

Был - көн һайын мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың эше. Был эште ҡаланың “Изгелек академияһы” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре атҡара. Уларҙың ҡағыҙҙа яҙылған хеҙмәт күрһәтмәләре артында ысын мәғәнәһендә шәфҡәтлелек, кешелеклек, ярҙамсыллыҡ тарихы йәшеренгән.
Хеҙмәткәрҙәр араһында Гөлгөнә ЙӘНТҮРИНА айырым ихтирамға ла-йыҡ. Уның көндәлек эше рәсми рәүештә социаль хеҙмәткәр тип яңғырай, әммә тиҫтәләгән тәрбиәләнеүселәре өсөн был һүҙ терәк, өмөт һәм ҡайһы берҙә оҙон көн эсендә берҙән-бер әңгәмәсе тигәнде аңлата.
Гөлгөнә Данис ҡыҙы сығышы менән Әбйәлил районынан. Белорет ҡала лицей-интернатын тамамлағас, Сибай ҡалаһында кадрҙар эше һөнәренә уҡып сыға. 2003 йылда тормошҡа сыға һәм 2007-2020 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылындағы психоневрология интернатында кесе шәфҡәт туташы, тәрбиә ярҙамсыһы булып эшләй.
- Интернатта эшләү минең өсөн эмоциональ яҡтан бик ауыр булды, сөнки йөҙләгән яҙмышты үҙең аша үткәрәһең, әммә тап ошо осорҙа башҡалар ярҙамына дусар булғандарға ярҙам итеү - минең булмышым икәнде аңланым. Бында кешегә карауаттан торорға йәки гигиена процедураларын башҡарырға ярҙам итеү өсөн физик көс кенә етмәй, ә ғәйәт ҙур эмоциональ сыҙамлыҡ, такт һәм башҡаларҙың ауырлығын еңеләйтеү өсөн ихлас теләк талап ителә ине, - ти ул.
2020 йылда яҙмыш Белорет ҡалаһына илткәс, ҡаланың “Изгелек академияһына” социаль хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. 2023 йылда уға өҫтәмә эш - тәрбиә ярҙамсыһын да беркетәләр. Бөгөнгө көндә уның ҡарамағында 14 кеше иҫәпләнә. Ул хеҙмәтләндергәндәрҙең күбеһе - 12-һе, "Һуҡырҙар йәмғиәте" районында йәшәй, был айырыуса ҙур яуаплылыҡ тыуҙыра һәм мәңгелек ҡараңғылыҡта йәшәгән кешеләрҙе ҡарау ҙур фиҙаҡәрлек талап итә.
Гөлгөнә Данис ҡыҙының эш көнө адрестар исемлегенән башлана. Үҙ ҡағиҙәләре, ғәҙәттәре һәм ҡайғылары, сирҙәре булған ололар өсөн Гөлгөнә Данис ҡыҙының килеүе оло шатлыҡҡа тиң. Ул үҙе менән улар һатып алырға һораған аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар ғына түгел, ә яңғыҙ көн күргәндәргә иң ҡиммәтле нәмә - аралашыуҙы алып килә. Йәшлектәге ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлешһендәрме, ауырыу-һыҙланыуҙарын, ҡайғы-хәсрәттәрен һөйләһендәрме, барыһын да ихлас тыңлай һәм күңелдәрен күрә белә.
- Кемеһелер төндә насар йоҡлауын, ҡан баҫымы күтәрелеүен һөйләй. Минең бурысым - күрһәткестәрҙе тонометр менән үлсәү, тейешле дарыуын биреү генә түгел, ә тынысландырыу, яҡшы һүҙ менән дәртләндереү, барыһы ла яҡшы буласағына ышандырыу. Был физик яҡтан ауыр һәм әхлаҡи хеҙмәт. Көн аҙағында нисек кенә арыһаң да, хеҙмәтләндергән кешеләремдең йылмайыуын күреү, ябай ғына рәхмәт һүҙен ишетеү барлыҡ көсөмдө кире ҡайтара. Тап ошо мәлдәрҙә үҙ эшемдең уларға ни тиклем мөһим булыуын аңлайым.
Ҡайһы бер кешеләр социаль хеҙмәткәрҙең эшен магазинға йә аптекаға барып, кәрәкле әйберҙәрҙе алып килеү, йортто йыйыштырыу кеүек бурыстарҙы үтәү генә тип уйлай. Әммә тышҡы “ҡабыҡ” артында бөтөнләй икенсе ысынбарлыҡ йәшеренгән - беҙ уларҙың яҙмыштарынан алып, барлыҡ һыҙланыуҙарын үҙебеҙҙең күңел аша үткәрәбеҙ һәм улар менән бер ғаилә ағзаһына әйләнәбеҙ тиерлек.
Хеҙмәтләндереүселәремдең күбеһе үҙенсәлекле статусҡа эйә. Һуҡырҙар өсөн мин үҙемдең тауышым менән донъяның бер өлөшө кеүек. Аяҡ тауышымдан танып-белеп торалар, һәр ваҡыт көтөп алалар.
Эмоциональ яҡтан был эш бик ауыр. Ҡасандыр тулы ҡанлы тормош менән йәшәгәндәрҙең хәҙерге хәлен күреү ҡыҙғаныс. Хәлемдән килгәнсә һәр ҡайһыһын тынысландырырға тырышам. Рәхмәт йөҙөнән ҡулымды йомшаҡ итеп ҡыҫып алыуҙарын тойһам, барыһы ла юҡҡа түгеллеген аңлайым. Был шәфҡәтлелек эшендә үҙ тәғәйенләнешемде тапҡанмындыр, тип ышанам, - ти Гөлгөнә Йәнтүрина.
2024 йылда намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Грамотаһы менән бүләкләнгән Гөлгөнә Данис ҡыҙы ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улы Айгиз Белорет металлургия колледжында иретеп-йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡҡан. Әлеге көндә Мәскәүҙә эшләп йөрөй.
Алһыу ҡыҙы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VII класын тамамлаған. Компьютер графикаһы түңәрәгенә йөрөй, ынйы менән төрлө әйберҙәр эшләү менән мауыға, бәйләргә ярата.
Әйткәндәй, Гөлгөнә Данис ҡыҙы ла ҡул эштәренә маһир - өҫ-баш кейемдәре бәйләргә ярата, футболкалар, бейсболкаларға махсус буяу менән башҡорт орнаменттары менән түшелдеректәр, хәситәләрҙе төшөрә. Уларҙы бүләккә лә бирә, заказ буйынса ла эшләй.
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте киң йәмәғәтселек тарафынан йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡала. Ул ҙур наградалар һәм дөйөм танылыуҙы күҙ уңында тотмай. Уның төп наградаһы - тәрбиәләнеүселәрҙең оҙайлы ғүмер йылдары, уларҙың бәхетле күҙҙәре. “Изгелек академияһы”нда эшләгән Гөлгөнә Йәнтүрина кеүек кешеләр донъяны һис шикһеҙ яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ итә һәм беҙҙең ихтирамға лайыҡ.