Замандаш
28 Мая , 11:47

“Аҡ далалар” хәҡиҡәтен асып

Осрашыуҙар

“Аҡ далалар” хәҡиҡәтен асып“Аҡ далалар” хәҡиҡәтен асып
“Аҡ далалар” хәҡиҡәтен асып
Нина Зимина исемендәге “Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы”нда рәссам-педагог,  яҙыусы, педагогия фәндәре кандидаты, Нижневартовск дәүләт университетының архитектура, дизайн һәм декоратив сәнғәт ка-
федраһы доценты, яҡташыбыҙ  Рамаҙан Шәйхулов менән  “Аҡ далалар”ҙың тыныс хәҡиҡәте” исемле осрашыу үтте.
 
Китапханасы Гөлназ Мостафина әҙерләп алып барған сарала уның бер туған апайы -  журналист, публицист Гөлсөм Мостафина, Учалы, Өфө, Белорет ҡалаларынан килгән туғандары, шағирә Зөлфирә Сөләймәнова, Хоҙайбирҙе ауылы ҡыҙҙары - Рәмзиә Сәхәүетдинова һәм Гөлсинә Исламова, ҡаланың медицина колледжы студенттары һәм башҡалар ҡатнашты.
 
Осрашыуҙы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Любовь Кузьмина асып, ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм бөтәһенә лә үҙенең тамырҙарын белеүҙең ни тиклем мөһим булыуын иҫкә төшөрҙө.
 
Сара Хоҙайбирҙе ауылында тыуған рәссам-педагог менән танышыуҙан башланды. Рамаҙан Нурислам улы - 50-нән ашыу фәнни баҫма, өс әсбап һәм биш уҡыу-методик ҡулланма, бер монография авторы. Ханты-Манси автономиялы округы музейҙарының дизайн-проекттарын эшләгән. Ҡала, округ һәм төбәк художество күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Бер нисә халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй дизайн конкурстары лауреаты, проекттар авторы һәм студенттар эштәре етәксеһе. Яҡташыбыҙ былтыр “Аҡ далалар” әҫәре өсөн әҙәбиәт өлкәһендә Ханты-Манси автономиялы округы губернаторының премияһына лайыҡ булған.
 
Осрашыуҙың иғтибар үҙәгендә башҡорт ғаиләһенең ХХ быуат башынан 90-сы йылдарға тиклемге тормошо һүрәтләнгән “Аҡ далалар” романы торҙо. Роман нигеҙендә ике башҡорт ҡатын-ҡыҙы - Рамаҙан Нурислам улының өләсәһе һәм әсәһе Зөһрә һәм Сәлимәнең яҙмыштары ята. Автор ҡулъяҙма өҫтөндә биш йылдан ашыу эшләгән.
 
Роман Мәскәүҙә 3000 дана менән нәшер ителә. Автор “Эксмо” нәшриәте менән биш йылға килешеү төҙөгән. Китап һатылып бөткәс, уҡыусыларҙың ҙур һорауы арҡаһында ҡайтанан 3 мең тираж менән баҫыла. Электрон һәм аудио форматтарҙа ла бар. “Аҡ далалар” ҙы бөтә Рәсәй яратып уҡый һәм китапханалар кәштәләрендә тормай ҙа тиерлек.  Яҙыусы китаптың дауамын - икенсе өлөшөн мартта тамамлаған һәм быйыл июль айында шулай уҡ ҙур тираж менән донъя күрәсәк. Унда тормош иптәшенең репрессияланған ғаиләһенә төшкән ауыр тормош юлы тураһында бәйән ителә.
 
Осрашыу барышында Рамаҙан Шәйхулов һынлы сәнғәт өлкәһендәге тәүге тәжрибәһе, нисә йәштә был художестволы күренешкә эйә булыуын аңлауы, рәссам булараҡ үҫешендә атаһының йоғонтоһо булғанмы-юҡмы, нисек яҙыусы булып китеүе, тәүге китабы тураһында һөйләне, студенттарҙың, ҡунаҡтарҙың ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап бирҙе. Ә инде һеҙ үҙегеҙҙе яҙыусымы, әллә  күберәк рәссам итеп хис итәһегеҙме, тигән һорауға: “Мин үҙемде рәссам-педагог булараҡ ҡабул итәм”, - тип яуапланы.
 
Сараны Илнур Әхмәтшин башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йыры “Сыбай ҡашҡа” һәм  тыуған яҡ тураһындағы йырҙар биҙәне. Ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын билдәләгән Гөлсөм Нурислам ҡыҙы өсөн айырым музыкаль бүләк яңғыраны. Зөлфирә Сөләймәнова Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы исеменән бүләк тапшырҙы.
 
Сараның төп өлөшөнән һуң ҡунаҡтар оҙаҡ ҡына таралышманы, яҡташыбыҙға һорауҙарын бирҙе, изге теләктәрен еткерҙе, фотоға төштө.
 
Әйткәндәй, Рамаҙан Шәйхулов ҡала лицей-интернаты уҡыусыларына яҡшы уҡығаны, спорттағы ҡаҙаныштары һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн премия булдырған. Ул уны ошо көндәрҙә ижади осрашыуҙа тапшырҙы. Шулай уҡ “Аҡ далалар” китабы буйынса инша яҙған 14 уҡыусыны бүләкләне.
 
Автор:Расима Салихова
Читайте нас