Бөрйән районының Брәтәк ауылында һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән ул. Атаһы Һаҙый Зәйнулла улы ла ғүмере буйы урмансы булып хеҙмәт йөгөн тартҡан. Бәләкәй сағынан ошо һөнәрҙең бар нескәлеген төшөнгән егет, әрме хеҙмәтенән һуң, һис икеләнеүһеҙ, Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлау менән, эш юллап, республиканың иң урманлы райондарының береһе - Белоретҡа килә.
- Ул осорҙа ни урман хужалыҡтарының гөрләп торған сағы. Әмәлгә ҡалғандай, Сермән лесничествоһында буш урын булып, 1991 йылда шунда техник сифатында эшкә урынлаштым. Унан һуң өс йыл самаһы Инйәр төбәгендә, шунан байтаҡ йылдар колхоз урмандарында эшләнем. Һәм, әлбиттә, хеҙмәтендә хөрмәт ҡаҙанған абруйлы етәкселәр, остаздар - Валентин Яковлевич Овинов, Николай Дмитриевич Талменев, Әүжән урмансылығы директоры Владимир Николаевич Полецкий, хаҡлы ялдағы тәжрибәле урмансы Фәнил Хәмзә улы Ғәлиуллин һәм башҡалар минең өсөн һәр саҡ үрнәк булды, - ти Хәлит Һаҙый улы.
Әйткәндәй, үҙ һөнәренә яуаплы ҡараған тырыш йәш белгес 2000-се йылдар башында ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетында юғары белем алырға ла өлгөрә.
Урмансылыҡ тармағындағы үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә, 2008 йылдан барлыҡ урман хужалыҡтары төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығының территориаль структур бүлексәләре булараҡ эшмәкәрлек итә башлай. Реформа шулай уҡ урман хужалығы белгестәре һанының ҡырҡа кәмеүенә килтерә - бары тик был өлкәлә махсус белеме, етерлек тәжрибәһе булғандар ғына яңы шарттарҙа хеҙмәт юлын дауам ҡыла.
Шул осорҙан бирле Хәлит Ғәлиуллин Әүжән урман хужалығының Белорет бүлексәһендә урман мастеры вазифаһын башҡара. Әзекәй, Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Ҡаҙыш, Дачный, Сермән, Аҙнағол, Олойылға ауылдары халҡын бер үҙе хеҙмәтләндергән белгестең ҡайһы саҡ тын алырға ла ваҡыты булмай китә. “Элек Сермән лесничествоһында ғына һигеҙ урмансы инек, бынан тыш ике мастер, лесничий, уның ярҙамсыһы, бухгалтер, ағас әҙерләү эштәрен башҡарыусы бригадалар... Хәҙер иһә ҡасандыр бер нисә иңгә һалынған бурысты бер кеше атҡара”, - ти Хәлит ағай үткән менән бөгөнгөнө сағыштырып.
Ә урман мастерының эше һанап бөткөһөҙ: үҙ зонаһындағы урманды тәрбиәләп, ҡарап үҫтереү, йәш үҫентеләр ултыртыу, янғынға ҡаршы минераллаштырылған һыҙаттар булдырыу, юл буйҙарын сабыу, таҙартыу, халыҡҡа ағас биреү, диләнкәләрҙе ҡабул итеү, документация эшен алып барыу, урман инспекторҙары менән берлектә ҡануниәт талаптарының үтәлешен күҙәтеү, законһыҙ ағас
ҡырҡыусылар, тәртип боҙоусылар менән көрәшеү һәм башҡаһы.
- Урман белгесенең эш көнө нормаға һалынмаған. Иртә менән сығып китеп, төн ауғас ҡына ҡайтҡан саҡтар ҙа йыш. Айырыуса яҙҙан ҡышҡа тик-
лемге осор тынғыһыҙ. Ағас ултыртыу, йәш үҫентеләрҙе тәрбиәләү, диләнкәләр бүлеү эше менән бергә был миҙгелдә урман янғындары хәүефе лә арта. Халыҡ та әүәлге кеүек дәртле, дәррәү түгел бит, берәү ҙә эшкә атлығып тормай. Мәҫәлән, элек ағас ултыртырға тотош ауыл сығыр ине, мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы, - ти әңгәмәсем бер аҙ моңһоулана төшөп.
Тәжрибәле урмансыны айырыуса кешенең тәбиғәткә ҡарата хаттин ашҡан вайымһыҙлығы, рәхимһеҙлеге әсендерә. “Урмандарҙың йылдан-йыл вәхшиҙәрсә ҡырылыуы, яныуы, сүп-сар менән тулыуы, эсәр һыу, һулар һауаның бысраныуы - барыһы ла ҡомһоҙлоҡ, яуапһыҙлыҡ, мин-минлек эҙемтәһе”, - ти ул көрһөнөп. Урман хужалыҡтарының һаман да “элекке” кешеләрҙең иңендә булыуы, йәш белгестәрҙең етешмәүе, йәштәрҙең ауыл ерендә төпләнмәүе һәм башҡа мәсьәләләр, донъяуи хәлдәр йәһәтенән дә фекер алыштыҡ геройым менән...
Һөнәренә мөкиббән киткән, ошо йүнәлеште һайлағанына бер тапҡыр ҙа үкенмәгән ир-аҙамат шәхси тормошта ла бәхетле, бәрәкәтле. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, хәләл ефете лә ауылда ихтирамлы, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Хәтһеҙ йылдар Сермән мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән, бер юлы уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар вазифаһын да атҡарған Фирүзә Аҫылғужа ҡыҙы иренә һәр йәһәттән терәк-таяныс, йән дуҫ та.
Тормоштарын йәмле-йәнле иткән уландар ҙа буй еткереп, һәр ҡайһыһы үҙ юлын һайлаған. “Өлкәнебеҙ Динар юғары уҡыу йортон тамамлап, бөгөнгө көндә Межгорье ҡалаһы хакимиәтендә урынбаҫар вазифаһын биләй. Алина киленебеҙ менән Радмир, Тимур исемле шуҡ малайҙар тәрбиәләйҙәр. Азамат улым Мәскәү ҡалаһында төҙөлөш тармағы буйынса юғары белем алды. Өфөлә төпләнеп, киленебеҙ Гүзәлиә менән Сафия исемле матур ҡыҙ үҫтерәләр. Ниязыбыҙ иһә Өфө нефть техник университетының II курсында белем ала. Балаларыбыҙҙы рухлы, аңлы, әйләнә-тирәләге донъяға ҡарата шәфҡәтле, игелекле итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ”, - ти атай кеше бәхетле йылмайып.
Әңгәмә һуңында барлыҡ урман эшсәндәренә, хеҙмәт ветерандарына һөнәри байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерергә лә онотманы Хәлит Һаҙый улы.
Бына шулай, бар булмышы менән тәбиғәт балаһы булған, уның һулышын, аһ-зарын тойған урмансының йәшәү рәүешен күҙҙән уҙғарып, ауыр ҙа, хәүеф-хәтәрле лә хеҙмәт тураһында хәбәрҙар булып, күтәренкелек менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Тап ошондай фиҙаҡәрҙәр менән йәшәйеш тә ҡотло, иртәгеһе көн дә ышаныслы...
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотоһы.