Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Март , 10:03

Арыҫландай ул үҫтергән әсәй

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы һәр ваҡыт ғаилә усағын һаҡлаусы, әсәлек һәм тыныслыҡ символы булған. Ҡаҡшамаҫ характеры, азатлыҡҡа ынтылышы һәм үҙ идеалдарын яҡлай белеүе менән дә айырылып торған. Халҡымдың гүзәл заты, ирҙәре менән бер рәттән, атын да йүгәнләгән, ҡулына ҡорал алып, яуға ла сапҡан. Шул уҡ ваҡытта нәфис, нескә булып ҡала ла белгән. Геройымды ла шундайҙар рәтенә индерер инем. Юҡ, ул “көсһөҙ” заттарҙан түгел. Киреһенсә, Гөлнара Зарипованы ҡышын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, яу сабыр башҡорт ҡатын-ҡыҙына, шулай уҡ иҡтисади, сәйәси һәм социаль тигеҙлек өсөн көрәшеп, 8 мартты Ҡатын-ҡыҙҙар көнө булараҡ билдәләй башлауыбыҙҙың башында торған Клара Цеткинға оҡшаттым. Холҡондағы ҡырыҫлыҡ, етдилек тә тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай икән, уның менән яҡынданыраҡ аралаша башлау менән юҡҡа сыға. Тик моңһоу, етди  ҡараштар ғына эшенең үтә лә яуаплы булыуын һәм иң ҡәҙерле кешеһе - улы өсөн борсолоу тойғоһо һата.

Арыҫландай ул үҫтергән әсәй
Арыҫландай ул үҫтергән әсәй

Верхнебельский ауылынан Фатима һәм Байегет Зариповтарҙың ҡыҙҙары Гөлнара бәләкәйҙән тәбиғәткә берегеп, йорт хайуандарын яратып үҫә. Быға атаһының ғүмер буйы урмансы, ә әсәһенең малсы булыуы ла сәбәпсе булғандыр.  Ҡыҙҙың да хыялы йә урмансы, йә зоотехник булыу. Урта мәктәпте тамамлау менән Таштимер ауылындағы 93-сө һөнәрселек училищеһының ветеринар бүлегенә документтарын тапшыра. Яҡындары менән урманын да ҡыҙырған, фермала эшләгән әсәһенә йыш ҡына ярҙам иткән Гөлнараға уҡыу йортона инеп, уны тамамлау бер ни тормай. Ҡыҙыл дипломлы йәш белгес тыуған яғына ҡайтып, эшкә урынлаша. Бына 26 йыл инде Гөлнара Бәйегет ҡыҙы Николаевка һәм Тирлән хакимиәттәренә ҡараған ауылдарҙың шәхси секторын һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын хеҙмәтләндерә. Участка ветеринарының бер үҙенә Тирлән, Николаевка, Мәхмүт, Верхнебельский, Үрге Арша һәм Черный Ключ ауылдары ышанып тапшырылған. Ауыл малына яҙлы-көҙлө профилактик саралар үткәреү, хайуандарҙың айырыуса хәүефле сирҙәрен иҫкәртеү, вакцинациялау, малды иҫәпкә алыу һәм бирка ҡуйыу кеүек бурыстар уның иңенә һалынған. 
- Ветеринар булып тыуырға кәрәк. Эшеңде яратмай тороп, уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгел, - ти Гөлнара Байегет ҡыҙы эшенең нескәлектәре тураһында һөйләгәндә. 
Ауылдаштары ҡарап торған тәжрибәле белгес күптәнге хыялын тормошҡа ашырған.  Юғары белемле белгес булыу теләге уны Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килгән. Ике райондашы, тәжрибәле коллегалары менән бергә ситтән тороп уҡыу йортоноң II курсында белем ала. 

- Ун йәшемдә генә әсәйһеҙ ҡалдым. Тормош йөгө лә үҙебеҙгә төштө, махсус белем алғас та тыуған ауылыма, атайым янына, ҡайтырға тура килде. Йылдар үтә торҙо, эшем дә барҙы, һуңынан улым тыуҙы, күптәнге хыялымды тиҫтә йылдарға кисектереп торорға тура килде. Шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәнем, моратыма ирештем тиергә мөмкин. Күңелемә ятҡан эшем буйынса тағы ла белемемде камиллаштырыу өҫтөндә эшләйем, - тине 43 йәшендә юғары белем алырға йөрьәт иткән ханым.  
Көндәлек хужалыҡ мәшәҡәттәренән тыш, уның  тормошон билдәһеҙлектең тынғыһыҙ уйҙары боҙа. Гөлнара Зарипова бер нисә йыл инде махсус хәрби операция тамамланып, улын өйгә ҡайтарыу тураһында бер генә уй менән йоҡлап китә һәм уяна. Яратҡан шөғөлө менән булыу, хайуандарҙы дауалау һәм ярҙам итеү, күптән хыялланған уҡыу йортонда белем алыу Гөлнара Зариповаға илебеҙҙә барған боларыштарҙы бер мәлгә генә булһа ла оноторға мөмкинлек бирәлер. Гөлнара Байегет ҡыҙы махсус хәрби операция зонаһына Ватанды һаҡларға киткән берҙән-бер улын көтөп йәшәй. Рәсәй Президенты Владимир Путин мобилизация иғлан иткәндән һуң хәрби улы шундай ҡарар ҡабул итә. Шул ваҡыттан алып әсә кеше: "Улыма тап килергә тейешмен, ул минең ҡыйыу  арыҫланым (йондоҙнамә буйынса арыҫлан булғанғалыр)", тигән ҡарарға килә.  
“Заря” позывнойлы яугир мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөнөң Урман техникумына  уҡырға инә. 2020 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай, юғары белем алыр алдынан Ватан алдындағы бурысын үтәргә ҡарар ҡыла. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Мурманск өлкәһенең диңгеҙ пехотаһы частары базаһындағы Спутник ҡаласығына альтернатив хеҙмәткә ебәрелә. 2021 йылда Кавказда тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк “Заря” алғы һыҙыҡта. Диңгеҙ пехотаһының десант-штурмлаусылар взводында миномет ҡулайламаһы наводчигы ул. Тырыш хеҙмәте өсөн күп кенә наградаларға лайыҡ булған. Шуларҙың береһе - стратегик мөһим йүнәлештәрҙә операцияларҙы һөҙөмтәле планлаштырған һәм үткәргән, тәүәккәллек һәм инициатива күрһәткән,  дошман оборонаһын өҙөүҙе ойошторған, һауанан, ерҙән һәм диңгеҙҙән һөжүмдәрҙе ныҡышмалы обороналау һәм тотҡарлау, һөжүмгә күсеү өсөн шарттар булдырған өсөн тапшырылған дәүләт наградаһы - Жуков ордены. 
Донецк йүнәлешендә неонацизмға ҡаршы көрәшкән сержант мәле сыҡҡан һайын ғәзиз кешеһенә шылтыратып, хәлен белешергә форсат таба. Әлбиттә, әсәһен борсомаҫҡа тырышып, хеҙмәтенең лайыҡлы барыуын, хәленең яҡшы булыуын ғына әйтә. "Һаумы, иҫәнме", "Мин һәйбәтмен" тигән ҡыҫҡа ғына һүҙҙәр - көн һайын әсә көтөп алған мөһим хәбәр. Көс һәм ышаныс биргән әсәй ҙә һәр ваҡыт улынан хәбәр килеүен көтә, уның менән барыһы ла яҡшы булыр тигән яҡты өмөт менән йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт көсһөҙ зат тип һаналған, әммә улар күптән инде был бөтөнләй дөрөҫ түгеллеген иҫбатланы. Нәҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың ихтыяр көсө һәм ныҡлы характеры ғаиләне һаҡларға ярҙам итә. Улар Ватанды һаҡларға киткән улы йәки ире өсөн ғорурлыҡтан алып борсолоуға тиклем төрлө хис-тойғолар кисерә. Иң көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе һәр ваҡыт хәрбиҙәрҙең әсәләре булған. Улын Тыуған илен яҡлауға ебәреү еңел түгел, әммә шул уҡ ваҡытта бик мөһим. Нәҡ Рәсәй һалдаттарының әсәләре үҙҙәренең миҫалында  сыҙамлыҡ, батырлыҡ һәм түҙемлек һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың көсөн күрһәтә.
Рәсәй һалдаттарының әсәләре лә төрлө яҙмышлы, әммә уларҙы бер нәмә берләштерә - улар ысын батырҙар тәрбиәләй, ә улар ауыр минутта ҡурҡмай, ҡулдарына ҡорал алып, үҙ илен яҡлай.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас