан утлы яуап көтмәйенсә,  боекомплектты тулыландырыу өсөн ут позицияларын алыштыра, - ти экипаж командиры Ғәҙел Моратшин.
Экипаж тупланған һәм уның иғтибары тик Еңеүгә йүнәлтелгән. Кемерево, Силәбе өлкәләренән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән тупланған экипаж ағзалары, характерҙары менән төрлө булһалар ҙа, командирҙары өсөн улар иң яҡшылары. Тоҫҡаусы, механик һәм ике зарядлаусынан торған экипаж  үҙ бурысын белә, уны лайыҡлы үтәй һәм кәрәк саҡта бер-береһен алыштырырға әҙер. Ҡорал командиры дәрәжәһенә еткәнсе  Ғәҙел дә бит экипажда зарядлаусы, водитель-механик, тоҫҡаусы була. 
- Экипаж ағзалары  йәштәре буйынса минән өлкәнерәк булһалар ҙа, бер-беребеҙҙе аңлап эш итәбеҙ.  Яуаплылыҡ, кешеләр һәм расчет менән идара итә белеүем дә мөһим роль уйнайҙыр, - ти “Башҡорт”.
Армия сафына алынғансы, Белорет ДОСААФ-ында “С” категорияһына уҡып, водитель таныҡлығы алыуы  махсус хәрби операция зонаһында ла ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Юғиһә, ҡеүәтле самоходканы ышанып тапшырмаҫтар ине. Был йәһәттән тәжрибәлерәк өлкән ағайҙарының ярҙамы һәм кәңәше баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Тырыш яугир  “В” һәм  “Д”  категорияларына ла уҡыған, быныһы инде махсус хәрби операция зонаһында.
Лидерлыҡ сифаттары, дөрөҫ  һәм тиҙ ҡарарҙар ҡабул итеү уның командирлыҡ итә белеү һәләтен дә күрһәтә. Йәшлеге үҙ бурыстарын юғары кимәлдә үтәүгә ҡамасауламай,  киреһенсә, тәжрибәһе һәм өлгөрлөгө хеҙмәтен ышаныслы алып барырға һәм хәрби бурыстарҙы үтәргә мөмкинлек бирә.
Уҡытыусылар династияһын дауам иткән Ғәҙел Моратшин уҡыуын ваҡытлыса ҡалдырып торған. “Еңеү менән әйләнеп ҡайтһаҡ, уҡыуымды ла дауам итермен әле. Тик илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ һәм яҡты булһын. Ә бының өсөн беҙ, һис шикһеҙ, тырышасаҡбыҙ. Тыуған ауылым Мулдаҡайҙа ла бит ҡәҙерле кешеләрем, бигерәк тә, ҡустым менән һеңлем көтә. Улар хаҡына еңеп ҡайтырға бурыслыбыҙ”, - ти геройыбыҙ. 
Эйе, “Башҡорт”  тиҫтерҙәре  һәм барыһы өсөн дә өлгө. Уның хеҙмәте, сыҙамлығы һәм еңеүгә ышанысы тирә-яҡтағыларҙы илһамландыра һәм илебеҙгә намыҫ менән хеҙмәт итергә әҙер булған йәштәребеҙ өсөн ғорурлыҡ уята. Юлы сағыу һәм яңы ҡаҙаныштар менән һуғарылған, ә уға тапшырыласаҡ юғары исемдәр киләсәк еңеүҙәрҙең нигеҙе булһын!

Эльвира ХӘМЗИНА.
Фото: яугир архивынан. 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас