Ә илебеҙҙе ауылһыҙ күҙ алдына килтеүе мөмкин түгел. Был ауылдарҙа күбеһенсә эшһеҙ, яҡты киләсәккә өмөттәре һүнгән кешеләр йәшәй.
Аҙнағол ауылы ла шундай ауылдар рәтендә. Ләкин халыҡты алға әйҙәүсе, алдынғы ҡарашлы, тырыш, актив кешеләр булыуы, ауылымдың киләсәге барлығына өмөт уята. Һүҙем Вәсилә Фәтҡуллина һәм Илүзә Яҡупова хаҡында булыр.
Вәсилә Әлипбай ҡыҙы - ауыл депутаты, Илүзә Әхмәт ҡыҙы ауыл клубы мөдире булып эшләй. Был апайҙар, ысынлап, Аҙнағол ауылына йән өрөүселәр.
Клуб - ауыл халҡы өсөн берҙән-бер мәҙәни усаҡ. Клубта эшләр өсөн таланттан тыш, ойоштороу эшендә оҫталыҡ, халыҡ менән уртаҡ тел таба белеү ҙә мөһим. Илүзә Әхмәт ҡыҙы етәкселегендә ауылыбыҙ клубы гөрләп тора. Унда бик күп мәҙәни саралар үткәрелә, яҡташтарым күңеленә рухи орлоҡ, өмөт һалына, күңелдәр ҡанатлана. Олоһо ла, кесеһе лә ауыл сараларында актив ҡатнаша. Халыҡ ярҙамы менән клуб бинаһында ремонт эшләнә, үҙ көстәре менән костюмдар ҙа тектерәләр. Ауылдаштарым берҙән-бер мәҙәниәт йортоноң ҡәҙерен белә һәм ул ябылмаһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй.
Вәсилә Әлипбай ҡыҙын Аҙнағолда хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр. Уның тырышлығы менән ауылда бик күп эштәр башҡарылды - бөтә республикаға билдәле булған баҫмабыҙ ремонланып тора, фельдшер пункты ҡоймалап алынды, зыяратта, урамдарҙа өмәләр үткәрелә, уның тырышлығы менән ауыл халҡы район, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнаша. Ә инде “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткән сараларҙың иҫәбе-һаны юҡ тиерлек. Был конкурс ауыл хаҡын берләштерҙе.
Илүзә Әхмәт ҡыҙы менән Вәсилә Әлипбай ҡыҙы ауыл халҡы менән хәйриә акцияларында ла ҡатнашалар, балалар йорттарына, махсус хәрби операция зонаһындағы ир-егеттәргә ярҙам итеп торалар.
Уңған, эшһөйәр, ярҙамсыл халыҡ көн күрә Аҙнағолда. Тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған ошондай кешеләр булыуы ҡыуандыра. Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, апайҙар!
Альбина МОСТАФИНА.
Учалы районы.