Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Февраль , 15:08

Ил ҡәҙерен - ир белер

Ул өс йыл тиерлек махсус хәрби операция зонаһында, “ҡара береттар”ҙың  взвод командиры урынбаҫары. “Юрмаш”тың көндәре ҡаты дисциплина, хәрби бурыстар һәм тыуған яғында һөйгәненең, яҡындарының һәм тормошондағы иң мөһим кешеһенең - улының тыныс ҡына көтөүе менән аралаша. Өс ай элек кенә улын бала табыу йортонан алып сыға алыуына, яҡындары менән күрешкәненә сикһеҙ ҡыуанғайны яугир. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял аҙға ғына уны тыныс тормошҡа алып ҡайтты, яҡын кешеләре хәстәренә күмде. Армия хеҙмәте, махсус хәрби операция уны күптән сыныҡтырһа ла, бәләкәй генә сабыйын ҡулына алыу менән бер аҙға баҙап та ҡалғайны. Донъя бөтөнләй икенселәй балҡыны: атай ҡосағындағы татлы йоҡо, бәләкәй генә бармаҡтар... Әле яугир йәнә сафта. Хеҙмәт “Юрмаш”тың яурынын төҙ тотторһа, ә ғаиләһенә, туғандарына булған һөйөү йөрәген улар янында тота…

Ил ҡәҙерен - ир белер
Ил ҡәҙерен - ир белер

Рәсәй диңгеҙ пехотаһы - ябай хәрби кадрҙар ғына түгел, ә абруйлы ысын яугирҙар. Морпехтар махсус хәрби операцияның башынан уҡ фронттың айырыуса сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ талап иткән иң ауыр участкаларында эшләй. Уларҙы формалары өсөн генә түгел, ә сыҙамлығы, тәүәккәллеге һәм теләһә ниндәй хәлдән сығыу әҙерлеге өсөн "ҡара береттар" тип йөрөтәләр. Диңгеҙ пехотаһы  - диңгеҙ  десанттарында хәрби хәрәкәттәр алып барыу, шулай уҡ хәрби-диңгеҙ базаларын, мөһим участкаларҙы обороналау өсөн тәғәйенләнгән Һауа-диңгеҙ флотының яр буйы ғәскәрҙәре төрө. Ҡораллы Көстәрҙең элитаһы булған Рәсәй пехотасылары махсус хәрби операция зонаһында ла ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итә. Махсус операцияларҙың ҡатмарлы участкаларының береһе булған Белгород йүнәлешендәге “Север” группировкаһы составындағы мотоуҡсылар ротаһының взвод командиры урынбаҫары, өлкән сержант “Юрмаш” та махсус хәрби операцияла үҙенә ышанып тапшырылған шәхси состав менән идара итеүҙән тыш, һуғыш тынып торғанда, яугирҙар менән хәрби әҙерлек үтә. 
- Кеше барыһына ла тиҙ күнегә, өйрәнә һәм яраҡлаша. Хәҙер, 2023 йылдағы кеүек, ғүмерең ҡыйылыр йәиһә ҡаты яраланырһың тигән ҡурҡыу юҡ. 21 йәшемдә генә отделение командиры вазифаһы йөкмәтелеп, минең ҡарамаҡҡа һигеҙ кеше билдәләнде. Араларында миңә атай булырҙайҙары ла бар. Ул ваҡытҡа һалдат булараҡ абруй яулап өлгөрһәм дә, командир булараҡ яуланмаған әле. Махсус хәрби операция зонаһына юлланғанда тәжрибәм дә юҡ ине. Үҙең генә түгел, башҡалар өсөн дә яуаплы булыу күпкә ауырыраҡ, әлбиттә. Ҡабул иткән ҡарарҙарың яугирҙарҙың ғүмеренә бәйле, улар ҙа һиңә тулыһынса ышанырға һәм таянырға те-йеш. Бер хәл иҫемдән сыҡмай. Бындай осраҡтар көн дә тиерлек булып торһа ла, нисектер тәүгеһе иҫтә уйылып ҡалған. Билдәләнгән урынға урынлашып, позицияларҙы тәртипкә килтерҙек. ...Төнөн блиндажға “Сова” йүгереп килеп инде лә барыһын “күтәрә” башланы. 100 килограмм йөк күтәреүсәнлеге булған “Баба-яга”ның  позицияға снаряд ташлауын, янғын башланыуын һәм егеттәрҙең рацияға яуап бирмәүен хәбәр итте. Шәхси составты күтәреп, прицел-автомат, пулемет тапшырып, үҙем дә ҡоралымды алып, командирҙың уҡсылар ячейкаһына йүгерҙем. Шул тиклем геүелдәй, бәләкәй вертолет осоп килгән кеүек хатта. Дронды сәпкә алып, бер нисә тапҡыр автоматтан аттым һәм шул рәүешле пулеметсыға йүнәлеш күрһәттем. Пулеметсы “Баба-яга”ны атып төшөрҙө. Дрон ергә ҡолап төшкәс тә, ҡалған ике снаряды шартлап, урман яна башланы. Икенсе позициялағы яугирҙар һаман бәйләнешкә сыҡмағас, өс яугирҙы разведкаға ебәрергә ҡарар иттем. Яңылышмағанмын. Егеттәрҙең барыһы ла иҫһеҙ ята. Яралыларҙы позициянан саф һауаға сығарырға (яна башлаған ине), беренсе ярҙам күрһәтергә һәм янғынды һүндерергә тигән команда бирҙем. Ә үҙебеҙ егеттәрҙе, дошман тағы ла һөжүм итә ҡалһа, күҙәтеп һәм ҡаплап торҙоҡ, радиостанция аша взвод командирына хәл-торошон хәбәр иттем. 
Яугирҙар иҫән булһа ла, инеү урындары ҡамалыу сәбәпле, уларҙы эвакуациялау талап ителә ине. Взвод командиры эвакуациялау төркөмө ебәрҙе һәм егеттәрҙе уңышлы алып сыҡтыҡ, урман янғынын һүндерҙек. Ә бит дрон икенсе ергә төшөп, икенсе эҙемтәләргә килтереүе ихтимал ине. Был минең тәүге хәрби тәжрибәм булды, - ти сынығыу мәктәбен үткән “Юрмаш”.
Ҡоҙғон-Әхмәрҙә тыуһа ла, Асы ауылында тәрбиәләнеп үҫә “Юрмаш”.  Ауыл уртаһынан аҡҡан йылға һыуын эсеп үҫкәнгәлер, позывнойын да нәҡ шулай ала.  Асы мәктәбен тамамлап, Өфө транспорт колледжының ташыуҙы ойоштороу һәм транспортта идара итеү бүлегенә уҡырға инә. 2020 йылда, уҡыу йортон ситтән тороп уҡыу бүлегенә күскәндән һуң, хәрби бурысын Пермь крайында пулеметсы булып үтәй башлай. Шул уҡ йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Төньяҡ боҙло океанының ике диңгеҙ араһында урынлашҡан Яңы Ер архипелагына китә. Архангельск өлкәһенең Рәсәйҙең ядро полигонында диңгеҙ пехотаһы подразделениеһында өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә. 2023 йыл башында үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға юллана. Әле яугир үҙ подразделениеһында взвод командиры урынбаҫары вазифаһын намыҫлы үтәй.  “Юрмаш” күп һанлы дәүләт наградаларына ла лайыҡ. “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн”,  II һәм I дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар яҡташыбыҙҙың күкрәген биҙәй.
Туғаны менән апайы ла ғорурлана. “Асы ауылында үҫте ул. Ағаһы менән ваҡытын күберәк беҙҙә үткәрҙе. Балаларымдың да яратҡан ағайҙары. Армия сафында хеҙмәт иткән улым да уның менән ғорурлана, уға оҡшарға тырыша. Шаян, ысын дуҫ, туған йәнле, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер туғанымдың һәм башҡа егеттәрҙең тиҙерәк Еңеү менән ғаиләләренә, яҡындарына әйләнеп ҡайтыуын теләйем”, - тине Зәлиә Раян ҡыҙы.  
Асы мәктәбенең элекке директоры Лира Сәлимйәнова ла уҡыусыһын тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала.  
- Уҡыусымдың ихлас йылмайыуы һәр саҡ күҙ алдында. Был йылмайыу ҡайһы берҙә оялсан һәм баҙнатһыҙ, ҡайһы берҙә киң күңелле һәм эскерһеҙ ҙә. Тормошҡа,  донъяға үҙ ҡарашы, үҙен һәм тирә-яҡтағыларҙы түҙемлек менән ҡабул итеү һәләте булған, күңел әрнеүен һиҙҙермәгән ғәҙәти үҫмер. Һәм һәр ваҡыт ыңғай һәм яҡшы кәйефтә булды. Класта лидер, үҙенә тарта белде, тырышлығы менән айырылып торҙо. Эшкә ихлас тотоноп, башҡаларҙы ла ылыҡтырҙы. Яҡшы уҡыусы булды, - тине Лира Кәшәфетдин ҡыҙы уҡыусыһы менән ғорурланып.
...Бөгөн “Юрмаш”  командование һәм атайлыҡ тойғоһо, бойороҡ һәм бер генә минутҡа булһа ла телефон аша, хәҙер инде ихлас йылмайған улының йөҙөн күреү, юғалтыу һәм һаҡлап ҡалыу кеүек төшөнсәләр араһында хеҙмәт итә. Ә көн уны шул уҡ тойғоға - Тыуған ил алдындағы бурысына һәм уның ҡул аҫтындағы яугирҙарҙың ышанысына ҡайтара.   

Эльвира ХӘМЗИНА.
ҺҮРӘТТӘ: (һулдан уңға) “Юрмаш” һәм “Сова” һәр ваҡыт бергә. 
Фото яугирҙың шәхси архивынан алынды. 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас