11 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм профсоюз лидерҙары менән осрашты. Осрашыуға республиканың 56 колледжынан йәмғеһе 180 активист килде. Улар араһында ҡаланың педагогия, медицина һәм металлургия колледждары студенттары ла булды. Сарала ҡатнашыусылар власть органдары менән үҙ-ара эш итергә өйрәнә һәм “Урта һөнәри белем биреү студенттар лидерҙары мәктәбе” программаһына ярашлы шәхесара аралашыу күнекмәләрен үҫтерә.
Республика етәксеһе йәштәргә Өфөлә кампустың икенсе өлөшө төҙөлөшөн дауам итеүҙәре хаҡында һөйләне. Проектта стилобат менән тоташтырылған 10-сы ҡаттан 29-сы ҡатҡа тиклем бейеклектәге ете башня төҙөү ҡаралған. Бында 4,3 мең студент өсөн ятаҡтар, уҡыу блоктары, лабораториялар, ижтимағи-эшлекле киңлектәр булдырыла.
Осрашыу башында Радий Хәбиров республика һәм ил иҡтисады өсөн урта һөнәри белем биреү системаһының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, бөгөнгө сараның уның өсөн мөһим булыуын әйтте.
“Беҙҙең колледждарҙа 120 мең студент уҡый. Был ғәйәт ҙур көс, ҙур ғаилә, унда һәр кем мөһим. Беҙгә һеҙҙең ниндәй уй-фекерҙәрегеҙ барлығын аңларға кәрәк. Бөгөн урта һөнәри белем биреү системаһы оло әһәмиәткә эйә, сөнки йылдам иҡтисади үҫеш шарттарында квалификациялы хеҙмәт ресурстары кәрәк. Башҡортостанда 92 колледж бар. Күп колледждар республика иғтибарын тойҙо. Тәү сиратта белгестәрҙе уҡытыу кимәлен күтәреү өсөн матди базаны яҡшырта башланыҡ. Йыл һайын республика бюджетынан колледждарҙы һәм ятаҡтарҙы ремонтлауға 500 миллион һум аҡса бүләбеҙ”, - тип билдәләне республика етәксеһе. Әйткәндәй, өс йыл эсендә был маҡсатҡа ярашлы төбәк бюджетынан 1,2 миллиард һум бүленгән, 38 бина ремонтланған.
Радий Хәбиров Башҡортостандың “Профессионалитет” федераль проектына әүҙем ҡушылыуы хаҡында ла телгә алды. Әлеге көндә республика урта һөнәри белем биреү кластерҙары һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй, быйыл улар 19. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2026 йылда тағы ла 8 кластер булдырыла, ошо маҡсатҡа 800 миллион һум федераль субсидиялар йәлеп ителгән.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан йәштәр студенттарҙың үҙидара системаһын яҡшыртыу буйынса үҙ башланғыстарын, шул иҫәптән был өлкәлә колледждар өсөн берҙәм орган булдырырға тәҡдим итте. Бындай тармаҡ республиканың юғары уҡыу йорттарында эшләй һәм бөтә студенттар советтарын берләштерә. Республика етәксеһе студенттарҙың идеяһын хупланы һәм Башҡортостанда бындай майҙансыҡтарҙы уңышлы ойоштороу тәжрибәһе барлығын билдәләне: бер нисә йыл элек урта һөнәри белем биреү советы булдырылған, йылына ике тапҡыр колледж директорҙары менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәләр һәм ҡарарҙар ҡабул итәләр.
Тағы бер проект - ижади индустрия өлкәһендәге башланғыстар акселераторы була алған ижади йәрминкә булдырыу. Яңы майҙансыҡ үҙ идеяларын тәҡдим итергә, эксперттарҙан белем үҙләштерергә һәм эшҡыуарҙарҙың иғтибарын йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров был мәсьәләне тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн ентекле өйрәнергә ҡушты.
Студенттар йәнә бер мөһим мәсьәләне - беренсе курс студенттарын өлкән курстыҡылар көсө менән уҡыу йортона яраҡлаштырыу программаһын башларға тәҡдим итте. Республика Башлығы быны кәрәкле һәм дөрөҫ башланғыс булыуын, тыуған йорт диуарҙарынан айырылып, стресс кисергән студенттарға өлкән иптәштәренең ярҙамы кәрәк булыуын билдәләне.
Осрашыуҙың киләһе өлөшө “Һорау - яуап” форматында дауам итте. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары “РВ-1” радиоэлектрон технопаркын асыу ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров проектты Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыуҙары, технопарк төҙөлөшөн тамамларға, унда заманса ҡорамалдар ҡуйырға тейешлектәре, 2026 йылда был майҙансыҡтың тулы ҡеүәттә эшләй башлауын планлаштырыуҙары хаҡында хәбәр итте.
Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ транспорт тәьминәте, һөнәри белем биреү инфраструктураһын үҫтереү, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү механизмдарын тикшерҙе.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров егет һәм ҡыҙҙарға һөҙөмтәле аралашыуҙары һәм әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт әйтте. Башҡарған эштәренең мөһим булыуын, ошо миссияла һәм бөтә эштәрендә уңыштар, ысын профессионалдар булып китеүҙәрен теләне. Сараға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы, йәштәр менән осрашыуҙар - төбәктең идара итеү командаһы эшенең мөһим өлөшө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Студенттар колледждарҙағы йәмәғәт тормошон нисек һөҙөмтәлерәк итеү, беренсе курс студенттарына нисек ярҙам итеү, яҡшы эмоциональ, әхлаҡи мөхит булдырыу тураһында бер нисә тәҡдим индерҙе. Был идеяларҙың ҡайһы берҙәрен ҡыҫмаҡҡа алдыҡ. Беҙҙә иҫ киткес йәштәр бар һәм беҙ улар өсөн лайыҡлы шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы менән осрашыуҙа ҡатнашҡан ҡала медицина колледжының студенттар советы ағзалары - Айлина Әһелова (“Дауалау эше” бүлеге), Зөлфәр Солтанов, Роман Хөсәйенов (“Шәфҡәт туташы/медбрат”), Гөлдәриә Усманова (“Дауалау эше” бүлеге) үҙҙәренең тәьҫорттары менән уртаҡлашты:
- Осрашыу бик фәһемле булды, үҙебеҙ өсөн күп нәмәләр белдек, башҡа ҡалаларҙа уҡыған студенттар менән таныштыҡ. Айырыуса Радий Хәбиров менән “Һорау - яуап” оҡшаны.
Спикерҙар менән актуаль һорауҙар, проблемалар тураһында әңгәмәләштек, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләнек. Лекторҙар шулай уҡ террорға ҡаршы көрәш темаһына сығыш яһаны. Бынан тыш, республикала йәштәр өсөн эшләп килгән проекттар тураһында ла белдек һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль башланғыстарыбыҙҙы тәҡдим иттек. Йәнә осрашыуға барыр алдынан “Хәүефһеҙ мөхит” темаһына проект әҙерләнек, төп проблемаларҙы асыҡланыҡ һәм уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәттек. Әлегә был эшебеҙ ҡарауға алынған.
Республика Башлығының студенттарға иғтибарлы булыуы, беҙҙе нимәләр борсоуы ҡыҙыҡһындырыуы һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышыуы ҡыуаныслы. Киләсәктә барыбыҙ ҙа уҡыуыбыҙҙы юғары уҡыу йортонда дауам итергә йыйынабыҙ һәм һайлаған һөнәребеҙ буйынса эшләргә уйлайбыҙ. Дәүләт, етәкселәр тарафынан йәштәргә ярҙам һәм мөмкинлектәр булғанда, барыһын да эшләргә мөмкин.