- Бирешмә... Һин бит төшөп ҡалғандарҙан түгел. Нәҡ һинең йөрөтөү оҫталығыңдан, тәжрибәңдән хәрби машинаға тейәлгән десант-штурмсыларҙың ғүмере тора. Хәрби машинаны ла тиҙ һәм оҫта ауыҙлыҡланың бит. Атайыма рәхмәтлемен, ҡасандыр гөрләп торған Инйәр леспромхозының алдынғы тракторсыһы ине ул. Уның алдында ла әҙ ултырып йөрөмәнем. Етмәһә, БМП тоҫҡаусы-операторы, Баймаҡтан “Хан” ағай ҙа төплө һәм ваҡытлы кәңәштәрен биреп бара. Томан йырып алға барыуы ла еңелләшә. Ана, алда дошман позициялары. Алғы һыҙыҡҡа 20 саҡрымдай үтеп инеп, нисек булһа ла нығытманы яуларға тигән команда бирелгән бит... - тип “Амур” үҙен йыуата-йыуата, хәрби машинаһын алға, дошман позициялары урынлашҡан яҡҡа йүнәлтте.
Бер ай дауамында үткән күнекмәләрҙең дә бушҡа китмәгәнлеген аңлай яугирҙар. Улар физик кенә түгел, мораль яҡтан да етди әҙерләнде. Үҙенән күпкә оло хан ағайының да кәңәштәре ярап ҡалды. Доғалар уҡып, Хоҙайға ышанырға, ҡурҡыуҙы еңергә өйрәтте бит яуҙашы. Шуға ла ул өйрәткән барлыҡ доғаларҙы иҫенә төшөрөп, нығытманы алырға тигән команда булыу менән десантсыларҙы тейәп, алға ҡуҙғалды. Командирҙар ҙа уларҙың нығытманы һис шикһеҙ алыуына ышанып ҡалды бит. Был юлы ла һынатмаҫтар.
Ҡайһы берҙә был томанлы эңерҙә тирә-яҡ, ер юҡҡа сыҡҡандай тойола, тик хәүеф һәм бурыс, ғүмер һәм билдәһеҙлек араһында бары тик алға хәрәкәт итеү генә ҡала. БМП-лар томан һәм мина яланы аша дошман нығытмаһына табан бара, тиҙҙән алыш һөҙөмтәһе барыһын да хәл итәсәк. Ниһайәт, алда дошман нығытмаһы күренде. Десант-штурмсылар машиларҙан һикереп төшөп, автоматтарын әҙер тотоп алға йүгерҙе. Ике БМП экипажы ла уларҙы ут менән ҡаплап, ярҙам итте. Нығытма алынып, десантсылар юғалтыуҙарһыҙ әйләнеп ҡайта, хәрби техника ла зыян күрмәй. Нәҡ ошо заданиены уңышлы атҡарып сыҡҡандары өсөн экипаж юғары наградаға лайыҡ була. 8 июнь БМП тоҫҡаусы-операторы “Хан” позывнойлы яугир - “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Амур” Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Батырлыҡ ордены әһәмиәте буйынса (Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙонан ҡала килә) икенсе награда. 1994 йылда булдырылған награда менән алғы һыҙыҡта ғүмер өсөн хәүеф менән бәйле ҡыйыу һәм тәүәккәл ғәмәлдәр өсөн бүләкләйҙәр. Награда Совет Ҡыҙыл Байраҡ хәрби орденының аналогы тип һанала. Ысын батырлыҡтың хаҡын белгән һәр кем өсөн был ҡаһарманлыҡ ҡына түгел, ул хөрмәт, сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ билдәһе лә. Яугирҙарҙың да был орденды ихтирам менән “мужик” тип атауҙары юҡҡа түгел, сөнки бындай исем һәр кемгә бирелмәй. Наградаға лайыҡ булыусының артында - ауыр һынауҙар, үҙенеке генә түгел, хәүеф аҫтында торған иптәштәре ғүмере лә. Был награда - кешенең һуғышта үҙен ҡыйыу, ышаныслы һәм көслө рухлы яугир итеп күрһәтеүен таныу. Батырлыҡ орденына лайыҡ булыу - ул оло һынау аша үтеү, хәүеф алдында сигенмәү, үҙеңдекеләр өсөн арҡалаш, терәк һәм яҡлаусы булыуын армияла яҡшы беләләр. Бындай яугирҙар һәр кем өсөн өлгө, йәштәр өсөн илһам сығанағы булып хеҙмәт итә һәм характерҙың иң яҡшы сифаттарын күрһәтә. Тимәк, Инйәр төбәгендәге төпкөл ауылдарҙың береһендә тыуып үҫкән “Амур” позывнойлы 26 йәшлек яугирҙың ата-әсәһе, бер туған апай-һеңлеләре, яҡындары, ауылдаштары уның менән лайыҡлы ғорурлана ала.
2023 йылдың майында, бөтә ил тиерлек неонацистарға ҡаршы көрәш алып барғанда, мин дә ни эшләп ятып ҡалырға тейеш әле тип, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Һәм бына ике йылдан ашыу Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы, совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин исемен йөрөткән башҡорт батальоны составында Кременная йүнәлешендә хәрби бурысын үтәй. “Амур” позывнойы ла үҙенән-үҙе килеп сыға. Беренсенән, исем-шәрифенең баш хәрефтәре булһа, икенсенән, Амур өлкәһендә хеҙмәт итә ул.
- Механик-водитель, ябайса, мехвод хәрби техника менән идара итеүсе генә түгел, ә уны йүнәтә һәм хеҙмәтләндерә белгән белгес. Пехота машинаһы механик-водителе штурмсыларҙың инеүен, уны яҡлауын һәм алға барыуын тәьмин итә. Ҡыйынлыҡтар килеп тыуа икән, уны командирҙар менән бергә үтәп сығырға тырышабыҙ. Аллаһ бирһә, Еңеү менән тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырға яҙһын, - ти яҡташыбыҙ.
Башҡорт тыйнаҡлығы... Мехводтың оҫталығынан экипаждың ғына түгел, десантсыларҙың ғүмере һәм һуғыш һөҙөмтәлелеге бәйле. Ул үҙ эшенең оҫтаһы, ҡатмарлы техника менән оҫта һәм теүәл идара итергә, хатта иң ауыр хәрби шарттарҙа ла тулы хәрби әҙерлектә тоторға һәләтле. Төп бурыстары - бәрелеш һыҙығына хәүефһеҙ алып барыу һәм штурмлау пехотаһын яҡлау. Яҡташыбыҙ ярайһы уҡ тәжрибәле яугир яуҙаштары араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән дә инде. Был йәһәттән “Амур”ға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Абдрахман олатаһы, “Ҡара генерал” Даян Мурзин, алдынғы тракторсы булған атаһы, яуҙашы “Хан” ағайы өлгө булып тора.
Эйе, был наградаға тик сит кешенең арҡаһына йәшеренмәгән, тәүгеләрҙән булып алға барған, еңеүгә ышанған, антҡа һәм Ватанға тоғро ҡалған ысын ир-егеттәр генә лайыҡ. Тимәк, ҡаһарман яҡташыбыҙ ҙа, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ысын "мужик".
P.S. Билдәле сәбәптәр менән яҡташ батырыбыҙҙың исем-шәрифен, йөҙөн күрһәтә алмайбыҙ. Өлкәнерәк, тормош күргән яугирҙар аҙ һөйләүҙе хуп күрһә, йәштәр амбициялы, эсендәге - тышында бит. Нәҡ улар менән аралашыуы еңел булһа ла, хәүефһеҙлек беренсе урында. Дошмандар ҙа йоҡламай. Илебеҙгә Еңеү килер, һуңынан геройҙарыбыҙҙы барыһы ла белер...