Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Март , 15:57

Хәрби бурыстар - һөҙөмтәле

Хәҙерге конфликт шарттарында инновацион технологиялар Ҡораллы Көстәрҙең оператив һәләтенең мөһим өлөшө булып тора. Махсус хәрби операция зонаһында бөгөн яҙмыштар хәл ителгәндә, төп ҡоралдың йыш ҡына мәргәнлек кенә түгел, ә уяулыҡ та булыуына инанаһың.  "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонының пилотһыҙ осоусы аппараттар взводы командиры, "Коса" позывнойлы кесе лейтенанттың төп тәғәйенләнеше - шәхси состав һәм граждандар өсөн хәүефте кәметеү, теүәллекте тәьмин итеү. Махсус хәрби операция сиктәрендә уның етәкселеге аҫтында дрондар разведка, утҡа төҙәтмәләр индереү һәм хәл-торошто күҙәтеү режимында эшләй.

Хәрби бурыстар -  һөҙөмтәле
Хәрби бурыстар - һөҙөмтәле

2023 йылда намыҫ һәм ғәҙеллек төшөнсәһе буш һүҙ түгел тип һанаған "Коса", икеләнмәйенсә, хәрби форма кейә. Бөгөн ул мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, әммә уның яу яланы юғарыла -  күктә. Бер нисә йыл элек кенә махсус хәрби операция зонаһында пилотһыҙ осоусы аппараттарға артыҡ өмөт итмәгән инек тә. Ә хәҙер хәрби хәрәкәттәр дрондарҙың һуғыш һөҙөмтәһен хәл иткән фазаға күсте. Дрон операторҙары штурмлаусылар, артиллеристар һәм танкистар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, был ҡуйылған бурысты уңышлы үтәү мөмкинлеген бирә.

- БПЛА подразделениелары  - ысын һуғыш ячейкаһы. "Таптым, күрҙем, юҡ иттем" принцибы буйынса, шул уҡ ваҡытта артиллеристар, танкистар, штурмлаусылар, элемтәселәр, саперҙар менән үҙ-ара килешеп эш итәбеҙ, - ти яҡташыбыҙ "Коса".

"Коса" позывнойлы яугир Инйәрҙә тыуған. Тыуған ауылы мәктәбен тамамлап, Өфөнөң 44-се һөнәрселек лицейында электрон иҫәпләү машинаһы операторы һөнәренә уҡып сыға. Ата-әсәһенә ҙур хужалыҡ алып барыуҙа ярҙам итә, ауылдаштары араһында ла абруй яулай. Махсус хәрби операция башланғас, башҡорт дрон осороусыларының буласаҡ командиры йыл дауамында фронт хәбәрҙәренә иғтибар итә. Ә 2023 йылда туғандарына махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөүе тураһында әйтә.

- Шулай тура килде. Беренсенән, ҡыҙыҡ ине. Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы ла бит роботтар менән сағыштырырға мөмкин. Үҙләштергән һөнәрем дә ниндәйҙер кимәлдә тап килә. Интернетта ла коптерҙар тураһында күп уҡыным, ә бына ҡулымда тотоп ҡарағаным юҡ ине, - тип дауам итә һүҙен өс тиҫтәгә яҡын операторы иҫәпләнгән взводты етәкләгән командир.   

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы составында Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙе һайлаған "Коса"ның һәм республиканың башҡа йөҙҙәрсә ир-егетенең хәрби ярашыуы Һамар өлкәһендә үтә. Унда улар хәрби хәрәкәттәрҙә БПЛА роле тураһында белә, яңы хәрби технологиялар менән таныша, теманы ентекләп өйрәнә. Инструкторҙар ҙа уның уңышҡа өлгәшеүен күреп, командирҙарға БПЛА операторҙары сафына индерергә тәҡдим итә. 2024 йылға тиклем дрондар операторы булһа, хәҙер ул взвод менән етәкселек итә.  

Яугир һүҙҙәренсә, яңы фән уға еңел бирелә, сөнки бала саҡтан электр техникаһы менән мауыға. Шуға ҡарамаҫтан, яңы хәрби һөнәрҙе яугир көн һайын, сәғәт һайын үҙләштерә.

- Башҡаларға ҡарағанда күберәк "осорға тырышыуы"м менән фронтта тәжрибә тупланым. Дөрөҫөн әйткәндә, пультты бер кемгә лә бирмәҫкә тырыша инем. Үҙ эшемдең оҫтаһы булғым килде.  Ҡайһы берҙә иптәштәрем, һин башҡаларҙан күберәк "осаһың", беҙгә тәжрибә тупларға ла ирек бирмәйһең, тигән дәғүәләрен белдерәләр ине, - ти "Коса" көлөп.

Һөҙөмтәлә, ул БПЛА операторҙары взводы командирынаса үрләй һәм бер йыл эсендә кесе лейтенант званиеһын ала. Хеҙмәт итеү дәүерендә ул һәм уның ҡулы аҫтындағылар хәрби бәрелеш һыҙығында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрһәтә.

- Егеттәр көн һайын батырлыҡ ҡыла, - ти Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хеҙмәтен алып барған “Коса”. - Шундайҙарҙың береһе яңыраҡ булды. Операторҙар осош-

тарҙың һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу өсөн яңы райондарҙы өйрәнә ине (рекогносцировка яһай). Һәм тейешлеһенән арыраҡ, дошман тылына уҡ үтеп инеп, блиндажға тап булалар. Эсендә кеше булыу-булмауын асыҡлай башлағас, ундағыларҙың (акцентына ҡарап) беҙҙекеләр булмауын аңланыҡ... Ә ҡалғаны техника эше ине. Дошманды йылы урынынан ҡыуып сығарып, егеттәр өс "тел"де базаға килтерҙе. Һөҙөмтәлә, операторҙарыбыҙ блиндажлы булды һәм шул позицияла ҡалды. Бер нисә көндән тағы ла бер осраҡ булды. Дошман беҙҙең нөктәне асыҡлап, FPV-дрондар менән һөжүм башланы.  Яугирҙар запас нөктәгә күсә башлаған ине, тегеләрҙең "мәскәй әбей"е осоп килде. Дошманды күҙәтеү өсөн тәғәйен дроныбыҙҙы ҡорбан итеп, гексакоптерҙы юҡ итергә тура килде. Шәхси состав зыян күрмәне, эвакуацияландыҡ,  икенсе көн запас нөктәлә эшебеҙҙе дауам иттек. 

"Коса" менән аралашҡанда, пилотһыҙ аппараттар операторҙарын ниндәй критерийҙар буйынса һайлап алыныуҙарын аңлатты. Офицерҙың һүҙҙәре буйынса, операторҙар сафына 30-35 йәшкә тиклемге яугирҙарҙы алырға тырышалар. Икенсе талап - компьютерҙар һәм башҡа электрон техниканы белеү. Әйткәндәй, геймерҙарҙың һәләтле дрон менән идара итеүсе булып китеү мөмкинлеге ҙур.

- Шулай ҙа кеше түҙемле, ныҡышмал булырға тейеш. Беҙ, әлбиттә, позицияларҙы йыш алмаштырабыҙ. Ике аҙнаға бер икенсеһенә күсеп, алға барабыҙ. Әммә башлыса бер урында эшләргә тура килә. Нығытмалар ҙа капиталь төҙөлә, сөнки яугирҙарҙың ғүмере мөһим. Был бик күп ваҡыт талап итә, шул уҡ ваҡытта уяу, иғтибарлы һәм түҙемле булырға ла кәрәк. Ҡыҫҡаһы, беҙ һунарсылар кеүек, - ти лейтенант.

БПЛА операторҙары даими күнекмәләр үтә, "Коса"  билдәләүенсә, яугирҙар пилотһыҙ осоу аппараттары менән генә эшләмәй. Шулай уҡ хәрби тәғәйенләнештәге ер һәм һыу өҫтө, һыу аҫты ҡорамалдары ла бар.

- Хәрбиҙәр разведка коптерҙарынан, удар FPV-дрондарҙан алып ҙур самолет тибындағыларына тиклем "осорға" өйрәнә. Тимәк, пропеллеры, ҡанаты булған бөтә техниканы ла осора алабыҙ. "Ҡоштар"ҙы ремонтлау, көйләү, оптик сүскә урау өсөн тәғәйен лабораториябыҙ ҙа бар.  Барлыҡ алған белемдәре, тәж-рибәһе һәм, әлбиттә, быны раҫлаған сертификаттары, һис шикһеҙ, "гражданка"ла ла файҙалы буласаҡ. Тыныс тормошта пилотһыҙ осоусы аппараттар күптән ҡулланыла. Прогресс бер урында тормай. Фекеремсә, махсус хәрби операцияны беҙҙең еңеү менән тамамлағас, "ҡоштар" һаны артасаҡ һәм уларҙы ҡулланыу ысулдары ла күпкә киңәйәсәк. Йөк ташыу, тауарҙар килтереү, күҙәтеү... Ниңә юҡ?! Ә әлегә беҙ фронт өсөн кәрәкле  дрондарҙы, шулай уҡ БПЛА операторҙарын көтәбеҙ. Бергәләп дошманды тар-мар итеп, Еңеү менән ҡайтырбыҙ, - тине "Коса".

Әлбиттә, операторҙарҙың бурыстары еңелдән түгел. Расчет менән идара иткән, осошҡа команда биргән, дошманды йәки уның нығытмаһын асыҡлағандан һуң сәптәрҙе юҡ итеү бурысын ҡуйған "Коса"ның түшен наградалар биҙәй. "Наградалар өсөн килмәнек, иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡы килә", ти кесе лейтенант. Эйе, көн дә үлем менән күҙмә күҙ осрашҡан яугирҙарға иң мөһиме шулдыр. Һәр ваҡыт үҙе менән (бронежилетына тағып ҡуйылған) талисманы - Чебурашка ла әллә күпме ғүмерен һаҡлап алып ҡалды бит. Был юлы ла нығытмаға ингән ерҙә ҡалҡан булып торған броняһы аша дошман "ҡошо" үтеп  инә алманы. Тик броня һәм талисманы ғына янды. Әллә күпме яугир иҫән ҡалды. Эйе, яҡындарының доғаһы, ил һаҡсыларын тыуған йорттарында күреү теләге үлемдән йолоп алып ҡалғандыр. Һәр ваҡыт шулай булһын! 

Эльвира ХӘМЗИНА.

ҺҮРӘТТӘ: БПЛА операторҙары кәңәшләшкәндә (уртала "Коса"). 

Фото “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкынан алынды.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас