Терапевтар беренсел медицина-санитар ярҙамдың башланғыс һәм шул уҡ ваҡытта төп звеноһы булып тора. Уларҙың эш күләме бик ҙур - киҫкен ауырыуҙарҙы дауалау, хроник сирле пациенттарҙы диспансер күҙәтеүе аҫтында тотоу, үҙ участкаһындағы халыҡҡа хроник сирҙәр хәүефе факторҙарын иҫкәртеү, диспансерлаштырыуға, вакцинацияға ебәреү, медицина картаһына мәғлүмәттәр индереү, лаборатория анализдарын, инструменталь тикшереү һөҙөмтәләрен ҡарау, пациенттың һаулығына бәйле дауалау планына үҙгәрештәр индереү, хроник ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефе факторҙарын асыҡлау һәм уларҙы иҫкәртеү, стационар һәм шифахана-курорт дауалауына йүнәлтмәләр биреү һәм башҡалар. Йәнә тап участка табибы аша пациенттар тар профилле белгестәргә - неврологка, эндокринолог йәки кардиологка йүнәлтмә ала.
Ҡала поликлиникаһында оҙаҡ йылдар участка терапевы булып эшләгән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гөлназ ХАММАТОВАны пациенттары һәр саҡ дөрөҫ дауалау алымы ҡулланған, үҙ эшен яҡшы белгән белгес булараҡ ҡына түгел, кешелекле, яғымлы, һәр кемгә ихтирамлы булғаны өсөн дә хөрмәт итә. Гөлназ Фәүзи ҡыҙы сығышы менән Яңауыл районынан. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше факультетына һынау тота. Алты йыл уҡығандан һуң, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының барлыҡ бүлектәрендә берешәр айлап интернатура үтә.
Университетты тамамлап, ҡулына диплом алғас, 1997 йылда Тирлән участка дауаханаһында участка терапевы булып хеҙмәт юлын башлай. Иртән дауаханала пациенттарҙы ҡабул итһә, көндөң икенсе яртыһында стационарҙа эшләй. Бында эшләгән һуңғы биш йылда мөдир вазифаһын атҡара.
2008 йылда ҡаланың 2-се поликлиникаһына участка терапевы булып эшкә күсә һәм әлеге көнгә тиклем шунда эшләй. Медицина өлкәһендә өс тиҫтәнән ашыу эш стажы булған тәжрибәле табипҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
► Гөлназ Фәүзи ҡыҙы, участкала күпме кешене хеҙмәтләндерәһегеҙ? Диспансер иҫәптә торғандар һаны күпме?
- Беҙҙең ҡарамаҡта 2400 тирәһе кеше иҫәпләнә. Етди хроник сирҙәр - юғары ҡан баҫымы, атеросклероз, йөрәк ишемияһы, баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуы, хроник үпкә ауырыуҙары, ашҡаҙан йәки бөйән эсәге сей яраһы, хроник панкреатит, хроник атрофик гастрит, бронхиаль астма, шәкәр диабеты, ашҡаҙан һәм тура эсәк полиптары менән дөйөм халыҡтың 70 проценты диспансер иҫәптә тора. Ҡайһы бер кешеләр бер нисә сир менән яфалана. I-III төркөм инвалидтар һаны - 160. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа пациенттарҙы ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды һәм өйгә саҡырыуҙар туҡтатылды.
► Бөтә донъяны ялмап алған ҡурҡыныс сир - яңы коронавирус инфекцияһы табиптар өсөн ҙур һынау булды. COVID-19 эшегеҙгә ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?
- Һаулыҡ һаҡлау системаһына пандемия шарттарына ашығыс рәүештә яраҡлашырға тура килде. Күп кенә дауаханалар - ковид-госпиталдәр, ә шифаханалар обсерваторҙар итеп үҙгәртелде. Беҙгә билдәһеҙ вирус менән көрәшеүҙең яңы алымдарын ҡулланырға, ауырыуҙарҙың бығаса булмаған ҙур ағымын, уларҙың күбеһе ауыр хәлдә ине, ҡабул итергә тура килде. Битлек, һаҡланыу эпикировкаһын кейеп, көн һайын 100-ҙән ашыу кешене ҡарарға, эштән һуңға ҡалырға, бокста дежур итергә кәрәк ине. Үҙебеҙ ҙә өсәр, дүртәр тапҡыр ауырыуҙы кисерҙек.
COVID-19 эҙемтәләре һиҙелә, ҡайһы бер лаборатор анализдарҙа бығаса булмаған патологиялар осрай. Был ауырыуҙы үткәргән йәштәр быуын сирҙәре менән яфалана, хатта 40 йәште үткәндәр быуындарына протездар ҡуйҙыра. Эйе, был сир, тәү сиратта, кешеләрҙең нервы системаһына ауыр зыян килтерҙе. Әле лә еҫ һиҙмәгән, тәм тоймағандар бихисап.
► Гипертония йәки гипотония менән сирләгән кешеләр өсөн эҫе көндәр уғата хәүефлелер, моғайын? Бындай һауа торошон тағы кемдәр ауыр кисерә?
- Бөтә гипертониктар һәм гипотониктар, йөрәк ишемияһы, хроник йөрәк етешмәүсәнлеге, гипотония һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары менән сирләгән кешеләр һауа торошо үҙгәреүенә айырыуса һиҙгер. Уларға көндөң эҫе булыуы түгел, ә температураның ҡапыл үҙгәреүе хәүефле, был ҡан баҫымының “уйнауына” килтерә. Бынан тыш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгәндәр юғары һауа температураһы һәм юғары дымлылыҡ комбинацияһын ауыр кисерә.
► Юғары ҡан баҫымы менән зарланғандарға - гипертониктарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Төп кәңәш - көн һайын медикаменттар ҡабул итеү. Күптәр дарыуҙарҙы ҡан баҫымы күтәрелгәс кенә эсә. Был дөрөҫ түгел. Эҙмә-эҙлекле рәүештә дарыу эсеү йөрәк-ҡан тамырҙары өҙлөгөүҙәре хәүефен кәметергә мөмкинлек бирә. Пациент тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында: иртән, төш, кис йәки хатта төн уртаһында ла дарыу ҡабул итә ала.
Һәр ваҡыт пациенттарға шундай миҫал килтерәм - шәкәр диабеты менән сирләгәндәр ҡанда шәкәр күләме артҡас ҡына табип яҙған дарыуҙы йәки инсулинды ҡабул итмәй, ә ваҡытында эсә. Гипертония менән яфаланғандарға иң мөһиме ҡояшта булыу ваҡытын максималь ҡыҫҡартыу, бигерәк тә көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем арауыҡта тышта йөрөмәүең хәйерле. Эҫелә хатта сәләмәт кешенең дә ҡан баҫымы күтәрелеүе мөмкин, сөнки артыҡ эҫенеү тирләүҙе арттыра һәм пульсты йышайта. Гипертониктарға ҡояш аҫтында булыу фаталь эҙемтәләр менән тамамланыуы ихтимал.
Әгәр ҡояш аҫтында булырға тура килһә, башҡа ҡалпаҡ, ҡояштан һаҡлаусы күҙлек кейергә, организмдағы һыу запасын тулыландырыу өсөн һәр ваҡыт газһыҙ таҙа һыу йөрөтөргә кәрәк. Гипертония диагнозлылар өсөн шыйыҡсаның максималь тәүлек дозаһы 1,5-1,7 литрҙан артмаҫҡа тейеш, шул уҡ ваҡытта был күләмгә аҙыҡ менән ҡабул ителгән бөтә шыйыҡса индерелә.
► Бер юлы нисә төрлө дарыу ҡабул итергә мөмкин?
- Күп кенә хроник ауырыуҙар оҙайлы һәм өҙлөкһөҙ дауалау курсын талап итә. Бәғзе ваҡыт был курстар бер нисә препараттан тора: таблеткалар, капсулалар йәки инъекциялар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа тәғәйенләнгән дарыуҙар һаны 6-7 һәм унан күберәк була, етмәһә уларҙы билдәле бер схема буйынса ваҡытында ғына ҡабул итергә кәрәк.
Эйе, дарыуҙарҙы күп ҡулланыу ҙа һаулыҡҡа кире йоғонто яһай, мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк юлы ағзаларына, бауырға зыян килеүе бар. Шуға ла көнөнә 5 төрҙән артығын ҡабул итмәҫкә кәңәш итәм. Әгәр кеше бер нисә ауырыу менән сирләһә, төрлө системаларға тәьҫир иткән препараттар менән ҡулланырға кәрәк. Дарыу ҡабул итеү араһында 30-40 минут самаһы арауыҡ булырға тейеш. Ғөмүмән, тар профилле белгестәрҙән һуң барлыҡ рецептар менән терапевҡа килеү яҡшыраҡ. Ул ҡайһы дарыуҙы кисекмәҫтән эсә башларға, ҡайһыһын киләһе курсҡа ҡалдырырға, шулай уҡ бер юлы эсергә ярамаған дарыуҙарҙы билдәләр.
► Халыҡты диспансеризациялау ниңә кәрәк?
- Диспансеризация - медицина өлкәһендәге мөһим сара. Уның маҡсаты - ауырыуҙарҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, тиҙ арала дауалау һәм артабан һау-сәләмәт булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүгә булышлыҡ итеү.
Халыҡты планға ярашлы диспансерлаштырыу 18 йәштән 40 йәшкә тиклем - 3 йылға бер, 40 йәштән һуң йыл һайын үткәрелә (ҡатын-ҡыҙҙарға маммография 2 йылға бер). Профилактика маҡсатында уҙғарылған был медицина тикшереүе төрлө сирҙәрҙе, хатта кеше үҙе лә тоймаған ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Шуға күрә, бер ниндәй сир билдәләре булмаған хәлдә лә, диспансеризацияны мотлаҡ үтергә кәрәк.
Беренсе этапта табип диагностика һәм база кимәлендәге тикшереүҙәр үткәрә: тән ауырлығы, артериаль ҡан баҫымы үлсәнә, ҡандағы глюкоза, холестерин кимәле асыҡлана, флюорография, ЭКГ һәм башҡа анализдар яһала. Айырыуса йыуан эсәк ауырыуҙарын тикшереү маҡсатынан эшләнгән йәшерен ҡанға анализдың әһәмиәте бик ҙур. Тап шуның арҡылы етди сирҙәр, тәүге стадиялағы яман шеш ауырыуы асыҡлана. Был ағзаны эзофагогастродуоденоскопия (ФГДС), ультратауыш ысулдары менән ҡарап булмай. Ирҙәр йәнә простата биҙе онкологияһын тикшереү өсөн махсус антиген тапшыра.
Диспансер тикшереүе үткәндәрҙән быйылғы йылдан С гепатитына анализ ала башланыҡ. Был анализды, ғәҙәттә, бик һирәк осраҡта тәғәйенләйҙәр, шунлыҡтан күптәр вирусты йөрөтөүен белмәҫкә лә мөмкин.
Диспансерлауҙың киләһе этабы - тар белгестәргә күренеү һәм өҫтәмә тикшеренеүҙәр үтеү. Икенсе этапты табип тәүгеһенең һөҙөмтәләренә ҡарап билдәләй. Был осраҡта рентгенография йәки үпкәнең компьютер томографияһы, колоноскопия, ЭГДС һәм башҡа процедуралар тәғәйенләнеүе бар.
Оло йәштәгеләр беҙгә күренергә килгән ваҡытта диспансеризацияға ебәрәбеҙ, ә бына 40 йәшкә тиклемгеләр менән хәлдәр ҡатмарлыраҡ. Бөгөнгө көндә “Сәләмәтлек үҙәге” иртәнге 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр эшләй. Диспансер күҙәтеүе үтер өсөн үҙегеҙ менән ни бары паспорт ҡына кәрәк. Әгәр иртән ашамай килһәгеҙ, шунда уҡ анализдар тапшырырға, ЭКГ, флюорография үтергә мөмкин.
Флюорография күҙәтеүенә айырыуса иғтибарлы ҡарар кәрәк, уны 15 йәштән башлап һәр кем йыл һайын үтергә тейеш. Ул организмда туберкулездың булыу-булмауынан тыш, башҡа хәүефле, шул иҫәптән онкология сирҙәрен дә асыҡларға ярҙам итә.
Хроник сирлеләргә, шәкәр ауырыуы, йөрәк ишемияһы, гипертония менән яфаланғандарға иһә йылына 2 тапҡыр үтеү мотлаҡ.
► Күп сирҙәр һуңғы осорҙа “йәшәрә” башланы. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ?
- Замана йәштәренә физик әүҙемлек етешмәй, хәҙер бөтә нәмә автоматлаштырылған. Һөҙөмтәлә кәүҙә ауырлығы арта, матдәләр алмашыныуы боҙолоп, ҡан тамырҙарының торошо насарая. Бынан тыш, артыҡ шәкәр, тоҙ ҡулланыу, майҙа ҡыҙҙырылған, һатып алынған әҙер аҙыҡ менән туҡланыу һимереү, диабет, гипертония хәүефен арттыра. Витаминдар һәм минералдар етешмәү һөйәктәрҙе көсһөҙләндерә, остеопороз ихтималлығын арттыра. Даими стресс та нервы системаһына һәм матдәләр алмашыныу процестарына кире йоғонто яһай. Кортизолдың юғары кимәле арҡаһында гипертония, депрессия, ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килә.
“Ололар ауырыуҙары”ның үҫешен булдырмаҫ өсөн дөрөҫ туҡланыу, даими физик әүҙемлек, кәүҙә ауырлығын контролдә тотоу, насар ғәҙәттәрҙән (иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу, тәмәке тартыу) баш тартыу, ваҡытында медицина тикшереүе үтеү зарур.
► Халыҡҡа әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр, моғайын.
- Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһындар, насар ғәҙәттәрҙән баш тартһындар, кәүҙә ауырлығының норманан тыш артыуына юл ҡуймаһындар, ваҡытында диспансер күҙәтеү үтһендәр, витаминдарға, минералдарға бай ризыҡ ашаһындар, дөрөҫ туҡланһындар, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнһендәр. Кешенең сәләмәтлек торошо, тәү сиратта, уның үҙенән тора, ә табиптарҙың һаулыҡты һаҡлауҙағы роле - икенсе урында. Ҡайһы берәүҙәргә дауалау физкультураһы менән шөғөлләнергә кәрәклекте аңлатһаң, “Фитнес минең баҡсамда ла бар”, - тип ҡуя. Баҡсала бил бөгөү менән бер түгел ул. Хатта умыртҡа араһы дискыһы бүҫерен дә физик күнекмәләр менән дауалап була.
Йәнә диспансер иҫәптә торғандарға, хатта уларҙы бер ни борсомаһа ла, профилактика өсөн йылына 1-2 тапҡыр участка терапевына килергә кәрәк - анализдар бирергә, дауаланыуҙы коррекцияларға, көн дә эскән дарыуҙарҙы алмаштырырға һәм башҡаһы. Табиптарға түбәндәге ысулдар ярҙамында яҙылырға мөмкин:
1) төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Контакт-үҙәктең берҙәм бушлай номеры буйынса - 122 (эш көндәрендә - 7.30 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем, шәмбе - 8.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе - ял);
3) ҡала поликлиникаһы регистратураһында йәки инфоматтар аша;
4) doctor.bashkortostan.ru. порталында йәки “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһында.
Шулай уҡ федераль һәм төбәк-ара ташламалар менән файҙаланған инвалидтарға дарыуҙарының бөтөүен көтмәҫкә, ә алдан бушлай бирелгән рецепт артынан килеүҙе хәстәрләргә кәңәш итәм. Барығыҙ ҙа һау-сәләмәт булығыҙ!
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гөлназ Фәүзи ҡыҙы. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!