Рәзинә Хөсәйенова Йәндек ауылында Маһинур һәм Рауил Суфияновтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгән. Балалары мәктәп йәшенә еткәс, урындағы тимер юл станцияһында эшләгән атай-әсәй Аҙналы ауылына күсергә ҡарар итә.
Кескәй генә сағынан, әле уҡый-яҙа ла белмәгән көйө, биология, химия китаптарын ҡарарға яратҡан ҡыҙҙың XI кластан һуң Белорет медицина колледжына уҡырға инеүе лә ғәжәп түгел. Шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереп, артабан ул Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала.
- Шуныһы ҡыҙыҡ: бала саҡта алдыма ҡурсаҡтарҙы теҙеп ултыртам да, тәүҙә уҡытам, шунан һуң укол яһай торғайным. Һәм бына ошо уйын ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашҡан кеүек - бөгөн мин медицина хеҙмәткәре лә, уҡытыусы ла, - ти Рәзинә Рауил ҡыҙы ихлас йылмайып.
Хеҙмәт юлын Үткәл ауылы мәктәбендә башлай ул. Тап ошонда, тәжрибәле педагогтар - Хәлилова Фатима Әйүп ҡыҙы һәм Йомағужина Дилә Әхтәм ҡыҙының остазлығы аҫтында, уҡытыусылыҡтың бар нескәлегенә төшөнә.
Абҙаҡ мәктәбендә эшләгән тиҫтә йыл да йәш белгескә һөнәри һәм шәхси үҫеш, камиллашыу йәһәтенән ҡеүәтле трамплин була. Төрлө методик алымдар, фәнни конференциялар, проект, тикшеренеү эштәре арҡылы уҡыусыларҙа үҙ предметына ҡыҙыҡһыныу уятҡан, төплө белем биреү менән бер рәттән уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтергән, сәләмәтлеген ҡайғыртҡан педагог тиҙ арала хеҙмәттәштәренең, балаларҙың, атай-әсәйҙәрҙең ихтирам-хөрмәтен яулай.
Асылда, Белорет медицина колледжында ла ошо эшмәкәрлек дауам итә. Тик икеләтә йөкләмә һәм яуаплылыҡ менән. Ҡасандыр үҙен уҡытҡан педагогтар араһында эш башлауы ла бигүк еңелдән булмағандыр.
- Әлбиттә, мәктәптә эшләү менән колледжда белем биреү бер түгел. Бында уҡытыу процесы бүтәнсәрәк ҡоролған. Һин студенттарға белем биреп кенә ҡалмайһың, уларҙа һөнәри сифаттар тәрбиәләйһең, профессиональ күнекмәләргә, үҙаллылыҡҡа өйрәтәһең. Белем биреү программаларын төҙөү, дәрескә әҙерләнеү, фәнни эшмәкәрлек йәһәтенән ҙур ярҙам күрһәткән тәжрибәле методист, педагогия фәндәре кандидаты Мөсфирә Вәхи ҡыҙы Кислинскаяға һәм башҡа хеҙмәттәштәремә рәхмәтем сикһеҙ, - ти әңгәмәсем.
Рәзинә Рауил ҡыҙы етәкселегендә студенттар даими рәүештә Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика кимәлендәге төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Ғилми-тикшеренеү эштәре, проекттар өҫтөндә эш тә йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ дауам ҡыла. Бынан тыш үҙе лә мәғариф, медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған мәртәбәле конкурс-фестивалдәрҙән, фәнни-ғәмәли конференцияларҙан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, “Йыл оҫтаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ район, зона этаптарында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, төбәк кимәлендә билдәләнгән иң көслө ҡатнашыусыларҙың береһе була. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары ла уның әүҙем эшмәкәрлеге, фиҙаҡәрлеге хаҡында һөйләй.
2023 йылда педагог колледж диуарҙарында ойошторолған “Иң шәп класс етәксеһе” конкурсында еңеү яулай. Ике этаптан торған уҙышнамә иң талантлы, креатив ҡарашлы, студенттар менән актив эш алып барған уҡытыусыны асыҡлауға ҡайтып ҡала. Ысынлап та, был йәһәттән Рәзинә Рауил ҡыҙына тиңдәр юҡ төҫлө. Беренсе курс студенттарын үҙ ҡанаты аҫтына алған класс етәксеһе уларҙы колледж тамамлағансы әсәйҙәрсә хәстәрлек менән оҙата килә. Көн һайын һәр береһен барлап торған, кәрәк саҡта кәңәш вә нәсихәтен биргән, ярҙам ҡулы һуҙған, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашҡан, бергәләп төрлө сараларға йөрөгән уҡытыусы студенттар өсөн үҙ кешегә әүерелгән.
- Иҫ киткес кешелекле, изге күңелле ул. Бер ваҡытта ла асыуланмай, кәңәштәр бирә, тыңлай белә - икенсе әсәй кеүек, - ти I курс студенты Мөслим Умаров Рәзинә Рауил ҡыҙы тураһында.
“Педагогка талапсанлыҡ хас. Әммә был үтә ҡәтғи, уҫал булырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, уҡытыусы, тәү сиратта, кешелекле булырға тейеш”, - ти геройым да.
Күптән түгел медицина колледжында “Йыл уҡытыусыһы - 2025” конкурсына йомғаҡ яһалды. Студенттарҙың интеллектуаль-ижади потенциалын үҫтереүҙә үҙенсәлекле креатив ҡарашҡа эйә булған һөнәр оҫталарын билдәләүҙе маҡсат иткән проектта, 10 педагог араһында, Рәзинә Хөсәйенова оло баһаға - “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ тип нарыҡланды. Ҡаҙаныштар, асыштар, тынғыһыҙ фиҙаҡәр хеҙмәт, йылдар дауамында тупланған бай тәжрибә - һәммәһе лә сағыла был еңеүҙәрҙә.
Әйткәндәй, уҡыу йорто территорияһында яҙ һайын студенттар менән сәскәләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү кеүек эштәр ҙә Рәзинә Рауил ҡыҙының иңендә. Уртаҡ хеҙмәт емеше иһә йәйен-көҙөн колледжды ғына түгел, ҡала йөҙөн дә йәмләп тора.
Сирек быуат мәғариф өлкәһендә йөк атылай хеҙмәт иткән замандашым үҙенең төп асылы - әсәлек бурысын да оло яуаплылыҡ, хәстәрлек менән тормошҡа ашыра. Ҡаланың 17-се гимназияһында белем алған ҡыҙы Раушания ла яҡын кешеһен уҡыуҙағы һәм шәхси уңыш-ҡаҙаныштары, өлгөлө тәртибе менән ҡыуандыра.
Эйе, күңелдәргә асҡыс яратыуы еңел түгел. Был йәш быуындың йөрәгенә изгелек орлоҡтарын сәскән Рәзинә Хөсәйенова кеүек миһырбанлы, көслө рухлы, мөрәүәтле инсандарҙың ҡөҙрәте.