

Был хеҙмәт ҡурҡаҡтар өсөн түгел. Ажар дошманға ҡаршы оборона тотҡан яу батырҙары кеүек, ҡайҙа хәүеф-хәтәр, улар шунда. Төп бурыстары иһә - кеше ғүмерен ҡотҡарыу. Эйе, һүҙ - янғын һүндереүселәр тураһында.
Һис шикһеҙ, һил тормошта ла, ҡуш йөрәк, ғәййәрлек, ҡаһарманлыҡ талап иткән осраҡтар аҙым һайын. Янғындар, тәбиғәт афәттәре, техноген һәләкәттәр, төрлө авариялар кеше ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуя. Башҡа хеҙмәттәр менән бер ҡатар, зыян күреүселәргә ярҙамға янғын һүндереүселәр ашыға. Күп осраҡта тап улар ҡупҡан мәхшәрҙең ҡап уртаһында ҡала...
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Инйәр янғын һүндереү часы штатында 17 ир-егет иҫәпләнә. Өс тиҫтә йылға яҡын янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт иткән бүлексә командиры Рәил Рәшит улы Хисмәтуллиндың ҡул аҫтында үҙ эшенә тоғро һәм фиҙаҡәр коллектив тупланған. Тәүлек әйләнәһенә именлек һағында торған һәр хеҙмәткәр үҙ бурысын яуаплы һәм рыяһыҙ башҡара. Ниндәй генә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыумаһын, Инйәр янғын һүндереүселәре тәғәйен урынға иң тәүгеләрҙән булып барып етә.
Хәтерегеҙҙәлер, моғайын, уҙған йылдың сентябрь айында Айыс ауылы янында квадроциклдары түңкәрелеп, бәләгә ҡалған аталы-уллы Семеновтарға ла тап ошо бүлексә хеҙмәткәрҙәре ашығыс ярҙам күрһәтте. Хәлде тейешенсә баһалағандан һуң, имгәнеп, хәрәкәтһеҙ ҡалған ир кешене ғәйәт ҡатмарлы юл шарттарында ипләп кенә алып ҡайтҡан ҡотҡарыусылар - ҡарауыл начальнигы Руслан Сәмсетдинов, янғын һүндереүсе Евгений Задорожный, һис шикһеҙ, үҙ һөнәренең тиңһеҙ оҫталары.
Хәйер, Инйәр янғын һүндереү часында осраҡлы кешеләр юҡ. Бында эш-ғәмәле, фиғеле, сыҙамлылығы һәм, әлбиттә, ваҡыт менән һыналған ысын ир-аҙаматтар хеҙмәт итә. Бер сменала именлек һағында торған ҡарауыл начальнигы Илфат Исҡаҡов, водителдәр Радик Аҙнабаев, Сабир Сәлихов, янғын һүндереүсе Павел Матей тураһында, мәҫәлән, етәкселек тә, хеҙмәттәштәре лә тик яҡшы фекерҙә.
Тиҫтә йылға яҡын янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләгән, фиҙаҡәрлеге, яуаплылығы, сабыр аҡылы арҡылы һөнәрҙәштәренә үрнәк булған Илфат ИСҠАҠОВ Береш ауылында ишле татыу ғаиләлә тыуып-үҫкән. Берештамаҡ урта мәктәбен тамамлаған егет 1996 йылда ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө автомәктәбендә водитель һөнәрен үҙләштерә. Армия сафына алынып, Төньяҡ Кавказда ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер ғауым тимер юл станцияһында эшләй. Унан аҙаҡ хәтһеҙ йылдар урман хужалығында мастер була.
- Инйәр янғын һүндереү часында хеҙмәт йөгөн тартыуыма теүәл һигеҙ йыл. Физик яҡтан да, психологик йәһәттән дә ныҡлыҡ, көс, сыҙамлылыҡ талап иткән хеҙмәт был. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, янғын һүндереүсенең экипировкаһы йәғни махсус кейеме генә, тын алыу аппараты менән бергә, 30 килограмм самаһы тәшкил итә. Ә инде янғын һүндереү ҡорамалдары, ут ялмаған бина эсенән бәләгә тарыусыларҙы йөкмәп алып сығыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ғөмүмән, кемдеңдер ғүмере, хәүефһеҙлеге өсөн көрәш күпме кәр, көсөргәнеш талап итеүен бары тик ашығыс хеҙмәттәрҙә эшләүселәр генә төшөнә торғандыр, - ти Илфат Мәғәфүр улы.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һөнәре оҡшай уға. Кешеләргә ярҙам итеүҙе үҙенең изге бурысы һанай. Ә бит янғындарҙан тыш иңдәрендә күпме йөкләмә ята уларҙың! Айырыуса йылдың йылы осоронда, туристар ағымы артҡанда, эш тә бермә-бер күбәйә. Мәҫәлән, былтыр Илфат Исҡаҡов менән Рәил Хисмәтуллинға Ҡурған өлкәһенән Ғәбдөк ауылы янына ял итергә килеүселәргә ашығыс ярҙам күрһәтергә тура килә. “Көслө ямғырҙар яуып, һыу күтәрелгән мәл ине. Утын әҙерләргә тип тауға менгән туристарҙың берәүһе ҡаянан осоп төшөп, ныҡ ҡына имгәнгән. Зыян күреүсене тау-таш араһынан носилкаға һалып сығарып, УАЗ автомобиле менән ашығыс ярҙам хеҙмәтенә илтеп тапшырҙыҡ”, - ти әңгәмәсем.
Ғаилә башлығының тынғыһыҙ хеҙмәтен өйҙәгеләр ҙә аңлап тора. Хәләле Миләүшә Нуретдин ҡыҙы менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр улар. Олоҡастары Илмир Мәскәүҙә эшләһә, ҡыҙҙары Зарина Өфө медицина колледжында белем ала. Мәктәптә уҡыған Сабина менән Эмиль әлегә атай-әсәй ҡанаты аҫтында. Бына шулай, Берештә гөрләтеп донъя көткән, аҡыллы, матур балалар тәрбиәләгән, хеҙмәттәрендә хөрмәт ҡаҙанған Исҡаҡовтарҙың һәр йәһәттән өлгөлө ғаиләһе - үҙе бер ауыл йәме.
Тағы бер геройыбыҙ - эшкә етди мөнәсәбәтле, намыҫлы, тәжрибәле ир-уҙаман - Радик АҘНАБАЕВ Инйәр янғын һүндереү бүлексәһендә 27 йыл хеҙмәт итә. Әҙәм башына төшкән барса бәлә-ҡазаларҙы, тетрәнеүҙәрҙе күңеле аша үткәргән, әммә үҙ һөнәренән төңөлмәгән, һаманғаса кешеләргә ярҙамға ашыҡҡан ҡотҡарыусы, ысынлап та, ҡаһарманлыҡ, ғәййәрлек өлгөһө.
Радик Нәжип улы Асы ауыл хакимиәтенә ҡараған Ямашты ауылында тыуған. 1980 йылда ғаиләләре менән Инйәргә күсеп киләләр. Ошонда урта мәктәпте тамамлап, Өфө урман хужалығы техникумында һөнәри белеме ала.
Ватан алдында изге бурысын атҡарып, Әзербайжан Республикаһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, биш йыл самаһы Инйәр урман сәнәғәте хужалығында эшләй. Бер килке шәхси предприятиела, унан һуң Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында хеҙмәт йөгөн тарта. 1999 йылда Радик Аҙнабаев Инйәр янғын һүндереүселәре сафына баҫа. Әйткәндәй, тәүҙә ағас эшкәртеү хужалығында, аҙаҡ, хаҡлы ялға сыҡҡансы, янғын һүндереү часында эшләгән атаһына лайыҡлы алмаш була ул.
Водителдәрҙең төп бурысы ваҡиға урынына шәхси составты мөмкин тиклем тиҙ һәм имен алып барып еткереү, һыу менән тәьмин итеү булһа ла, улар ҙа янғын һүндерә, ҡотҡарыу сараларына йәлеп ителә.
- Беҙҙең эште алдан күҙаллау мөмкин түгел. Янғын һүндереүселәр командаһы, ғәмәлдә, билдәһеҙлеккә юл тота. Шуға ла һәр ваҡыт физик һәм психологик йәһәттән әҙерлекле булыу, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү зарур, - ти Радик Нәжип улы.
Ир-егеттәр өсөн ғаилә, тәү сиратта, батырлыҡтарға әйҙәгән рухи күтәренкелек, именлек сығанағы. Радик Аҙнабаевтың да күңел йыуанысы, терәк-таянысы - яҡындары. Тормош юлдашы Айгөл Бәйтулла ҡыҙы менән ике бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Элина үҙ тормошон ҡороп, хәләле менән Алан исемле ул тәрбиәләйҙәр. Кинйәләре Рәсим урта һөнәри белем алып, бөгөн Хаҡас Республикаһында хәрби бурысын атҡара. Аҙнабаевтарҙың күркәм, татыу ғаиләһен Инйәр халҡы айырата ихтирам итә.
Янғын һүндереү хеҙмәтендә һигеҙ йыл водитель булып эшләгән Сабир Сәлихов та, дүрт ай самаһы янғын һүндереүселәр сафын тулыландырған Павел Матей ҙа үҙҙәрен таҫыллы, һалҡын ҡанлы, тәүәккәл, ҡыйыу, ышаныслы ир-егеттәр итеп танытҡан. Иң мөһиме, барыһы ла бер һүҙҙән булып, коллективтарының берҙәмлеге, татыулығы, етәкселектең иһә аңлап, хуплап тороуы хаҡында тәкрарлай.
Эйе, үтә хәүефле һөнәрҙәр иҫәбенә ингән, тәүлек әйләнәһенә нәүбәттә тороуҙы талап иткән, әммә, үкенескә ҡаршы, юғары хеҙмәт хаҡы һәм башҡа өҫтөнлөктәр менән стимулланмаған янғын һүндереү хеҙмәтендә тик үҙ булмышына тоғро, көслө рухлы, мөрәүәтле ир-егеттәр генә эшләй ала. Беҙгә иһә улар алдында оло хөрмәт менән баш эйергә генә ҡала.
Фотола һулдан уңға: Павел Матей, Сабир Сәлихов, Илфат Исҡаҡов, Радик Аҙнабаев.